Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
26 Март 2025, 03:50

Афәт эргәбеҙҙә генә һағалай

Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының ултырышы булды. Көн тәртибендә актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Учалы эске эштәр бүлегенең оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Финат Әҙелгәрәев төбәгебеҙҙә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу һәм профилактикалау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында бәйән итте.

Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының ултырышы булды. Көн тәртибендә актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Учалы эске эштәр бүлегенең оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Финат Әҙелгәрәев төбәгебеҙҙә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу һәм профилактикалау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында бәйән итте

Бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 37 енәйәт эше асыҡланған, уларҙың 24-е наркотик сараларын һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һатыуға бәйле. Бер енәйәт эше наркопритон асыҡлауға, тағы ла 12 енәйәт эше наркотиктарҙы һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ һаҡлауға бәйле.

Табип күрһәтмәһенән тыш наркотик сараһы ҡулланған 20 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Көндән-көн яңы төр наркотиктар килеп сығып тора, аҡ үлем һатыусылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана, маҡсатына ирешер өсөн ниндәй генә юлдар һайламай - ванналар өсөн тоҙҙар, минераль ашламалар, бөжәктәрҙе юҡ итеү сараларын һатыу тураһындағы иғландарҙа ысынында үлемесле матдәләр тәҡдим ителә, улар ҡапҡанына күпселек үҫмерҙәр эләгә. Ата-әсәләргә балаларын етди контролдә тоторға кәрәклеге лә әйтелде, уларҙың ниндәй компанияла йөрөүҙәре менән даими ҡыҙыҡһынып тороу кәрәк. Холоҡтарындағы үҙгәрештәрҙе лә иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.

Полиция вәкиле наркоманияға ҡаршы көрәштә йәмәғәтселек тарафынан да ярҙам кәрәк тине. Яҡташтарыбыҙҙан сәйер кешеләр тураһында - 102, 8-960-395-5052, 8-999-741-1216 телефондары буйынса дежур часҡа шылтыратыуҙарын һораны.

Учалы полицейҙары Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бөгөн дауаханала 28 кеше “наркомания” диагнозы менән иҫәптә тора икән.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас