Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
26 Март 2025, 03:50

Үкенергә яҙмаһын

Балалар йортона 16 йәшлек Роберт (исеме үҙгәртелде) исемле үҫмерҙе килтер­ҙеләр. Был оҙон буйлы, ҙур һоро күҙле, асыҡ йөҙлө, кеше менән аралашыусан үҫмерҙе балалар коллективы ла, педагогтар ҙа йылы ҡабул итте. Ул Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән ине. Опека вәкилдәре һәм полиция хеҙмәткәре барлыҡ документтарҙы тапшырғас, тиҙерәк ҡайтып китеү яғын ҡараны. Үҫмерҙе ҙур малайҙар тәрбиәләнгән төркөмгә билдәләнеләр. Ундағы Роберт ете малайға һигеҙенсе булып өҫтәлде. Йәше буйынса ла ул унда иң өлкәне ине.

Балалар йортона 16 йәшлек Роберт (исеме үҙгәртелде) исемле үҫмерҙе килтер­ҙеләр. Был оҙон буйлы, ҙур һоро күҙле, асыҡ йөҙлө, кеше менән аралашыусан үҫмерҙе балалар коллективы ла, педагогтар ҙа йылы ҡабул итте. Ул Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән ине.

Опека вәкилдәре һәм полиция хеҙмәткәре барлыҡ документтарҙы тапшырғас, тиҙерәк ҡайтып китеү яғын ҡараны. Үҫмерҙе ҙур малайҙар тәрбиәләнгән төркөмгә билдәләнеләр. Ундағы Роберт ете малайға һигеҙенсе булып өҫтәлде. Йәше буйынса ла ул унда иң өлкәне ине.

Балалар йортонда тәрбиәләнеү­селәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик ҡайҙа теләһә, шунда иркен йөрөп өйрәнгән Робертҡа ғына бындағы тәртип оҡшаманы. Килгән көнөндә үк ул үҙ-үҙенә: “Мин бында оҙаҡ тормаясаҡмын, барыбер ҡасам”, - тип һығымта яһаны. Теле телгә йоҡмаған үҫмер тиҙ арала кесе балаларҙы ауыҙына ҡаратып та ҡуйҙы һәм үҙе тураһында һөйләне.

Роберттың олатаһы милләте буйынса әрмән була. Ул бик күптән Башҡортостанда татар ҡыҙын кәләш итеп алып, төпләнеп ҡала һәм ике ул үҫтерә. Улдарының олоһо - Михаил, Роберттың атаһы, тажик ҡыҙы Дилбәргә өйләнә. Робертҡа дүрт йәш тулған саҡта ата-әсәһе айырылыша һәм атай кеше баланы әсәгә биреүгә ҡырҡа ҡаршы төшә. Ҡәйнә тейешле кеше лә улының һүҙен яҡлай. Күп тә тормай, Роберттың атаһы икенсегә ғаилә ҡора һәм Өфө ҡалаһында йәшәй башлай, ә малай бөтөнләйгә өләсәһе тәрбиәһенә күсә. Әсәһе улын үҙенең эргәһендә ҡалдырырға тырышһа ла, Роберттың атаһы менән өләсәһе малайҙы бирмәҫ өсөн барыһын да эшләй.

Балаһынан айырылған әсә һуңғы тапҡыр ире менән осрашҡанда, күҙ йәштәрен түгеп, уға: “Баланы миңә бирмәнең, Михаил, үкенерһең, һуң булыр”, - ти. Ҡатындың әйткәндәре фәрештәнең “Амин” тигән сағына тура килгәндер, моғайын.

Шулай итеп, малайҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Үҙенең улын алмаштырған ейәненә әбей бер нәмәне лә йәлләмәй, ел-ямғыр тейҙермәй. Ун алты йәшкә тиклем Роберт өләсәһе янында була. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй - өҫтәлдә гел тәм-том була, нимә теләй, шуны кейә, кеҫәһенән аҡса өҙөлмәй. Уҡыған мәктәбендә, йәшәгән район үҙәгендә үҙе кеүек иптәштәрҙе тиҙ таба һәм улар араһында лидерға әйләнә. Роберт күп ваҡытын дуҫ егеттәр менән уҙғара, өйгә ҡайтмаған осраҡтары йышая. Яйлап үҫмер бергә йөрөгән иптәштәре менән насвай, спайс кеүек наркотик матдәләрҙе ҡуллана башлай, ә улар булмағанда елем дә еҫкәй.

Ейәненең хаталы юлдан китеүен һиҙгән өләсәһе күпме генә яҡшылап та, әрләп тә әйтеп ҡарамаһын, әммә егет үҙ теләге менән дөрөҫ юлға баҫыуҙан үткән була.

Роберт 9-сы класты этеп-төртөп тамамлап килгәндә ҡаты ауырыуҙан өләсәһе донъя ҡуя. Ғәзизен юғалтыуҙы ул бик ауыр кисерә. Әммә тормош дауам итә, йәш кешегә артабан йәшәргә кәрәк. Үҫмер документтарын Туймазы ҡалаһының бер колледжына тапшыра, әммә уларҙың тулы булмауы сәбәпле, уны уҡырға алмайҙар. Өләсәһе үлгәс, атаһының бер туған ҡустыһы менән йәшәгән Роберттың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, шулай уҡ аҡсаға ла мохтажлығы булмай. Ни өсөн тигәндә, атаһы ла, әсәһе лә һораған һайын аҡса ебәреп кенә тора. Шунлыҡтан ул уҡырға инә алмағанына артыҡ көйөнмәй ҙә. Уҡырға ла инмәгән, эшкә лә урынлашмаған үҫмерҙе райондың опека органы хеҙмәткәрҙәре приютҡа урынлаштыра. Күп тә үтмәй, Роберт унан ҡаса. Ахырҙа уны алыҫ райондарҙың береһенә балалар йортона оҙаталар.

Бында балалар үҙ ғаиләләрендәге кеүек тәрбиәләнһен өсөн барыһы ла эшләнә: уҡыу сифатын яҡшыртыу, эшкә өйрәтеү, төрлө саралар, экскурсия, осрашыуҙарға барыу, ял көндәрендә балалар менән берлектә төрлө тәмле ризыҡ әҙерләү ойошторола.

Килгәндең дүртенсе көнөнә үҫмер, бер малайҙы эйәртеп, Златоуст ҡалаһына йөрөгән ҡыҙы эргәһенә ҡаса. Иптәше төндә такси яллап кире әйләнеп ҡайта, ә Робертты балалар йорто хеҙмәткәрҙәре, ҡыҙ йәшәгән фатирынан эҙләп табып, балалар йортона алып ҡайта. Кире килгән һайын ул үҙе менән насвай, спайс һымаҡ наркотик матдәләр килтерә. Һуңғы ҡасыуынан әйләнеп килгәс, балалар йортонда уның ике тапҡыр дозаны артыҡ ҡулланыу осрағы күҙәтелә, кеҫәһендә көслө наркотик табыла.

Хеҙмәткәрҙәр психоневрология диспансерына мөрәжәғәт итә, ләкин унда, был үҫмер бәлиғ булмаған, шул арҡала беҙ уны мәжбүри дауалай алмайбыҙ, тип яуаплайҙар. Аптырашта ҡалған хеҙмәткәрҙәр үҫмерҙе ҡабат балалар йортона алып ҡайта. Диспансерҙағы ауырыуҙарҙы күреп, ҡурҡышынан дер ҡалтыранған үҫмер башта тәүбәгә килә, ләкин тәүбәһе һәм түҙемлеге оҙаҡҡа бармай.

Робертты дөрөҫ юлға баҫтырырға ниәтләгән хеҙмәткәрҙәр ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Унынсы класта уҡырға теләге булмағас, уны һөнәрселек училищеһының иретеп йәбештереүселәр әҙерләү курсына урынлаштыралар. Уҡырға ике тапҡыр барғандан һуң, егет тағы балалар йортонан рөхсәтһеҙ сығып китә. Уны федераль эҙләүгә бирәләр.

Үҫмерҙе үҙҙәре лә эҙләүҙе туҡтатмаған хеҙмәткәрҙәр егеттең ағаһының өйөндә йәшәп ятҡанын асыҡлай һәм иртәгәһенә юлға сыға.

Роберт, ысынлап та, ағаһында була. Үҫмерҙең насар ҡылыҡтарын яҡшы яҡҡа үҙгәртерҙәренә ышанған хеҙмәткәрҙәр уны алып ҡайтырға йыйынған саҡта, ул үҙенең әйберҙәрен йыйыу һылтауы менән бүлмәһендә ҡала һәм тәҙрәнән сығып ҡаса.

Алыҫ аранан килгән хеҙмәткәрҙәргә урындағы полицияға хәбәр итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Робертты полиция хеҙмәткәрҙәре, наркотик ҡулланып, машинала елдереп йөрөгәнендә тота һәм район үҙәгендә урынлашҡан СИЗО-ға ебәрә.

Суд була. Үҙенең бәлиғ булма­ғанлығына таянған һәм үҙенә бер нәмә лә янамай тип һанаған Робертты өс айға мәжбүри дауаланыу үҙәгенә ебәрәләр. Ҡанында наркотик матдә­ләрҙең булыуы һәм кеҫәһендә көслө препарат табылыуы сәбәпле, дауаланғандан һуң тағы суд була. Үҫмерҙең бәлиғ булмағанлығын иҫәпкә алып һәм колониянан кеше булып сыҡмаясағын аңлап, уға тағы дөрөҫ юлға баҫыр өсөн мөмкинлек биреп, язаһыҙ ҡалдыралар.

...Был ваҡиғаға бер нисә йыл үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Роберт яҙыҡ юлдан тайпыла алмай. Балалар йорто, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр­ҙәренең тырышлығы ла һөҙөмтә бирмәй. Йәшлегенең иң матур сағын егет рәшәткә артында үткәрә.

Әнисә ФӘРРӘХОВА

Учалы ауылы.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас