Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Март 2025, 09:25

Ололар донъя күрә

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 1 октябрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проектына ҡул ҡуйғайны. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм  министрлығы “Башҡортостандың туризм үҫеше үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған берләшмә менән берлектә ошо проект сиктәрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын тормошҡа ашыра башланы.

Ололар донъя күрәОлолар донъя күрә
Ололар донъя күрә

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 1 октябрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проектына ҡул ҡуйғайны. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм  министрлығы “Башҡортостандың туризм үҫеше үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған берләшмә менән берлектә ошо проект сиктәрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын тормошҡа ашыра башланы.

Был социаль проектта даими рәүештә Башҡортостанда йәшәүсе пенсионерҙар ҡатнаша ала (ҡатын-ҡыҙҙар - 55, ир-аттар 60 йәштән алып). Маҡсаты аныҡ - ололарҙың һаулығын нығытыу, социаль активлығын оҙонайтыу һәм сәләмәт йәшәүгә этәргес ролен башҡарыу. Ғүмер буйы эшләп, балалар үҫтереп, мал-тыуар ҡарап йәшәгән олатай-өләсәйҙәргә донъяны яңы яҡтан асыу мөмкинлеге лә ул был шәп проект.

Уның ярҙамында хаҡлы ялдағыларға бер көнлөк сәйәхәттәр ойошторола. Ололар республиканың тәбиғи, мәҙәни, тарихи ҡомартҡыларын, дини объекттарҙы барып күрә, маршруттарҙың оҙонлоғо һәм ҡатмарлылығы иҫәпкә алына. Был программала ҡатнашыу бушлай. Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр ғына сәйәхәт итеү ҡаралған. Экскурсия программаһына транспортта алып барыу-алып ҡайтыу, страховкалау, сәйәхәтте ойоштороу һәм уҙғарыу, экскурсия алып барыусының хеҙмәте инә.

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектында ҡатнашырға теләһәгеҙ, тәүҙә һеҙгә "Долголетие.соцтуризмрб.рф" сайтында теркәлергә, үҙегеҙгә уңайлы булған датаны һайлап, тур билдәләргә кәрәк.

Шулай, 2022 йылда Учалы районында йәшәүсе пенсионерҙар өсөн "Бөрйәнгә рәхим итегеҙ!" тигән тур булдырылғайны. Сәйәхәтселәр Шүлгәнташ мәмерйәһендә, музей комплексында була, Зәңгәр, Йылҡысыҡҡан күлдәрен, Аҡбуҙатҡа ҡуйылған һәйкәлде күрә. Тәүге этап август айында ойошторола, өс тапҡыр сәйәхәт ҡылалар. Йәмғеһе квота буйынса 122 кеше Бөрйәнгә бара. Икенсе этап шулай уҡ өс сәйәхәттән тора, октябрь, ноябрь айҙарында була, 184 кеше квота буйынса Бөрйән хозурлығын тамаша ҡыла. 2023 йылда ла ошондай сәйәхәттәр ойошторола. Ғөмүмән, ике йыл элек проектта ҡатнашыу теләген белдереп Учалы районынан сайтта 810 кеше теркәлә.

Былтыр ҡалабыҙҙың 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан Учалыға яҡын урынлашҡан райондар “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм”  проекты сиктәрендә үҙҙәре беҙгә килә. "Йәш ҡала, матур ҡала" тигән маршрут булдырылып, килгән ҡунаҡтарҙы ҡалабыҙҙың мәҙәни, тарихи урындарына алып баралар - "Таусы" Боҙ аренаһы, ҡала филармонияһы, Дан стелаһы, Бөтә быуын геройҙары аллеяһы, Зәйнулла ишан исемендәге мәсет, сиркәү, ҡала быуаһы буйлап йәйәүле сәйәхәт һ.б. Был маршрут буйынса ҡунаҡтар ике йыл рәттән беҙгә килеп ҡайталар.

Был проект ғәмәлгә ингәс тә, Учалы районының әүҙем пенсионерҙары өсөн яңы тормош башланды, тип әйтергә мөмкин. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты өсөн районыбыҙҙа яуаплы белгес Фәйрүзә Мәғәфүрова һөйләүенсә, уҙған йылда районыбыҙға 400 квота бүленгән булған. Йылдың тәүге яртыһында 100 турист Әбйәлил районының "Банное" тау саңғыһы үҙәгендә булырға өлгөрә. Унда ололар Таһир Кусимовтың йорт-музейына баралар, фуникулерҙа Яманҡай тауына күтәреләләр, "Юбилейлы" шифаханаһы биләмәһендә экскурсияла ла ойошторола. Тағы ла 100 турист Ассы шифаханаһына сәфәр ҡыла. Йәйәүләп Инйәр ҡасабаһы, Белорет ҡалаһы буйлап йөрөйҙәр, танышалар, аралашалар. Уҙған йылдың икенсе яртыһында пенсионерҙар Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Әбйәлил районының "Банное" тау саңғыһы үҙәгендә булырға ла, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивален күрергә лә өлгөрҙө.

"Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге" программаһы сиктәрендә 2024 йылда ике кеше Ташкент-Сәмәрҡәнд ҡалаларына барһа, "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса 10 квота бүленеп (2023 йылда - 18 квота), оло быуын учалылар алыҫ сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡан.

Фәйрүзә Рамаҙан ҡыҙы һөйләүенсә, быйыл 15 мартҡа ҡарата "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһында 1754 кеше теркәлгән. Шулай уҡ ағымдағы йылда марттан Белоруссияға сәфәрҙәр ҙә тергеҙелгән. Исемлек буйынса унда быйыл 14 оло кешенең барыуы күҙаллана. 

- «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында беҙ, өлкән быуын, тыуған республикабыҙ буйлап бушлай экскурсияларға барабыҙ. 2024 йылда мин Баймаҡ районында ойошторолған "Башҡорт аты" фестивален барып күрҙем. Учалынан беҙ ике автобус менән барҙыҡ унда, 100-ләгән кеше булғанбыҙҙыр. Фестивалдә иҫ киткес йылы мөхит хөкөм һөрҙө. Милли уйындар матур ойошторолғайны - ат сабышы, арҡан тартыш, көрәш, башҡа уйындарҙы ҡарап хайран ҡалдыҡ, дәртләндек. Иркен аҡланда ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа борхорап аш бешә, самауырҙарҙа сәй ҡайнай - ҡунаҡтарҙы ошолай ихласлап ҡаршы алды баймаҡтар, матур итеп һыйланылар, - тип "Башҡорт аты" фестивалендә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зифа Ғимазетдинова.

Мәрзиә Солтанбаева "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы ярҙамында уҙған йыл "Ассы" шифаханаһын барып күргән.

- Тыуған яғыбыҙҙың гүзәллегенә тағы бер һоҡланып ҡайттым ул сәфәрҙән. Беҙ шифаханала ғына булманыҡ, Белорет районында билдәле Алһыу ҡаяларҙы ла (Розовые скалы) барып күрҙек. Арыҫлан Мөбәрәковтың йорт-музейында булдыҡ. Экскурсовод билдәле актерҙың тормошо, театр юлы, ролдәре тураһында ентекләп, тәрән итеп һөйләне. Ассы ауылына ла алып барҙылар, унда беҙ ҡойонан тоҙло һыу ҙа алып ҡайттыҡ, - тип бәйән итте Мәрзиә Сәғит ҡыҙы.

2023 йылда ханым ошо программа сиктәрендә шулай уҡ Бөрйән районында ла булған.

- Бөрйәндә күп тапҡырҙар булғаным бар, Шүлгәнтәш мәмерйәһен дә күргәнмен. Әммә был турға ашҡынып барҙым, сөнки яңы музей комплексын күрергә хыяллана инем, - ти.

Сәйәхәт итергә яратыуын ханым үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығы, беләһе, өйрәнәһе килеүе менән аңлата. Ә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы ярҙамында күпме кеше ят урындарҙы күрә, ҡыуанып ҡайта! Оло кешегә һәр ваҡыт иғтибар кәрәк. Кеше тота килеп ҡапыл ял итергә сығып китә алмай бит. Ә бында пенсионерҙар йөрөй, барыһы ла үҙенә яңы таныштар таба, элеккеләре менән аралаша. Иң мөһиме: барыһы ла бушлай. Ошондай шәп проектты булдырыусы һәм тормошҡа ашырыусы республика етәкселегенә рәхмәттәре сикһеҙ ололарҙың.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас