Ҡулдарҙы һабынлап йыуырға, биналарҙы еүеш сепрәк менән таҙартырға, туҙан күп булғанда тын алыу юлдарын һаҡларға, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡты ашамаҫҡа - ябай ҡағиҙәләр, әммә улар сысҡан биҙгәген йоҡтормаҫҡа ярҙам итәсәк.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сысҡан биҙгәге ауырыуы менән зарарланыу осраҡтарының 85,4 проценты көнкүреш шарттарында барлыҡҡа килә - быға ауылдағы туғандарға барыу, шәхси секторҙа йәшәү, бесән эшләү һәм башҡалар сәбәпсе.
Инфекция хатта йорт сысҡанынан да йоғорға мөмкин. Сирҙе эләктереү өсөн сысҡан йүгереп үткән иҙәндәге саңды һулау, кимереүселәргә йәки уның бүлендектәренә ҡағылыу етә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса "Роспотребнадзор"ҙың ҡыҙыу линияһы:
8 (800) 77-50-170, шылтыратыу бушлай
Карточкаларҙа сирҙән нисек һаҡланыу тураһында бәйән итәбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.