Кинәт йылытыу сәбәпле, быйыл талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды. Талпандарҙың йылы яратыусы бөжәк икәнен беләбеҙ. Был ҡан һурыусылар тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынғас терелә. Уларҙың кешегә иң күп һөжүм иткән ваҡыты май-июнь айҙарына тура килә. Шуға ла уларҙың иртә, март айында уҡ уяныуҙарын һис көтмәгәйнек. Һауа торошо ла йылынып китә алмай, көндөҙ ел үҙәккә үтә, төнөн туңдыра. Етмәһә, әле урыны менән ҡар ҙа иреп бөтмәгән, урман эстәрендә, ышыҡ урындарҙа һаман да күп. Шуға ла ҡан эскес бөжәктәрҙең ваҡытынан алда әүҙемләшеүен бер нисек тә аңлатып булмай. Бәлки, бының сере ҡыштың ҡарлы, ерҙең ныҡ туңмауына ла бәйлелер.
Беҙҙең ерлектә талпандар, ғәҙәттә, ағастар япраҡҡа бөрөләнә башлағас күренә торғайны. Ә әле бөрөләр яңы бүртә генә. Талпандар ҙа заманса тормошҡа ҡулайлашып, шәбәйә һәм әрһеҙләшә бара, күрәһең.
- Ошо көндәрҙә урманға делянкаға барғайныҡ, кисен ҡайтҡас әйберҙәрҙе алмаштырғанда өҫтөмдән өс талпан алдым. Уларҙың был ваҡытта терелеп сығыуҙары аптыратты. Ике йыл элек талпан ҡаҙалғайны, шуға әле лә уларҙы күрһәм, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. 2023 йылда башыма талпан ҡаҙалды, һиҙмәйенсә күпме йөрөгәнмендер, белмәйем. Бер көн мунсанан сыҡҡас кинәт температурам күтәрелде. Тәүҙә ел һуҡҡандыр, тип уйланым. Икенсе көнөнә лә хәлем яҡшырманы, баш ауырта башланы. Ахырҙа ҡатыным дауаханаға барырға күндерҙе. Юлға сығыр алдынан көҙгөгә ҡарап сәсемде тарай башлағайным, тараҡ ҡаты нимәгә тейгәндәй булды. Һәрмәп ҡараһам, бармаҡ башындай шеш, ҡатыныма күрһәтһәм, талпан, ти. Йәһәтләп дауаханаға киттек, травпункттҡа барып алдырҙым, бөжәкте тикшертергә ебәрергә ҡуштылар. Температураның күтәрелеүе талпанға бәйле булыуын әйттеләр. Табипҡа күренеп, дарыуҙар алып, укол яһатырға тура килде. Бер аҙнанан анализдар билдәле булды, талпанта боррелиоз инфекцияһын таптылар. Ярай ҙа күреп ҡалдым, тағы ла күпмелер йөрөһәм, һаулығыма зыян килер ине, тине табиптар. Талпан тешләгән урын оҙаҡ бөтәшмәй йөрөнө, шул тиклем ныҡ йәбешкән булған, - тип һөйләй Учалы ауылынан Фәнил ағай.
Талпандарҙың кеше өсөн хәүефле икәнен бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Ошо бәләкәй генә бөжәктең кеше сәләмәтлеге, хатта ғүмере өсөн ҡурҡыныс сығанағы булыуын иҫәпкә алып, урман-ҡырҙарҙа булғанда һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә кәрәк.
Үҙәк ҡала дауаханаһының эпидемиолог-инфекционисы Зөлфиә Вилданова әйтеүенсә, дауаханаға талпандан тешләнеү осрағы менән бер кеше мөрәжәғәт итергә өлгөргән дә инде. Былтыр яҙын 582 талпан тешләү осрағы теркәлгән булған, уларҙың 160-ы - балалар.
- Талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм сире) иң йыш күҙәтелгән һәм хәүефле инфекциялар рәтендә. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар кешегә нигеҙҙә вирус менән зарарланған талпан аша күсә. Кеше талпандың тешләүен һиҙмәй, сөнки ул ауырттырмай. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙалған урын шешә, был талпанды табырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Инкубация ваҡыты 7-14 көн дауам итә. Талпан энцефалитының тәүге билдәләре ҡапыл башлана - ҡалтырата, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, ныҡ итеп баш, тән ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, уҡшыта, бит, күҙ ҡыҙара. Сир башланғандан алып 3-5 көн үткәс, нервы системаһының ҡаҡшауы мөмкин: көҙән йыйырыу, һаташыу, аяҡтарҙа хәлһеҙлек күҙәтелә, - тип бәйән итте Зөлфиә Мөхәмәтнур ҡыҙы.
Табип күрһәтмәһе буйынса, талпандың энцефалитлы икәнен билдәләү өсөн, уны тере килеш таҙа һауытта 2 тәүлек эсендә микробиологик лабораторияға тапшырырға кәрәк. Әгәр зыян күргән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң 96 сәғәт дауамында энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин яһатырға тейеш. Шулай уҡ 21 көн буйына ул күҙәтеү аҫтында була.
- Иммуноглобулин 18 йәшкәсә балаларға бушлай эшләнә, өлкәндәргә түләүле. Шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһы шарттарында энцефалитҡа тикшертеү мөмкинлеге лә юҡ, бөжәктең зарарлымы юҡмы икәнен белеү өсөн түләүле медицина учереждениеһына алып барып тикшертергә кәрәк. Үҙәк ҡала дауаханаһы травпунктында талпанды алдырырға ғына мөмкин.
Энцефалитҡа ҡаршы прививканы әлеге ваҡытта теләге булғандарҙың барыһына ла яһайҙар. Быға тиклем тәү сиратта кемдәрҙең эше урманға бәйле, шуларға ғына эшләнә ине, ә башҡаларға түләүле булды. Хәҙер вакцина етерлек ҡайтарылған. Энцефалиттан вакцинаны 2 йәштән ҡуйҙыртырға мөмкин. Теләгендә булғандар поликлиникаға йә иһә урындағы фельдшер-акушер пункттарына барып заявка ҡалдыра ала, - ти эпидемиолог.
Талпандан һаҡланыу өсөн урманға барғанда ҡалын, шыма туҡыманан тегелгән асыҡ төҫтәге өҫ кейеме, эстән кейгән оҙон еңле күлдәктең яғалары муйынға һылашып торорға, күлдәк салбарға ҡыҫтырылған булырға, салбар итеккә йәки ботинкаға ҡыҫтырылырға тейеш. Ойоҡбаштың тығыҙ резинкалы булыуы шарт, башты һәм муйынды яулыҡ менән ҡаплау отошло. Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәндең асыҡ өлөштәренә репелленттар һөртөргә мөмкин. Бынан тыш, һәр сәғәт һайын үҙегеҙҙең һәм юлдаштарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.
Талпан ҡаҙалһа, уны үҙаллы алырға тырышмағыҙ. Ни тиклем тиҙерәк алһағыҙ, шул тиклем организмға ағыу аҙыраҡ эләгә. Иң яҡшыһы - медицина учреждениеһында алдырыу.
Әгәр үҙ аллы алырға теләһәгеҙ, пинцет йәки таҙа марля уралған бармаҡтар менән талпандың томшоғона яҡыныраҡ эләктереп, пинцетты тәнгә перпендикуляр хәлдә тотоп, ҡабаланмай ғына талпанды үҙ күсәре буйлап әйләндереп тартып алығыҙ. Шулай уҡ ныҡлы епте уның томшоғона бәйләп, киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына µҫкә тартырға кәрәк. Талпанды алғанда бик һаҡ ҡыланырға тырышығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгә.
Әлиә ДАУЫТОВА.