Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
26 Марта 2025, 08:40

Талпандар йоҡонан уяна

Көндәр йылыныу менән талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары тураһында ишетелә башлай.

Талпандар йоҡонан уянаТалпандар йоҡонан уяна
Талпандар йоҡонан уяна

Көндәр йылыныу менән талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары тураһында ишетелә башлай. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы республикабыҙҙа кешеләрҙең талпандан тешләнеп ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәре хаҡында хәбәр итте.

Был ҡан һурыусылар тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынғас әүҙемләшә. Уларҙың кешегә иң күп һөжүм иткән ваҡыты май-июнь айҙарына тура килә, әлббиттә. Талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм сире) иң йыш күҙәтелгән һәм хәүефле инфекциялар рәтендә. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар кешегә нигеҙҙә вирус менән зарарланған талпан аша күсә.

Талпандың энцефалитлы икәнен билдәләү өсөн, уны тере килеш таҙа һауытта 2 тәүлек эсендә микробиологик лабораторияға тапшырырға кәрәк. Тикшергәс, тешләнгән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң 96 сәғәт дауамында энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин индерелә. Шулай уҡ 21 көн буйына ул кеше күҙәтеү аҫтында була.

Үҙәк ҡала дауаханаһында белдереүҙәренсә, иммуноглобулин 18 йәшкәсә балаларға бушлай эшләнә, өлкәндәргә түләүле. Шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһы шарттарында энцефалитҡа тикшертеү мөмкинлеге лә юҡ, бөжәктең зарарлымы юҡмы икәнен белеү өсөн түләүле медицина учереждениеһына алып барып тикшертергә кәрәк.

Әлеге ваҡытта ҡала-районыбыҙҙа энцефалитҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә. Вакцинация ҡуйҙыртыр алдынан тәүҙә терапевҡа, поликлиниканың 414-се кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тыйыуҙар булмаһа, табип прививкаға йүнәлтмә бирә (411-се кабинетта). Вакцинаны барыһына ла эшләү мөмкинлеге юҡ, кемдәрҙең эше урманға бәйле, тәү сиратта шуларға ғына эшләнә, башҡаларға түләүле. Энцефалиттан вакцина 3 йәштән 18 йәшкәсә балаларға ла бушлай ҡуйыла. Ауыл халҡына иһә урындағы фельдшер-акушер пункттарына барып заявка ҡалдырырға кәрәк.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас