Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Был программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған. “Һөт кухняһы”н уҙған йылда республикала 27 904 кеше алған. Шул иҫәптән, 486 ауырлы ҡатын, 621 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 25 616 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1181 ғаилә ағзаһы.
Быйыл, 2025 йылда льготалылар иҫәбенә махсус хәрби операция ветерандарын да индерҙеләр. Был өҫтәмә рәүештә 1,5 мең кешене файҙалы ризыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Учалы районында һөт продукцияһын алдырыусылар әлеге ваҡытта 130 кеше. Продукция дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә Белорет ҡалаһынан килтерелә һәм шул уҡ көндә таратыла. БР «Һөт кухняһы» дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров билдәләүенсә, производство Белоретта дүрт йыл элек асылған, Белорет районынан тыш, тәьмин итеү зонаһында - Учалы (шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә - 12-13 сәғәттәрҙә Уральск, Миндәк), Әбйәлил һәм Бөрйән райондары.
- Дөйөм алғанда, “Һөт кухня”һы менән ҡулланған кешеләрҙең барыһы ла ҡәнәғәт. Күпселеге продукция килтерелгәс тә килеп ала һала, яратып ҡуллана, - ти Учалы ҡалаһында продукцияны таратыусы Лариса Ишмөхәмәтова.
Ситдиҡовтар ғаиләһенә лә продукция бик оҡшай. Улар һөт кухняһы продукцияһы менән уҙған йыл ҡулланғандар. Балаға өс йәш тулыу сәбәпле, быйыл бушлай ала алмаһалар ҙа, һатып алырға ниәтләйҙәр.
Аллаярова Әнзирә лә һөт кухняһы продукцияһы менән ҡәнәғәт.
-Беҙ 4 ул үҫтерәбеҙ. Хөкүмәттең был ярҙамын 2023 йылдың йәйенән алабыҙ. Артур улым йогуртты яратып ашай, 2 йәшлек Арсен улым һөтөн эсә. Уларҙан артып ҡалғанды ҡамыр ризыҡтары бешереүгә тотонам. “Һөт кухняһы” бигерәк тә мал тотмаған кешеләргә бик һәйбәт ярҙам, - тине күп бала әсәһе.
“Беҙ бушлай алғанда төҫлө йогурт сыға ғына башлағайны, уны һатып ҡына алырға мөмкин ине. Шулай булһа ла, тиҙ бөтә ине, алдан килеп, лавканы көтөп торһаң, өлгөрәң. Таратыусылар мониторинг үткәрҙе, оҡшаймы, тәмлеме, тағы алыр инегеҙме һ.б. Хәҙер бушлай бирәләр, уҡыусы улым ала, мәктәптән ҡайтып та етмәй ул, шундуҡ эсеп ҡуя. Класташтары менән бергә алалар, бик оҡшай, әҙ бирәләр, ти әле. Элек тә продукция тәмле ине, тәмләндерелмәгән йогурты ла, һөтө, кефиры, эремсеге лә. Алғас тиҙ генә эсергә кәрәк, сөнки әсей, консервант булмағанға, тип аңлаталар таратыусы ҡыҙҙар. Минең өс бала ла яратып ашаны, эсте. Кефиры тороп ҡалып әсей башлаһа ла, тәмһеҙләнеп өлгөрмәй, ҡамырға, ҡоймаҡҡа бик һәйбәт ине”, - ти Гөлназ Хужәхмәтова ла.
Күп балалы әсә Альбина Ғәлиева ла "Һөт кухняһы" продукцияһы менән ҡәнәғәт.
-Тәмле продукция уларҙа. Документ юллауға килгәндә, тик күп функциялы үҙәктән аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусын раҫлаусы справка алыуы ҡыйыныраҡ. Һөт-йогурттар тиҙ әсей, сөнки төрлө консерванттар ҡушылмаған. Шуға оҙаҡҡа һуҙмай ғына эсеп бөтөрөргә кәрәк. Хәйер, күп балалы ғаиләләр өсөн был бер ҙә проблема түгел. Учалы нөктәһендә эшләгән бик мөләйем Лариса апай тураһында ла әйтмәй үтеп китә алмайым. Ҡояш кеүек йылыта ул күңелде яғымлы һүҙҙәре менән, алсаҡ йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡый. Ҡайһы саҡ һөттәрҙе алырға онотоп китһәң - шылтыратып иҫкә төшөрөргә лә ваҡытын йәлләмәй. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә.
«Һөт кухняһы» продукцияһының сифаты федераль кимәлдә уңышлы билдәләнде. 2024 йылда балалар өсөн әҙерләнгән эремсек “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты булды, ә бер литрлы бутылкаларҙағы һөт “Беҙҙең бренд” конкурсында гран-при яуланы. 2024 йылдың март айында Башҡортостандың «Һөт кухняһы» яңы өлгөлө Рәсәй сифат системаһы - «Хәләл» сертификатын алды. «Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы. Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ. 2019 йылдан алып төбәктә 100 мең самаһы кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алған. 132 пункт эшләй. Был эшебеҙҙең бик яҡшы һөҙөмтәләре тип иҫәпләйем », - тине Башҡортостан Башлығы.
“Һөт кухняһы” 2025 йылға продукцияның өлкәндәр өсөн ассортиментын киңәйтеүҙе маҡсат итеп алған. Учреждение шулай уҡ бюджеттан тыш эшмәкәрлеген киңәйтеп, клиенттарының заманса ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өҫтөндә лә эшләй.
Документтарҙы тапшырыу ҡатмарлыҡ тыуҙырмай
Былтыр “Һөт кухняһы”нан аҙыҡ-түлекте алыу өсөн документтар тапшырыу процесын ябайлаштырҙылар. Хәҙер ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәки күп функциялы үҙәк офистарында бирергә була. Дәүләт заданиеһын үтәүҙән тыш, “Һөт кухняһы” әүҙем рәүештә бюджеттан тыш йүнәлеште лә үҫтерә. Мәҫәлән, былтыр өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтары сығара башланылар, был әлеге сегментта һөт эшкәртеү күләмен 940 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл ойошма был күрһәткесте 1634 тоннаға тиклем еткерергә планлаштыра. Яңы тауар - һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡты - ҙур сауҙа селтәрҙәренә ҡуйғандар ҙа инде, халыҡ уны яратып ала.
Быйыл аҙыҡ-түлек төрҙәрен киңәйтеү, федераль “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән интеграция һәм артабан хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу күҙаллана.
“Һөт кухняһы” Учалы ҡалаһында Әхмәтғәлин урамы, 23 адресы буйынса урынлашҡан. Эш графигы: дүшәмбе-йома көндәре 9.30-ҙан 18.30-ға тиклем, тәнәфес - 14 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем. Продукция шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә 14-00 сәғәттән 18-30 сәғәткә тиклем бирелә. Башҡаларға 14:20 эш көндәрендә 9-30-ҙан 18-30-ға тиклем һөт ризыҡтары һатып алырға мөмкин. Ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 246 -55-01.
Әйткәндәй, һәммәбеҙҙең көндәлек туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн кәрәкле витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай. Һөт, мәҫәлән, ғүмерҙе оҙайтыуға булышлыҡ итә, сәләмәтлекте нығыта. Көн һайын уны бер аҙ эскәндә йөрәккә бәйле проблемалар 15-20 процентҡа кәмей, ти белгестәр. Һөт эсемлектәренә килгәндә, кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәңәш итәләр. Улар ашҡаҙан-эсәк юлдарын “яҡшы” бактериялар менән байыта. Дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу бәләкәстәргә һәм йөклө ҡатындарға бигерәк тә кәрәк.