Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Март 2025, 04:44

Учалы һылыуҡайҙары

12 ҡатнашыусының һәр береһе маҡтау һәм һоҡланыуға лайыҡ, ләкин конкурс булғас, еңеүселәрҙе атамай булмаҫ: “Учалы һылыуҡайы” титулы – Лидия Ғәбиҙуллинаға бирелә (Белорет медколледжының Учалы филиалынан), 2-се һәм 3-сө урындарҙа – Лиана Хәлилова менән Эмилия Ниғмәтйәнова (икеһе лә Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжынан).

Учалы һылыуҡайҙарыУчалы һылыуҡайҙары
Учалы һылыуҡайҙары

Учалы ҡалаһының Ижад һарайында гүзәллек һәм нәфислек конкурсы үтте.

Тәүәкәллектәре еткән һылыуҡайҙар видеовизиткалар аша үҙҙәре менән таныштыра,   милли кейемдәрҙә дефиле үтә,  аш-һыуға оҫталыҡтарын иҫбатлай, ә ижади сығыштары тураһында әйтәһе лә юҡ – йырға  вокал уҡытыусыһы Лилиә Йәнтүрина, бейеүгә – филармония артисы Алина Усмановалар  алдан әҙерләгән бит.

12 ҡатнашыусының һәр береһе маҡтау һәм һоҡланыуға лайыҡ, ләкин конкурс булғас, еңеүселәрҙе атамай булмаҫ: “Учалы һылыуҡайы” титулы – Лидия Ғәбиҙуллинаға бирелә (Белорет медколледжының Учалы филиалынан), 2-се һәм 3-сө урындарҙа – Лиана Хәлилова менән Эмилия Ниғмәтйәнова (икеһе лә Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжынан).

Бар конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ, яҡташтарына тамаша бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!

Сара күңелле үтә, ярыш  урындағы артистарҙың сығыштары менән аралаштырылып бара бит. Регина Янова, Сәмиғулла Лоҡманов, Суфия Сафина, Маргарита Лопата, “Солнышко” һәм “SYD  F2F” бейеү ансамблдәре сығыштары береһен дә битараф ҡалдырмай.

....Яҙ килә, йәмәғәт, Аллаһ бойорһа, Еңеү яҙы булараҡ та тарихҡа инер!  Йәш һылыуҡайҙарыбыҙ ошолай сәхнәләрҙә иркен балҡый алһын өсөн, киләсәк өсөн ҡайғырмаһын өсөн дә уландарыбыҙ әле яу ҡырында!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас