Учалы районында 18 һыйыр һәм кәзә тереләй янып үлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын балаларҙың ут менән уйнауы арҡаһында сыҡҡан.
31 мартта Учалы районының Абҙаҡ ауылының Мәктәп урамында ҙур янғын сыҡҡан. Янғын һөҙөмтәһендә бүрәнә йорт һәм эргәләге йәйге өй, гараж, һарай, мунса һәм веранда янып тәләфләнә. Шулай уҡ ваҡ мөгөҙлө мал һәләк була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм Мансур, Абҙаҡ ауылынан ирекмәндәр ут һүндерергә ярҙам итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе фаразлауынса, янғындың сәбәбе балаларҙың ут менән шаярыуы булыуы ихтимал.