Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
3 Апрель 2025, 06:35

Яҡташыбыҙ исеменә кредит алғандар

Учалы районында 63 йәшлек ҡатынға уның билдәле банктарҙың береһендә бурысы булыуы тураһында хәбәр килгән.

Яҡташыбыҙ исеменә кредит алғандарЯҡташыбыҙ исеменә кредит алғандар
Яҡташыбыҙ исеменә кредит алғандар

Учалы районында 63 йәшлек ҡатынға уның билдәле банктарҙың береһендә бурысы булыуы тураһында хәбәр килгән. Ҡатын банк учреждениеһының ҡыҙыу линияһына шылтыратҡан. Күпмелер ваҡыттар ғариза яҙыусыға банк хеҙмәткәре килеп, кредитҡа ғаризаны мутлашыусылар биреүен асыҡлаған. Ауылда йәшәгән ҡатындың шәхси мәғлүмәттәре енәйтәселәрҙең ҡулына эләккәс, улар ҡатындың исеменә 550 мең һум күләмендә заем рәсмиләштергән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, үҙегеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар күсермәгеҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: аферистар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас