Театр актрисаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Нәжибә Әсғәт ҡыҙы Искәндәрова - беҙҙең яҡташыбыҙ. Ул 1957 йылдың 5 ғинуарында Ҡорама ауылында Әширәф һәм Әсғәт Сәғитовтарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә тыуған. 1974 йылда ул Өфө сәнғәт институтының таетр факультетын тамамлай. Театр һәм кино актеры һөнәрен алып сыға ул. 1979-1981 йылдарҙа Салауат драма театрында эшләй. Һуңынан яҙмыш Нәжибә Әсғәт ҡыҙын Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһына алып килә. Бында инде ул уҡытыусы булараҡ танылыу яулай. 1985 йылдан Сибай дәүләт драма театрына күсә. Театрға килгәс тә режиссер Ф. Ғәләүетдинов Н. Асанбаевтың “Намыҫ хөкөмө”ндә Әлиә ролен уға тапшыра. Режиссер эшен маҡтап та ебәргәс, үҙ-үҙенә ышанысын туплап, ижадҡа сума. Башлыса төп ролдәр ышанып тапшырылғас, Нәжибәгә театр тормошона инеп китеү ҙә ауыр булмай. Иң сағыу ролдәре - М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы” мелодрамаһында Гөлзифа, Н. Асанбаевтың “Хәйбүш түрә, бисәһе Мәстүрә” әҫәрендә Мәстүрә, Т. Ғәниеваның “Тамарис” трагедияһында Тамарис ханбикә. Әйткәндәй, Тамарис роле өсөн театр 2000 йылда “Туғанлыҡ” халыҡ-ара театр фестивалендә тамашасы һөйөүе призына лайыҡ була. 2000 йылда “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы” исемен ала. Ошо театрҙа егерме йылға яҡын ижад дәүерендә илленән ашыу образ тыуҙыра. Тамашасы күңелен яулау - артистың иң ҙур уңышы, уның хеҙмәтенә иң юғары баһа.
2004 йылда Нәжибә Әсғәт ҡыҙы Өфөгә күсә һәм “Нур” Өфө дәүләт татар театрында эш башлай.
2018 йылда Мостай Кәримдең “Һеңлекәш” повесы буйынса төшөрөлгән фильмында (режиссеры - Александр Галибин) Фәрхуниса ролен уйнай. 2019 йылда Роман Валабуевтың “Һуңғы министр” фильмына төшә. 2024 йылда Б. Йосоповтың “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” фильмында Әсмә ролен башҡара.
2025 йылдың февралендә «Һуңғы интервью» ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы була (режиссеры Денис Шаблий). Фильм Өфөнән Мәскәүгә күсергә хыялланған йәш тележурналист хаҡында. Уның яңғыҙ өлкән йәштәге актриса менән осрашыуы уларҙың тормошон мәңгегә үҙгәртәсәк. Төп ролде - инвалид коляскаһында йөрөгән һәм ҡарттар йортонда йәшәүсе Фәриҙә Фәнүр ҡыҙын уйнай.
-Минең героиням - ҡарттар йортона эләккән актриса. Уны бөтәһе лә онотҡан, ә актерҙар, бигерәк тә оло быуын өсөн - был иң ҙур күңел яраһы. Фәриҙә Фәнүр ҡыҙы тормошто, башҡорт мәҙәниәтен, матурлыҡты ярата. Сценарийҙы уҡып сыҡҡас, тап ошо ролде уйнарға теләнем. Үҙемдә героиняға хас уртаҡ һыҙаттар бар кеүек, - тип билдәләне актриса.
Нәжибә Әсғәт ҡыҙының яратҡан шөғөлө - ҡул эштәре. Буш ваҡыттарында ла, оҙайлы гастролдәрҙә лә бәйләм бәйләй ул. “Әсәйебеҙҙең ҡулдары алтын, матур-матур кофталар, юбкалар, шарф-береткаларыбыҙ әхирәттәр көнләшерлек ине гел. Илке-һалҡы йөрөргә лә ваҡытыбыҙ булманы, һәр эште еренә еткереп ҡуйыу әсәй өйрәткәнсә ҡанға һеңгән”, - тип хәтерләй ҡыҙҙары Нәркәс менән Ләйсән.