Мансур ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәр, һауа десант ғәскәрҙәренең 83-сө айырым штурмлау бригадаһы рядовойы Дамир Ғариповтың ғаиләһенә «Бурысына тоғролоҡ өсөн, Ватан даны өсөн» орденын тапшырыу тантанаһы үтте. Дәүләт наградаһын Башҡортостан Республикаһы Халыҡ фронты вәкиле, «Бильгиляр» эҙәрмәндәр хәрәкәте етәксеһе Данияр Камалов тапшырҙы. Шулай уҡ Данияр Әхсән улы махсус хәрби операция зонаһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең хәрби хеҙмәткәрҙәренә гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Мансур ауыл советы ауыл биләмәһе кураторы - Алик Сәләхетдинов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың яҡын туғандарына - Зилә Армизоноваға, Галина Григорьеваға, Ильмира Григорьеваға, Вәлимә Ғариповаға, Фәрзиә Усмановаға, Альбина Хөснөтдиноваға, Гөлсөм Ильинаға, Зәлиә Фәхрисламоваға, Әминә Әхмәтоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Башҡорт алтын табыу компанияһы вәкиле Дим Марат улы Закиров махсус хәрби операция тиҙерәк бөтһөн тигән теләктә сүрә уҡыны, телмәренең аҙағында Мансур ауылының балалар баҡсаһына яңы саң һурҙырғыс тапшырҙы.
Мансур ауыл советы башлығы Әдип Әғләм улы Ҡарамышев та ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләп, ихлас теләктәрен еткерҙе.
- Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ - ир-егеттәр - ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, һөнәри эшмәкәрлегендә лә оло уңыштарға лайыҡ була. Юғары эш сифаттарығыҙ, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтегеҙ биләмәбеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, - тине ул һәм урындағы халыҡҡа емешле эше, ауылдың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Почет грамоталары тапшырҙы. Тәбрикләнеүселәр араһында Вәлимә Ғарипова, Надежда Мөхәмәтйәнова, Лидиә Ҡотломбәтова, Минзирә Вәлиева, Розалия Сәғиҙуллина, Гүзәл Уразаева, Гөлнара Мусина, Фәнирә Хилажева, Гөлсөм Ильина, Илгизә Нәҙершиналар бар ине.
“Беҙ яҡшыға ышанабыҙ”
Вәлимә һәм Шамил Ғариповтар - Мансур ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Вәлимә Рәфҡәт ҡыҙы һөнәре буйынса тәрбиәсе, Мансур ауылы китапханаһында эшләй, шул уҡ ваҡытта мәктәптә физкультура уҡытыусыһы. Шамил Әхәт улы хаҡлы ялда. 32 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерәләр. Дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира декрет ялында, икенсе улдары Урал вахта менән Себерҙә эшләп йөрөй, өсөнсөләре Дамир - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм кинйәләре Инсаф - 4 класс уҡыусыһы.
...Дамир кескәй саҡтан ҡыҙыҡһыныусан һәм тиктормаҫ бала булып үҫә. 3 йәшендә үк бәпембә сәскәһен балдаҡ итеп әсәһенә кейҙерә, тора-бара ниндәй генә сыбыҡтимер күрһә лә, йәһәт кенә йә апаһына, йә әсәһенә матур ғына итеп биҙәүестәр әтмәләп бирер булып китә. Юлда ятҡан матур таш күрһә, кеҫәһенә тығып ала. “Кеҫәһе тулы таш булыр ине”, - тип хәтерләй әсәһе Вәлимә Рәфҡәт ҡыҙы. Әсәһенә оҡшап, күп итеп китап уҡырға ярата. Китапханалағы китаптарҙың күбеһен ул уҡып сыға. Беренсе-икенсе класта уҡығанында, әсәһе үҙенә һөйләгән китаптарҙы, икенсе көнөнә барып китапхананан ала ла, класташтарына барып һөйләр була. Тарихты яҡшы белә - икенсе класта уҡығанында уҡ Романовтар нәҫелен яттан һөйләгән. Матур итеп һүрәт төшөрә. Тора-бара мейестә тимер иретеп, төрлө матур әйберҙәр эшләргә лә әүәҫләнеп ала. Ҡурҡмайынса, бер үҙе урман-ҡырҙар буйлап йөрөргә ярата. Ағаһы менән ата-әсәләренең төп ярҙамсылары булалар - бесәнен дә эшләшәләр, утын ҡырҡалар, өй һалырға ярҙам итәләр, ҡош-ҡортон да көтәләр.
-Аллаһҡа шөкөр, балаларым эшһөйөүсән, үҙ аллы булып үҫтеләр, ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, еренә еткереп үтәйҙәр. Аш-һыу бешерергә бик оҫталар. Аталары менән беҙ эштән ҡайтыуға, улдарым һыйыр һауып, һөт айыртып, билмән-ҡоймаҡҡа тиклем бешереп ҡуя торғандар ине, - ти Вәлимә апай.
Туғыҙынсы класты тамамлағас, һис бер ҡыйынлыҡһыҙ, Өфө сәнғәт-гуманитар колледжына уҡырға инә. Уҡыу йортонда ла һынатмай, иң актив студенттарҙың береһе була, төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡарай - йыл һайын уҙғарылған “Йәш профессионалдар” төбәк чемпионатында гел призлы урындар яулай. Уҡытыусылар уны “энциклопедик белемле бала” тип йөрөтәләр.
Дамир 2024 йылда колледжды уңышлы тамамлай, көҙөн хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш була, ләкин саҡырылышты көтмәй, үҙ һүҙле егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй. Ата-әсәһенең, туғандарының тәүҙә бәлки хеҙмәт итеп ҡайтырһың, тигән һүҙҙәренә ҡарамай, Ватан һағына баҫа. “Гюрза” позывнойын ала, ата-әсәһенең “Ни өсөн гюрза һуң?” тигән һорауына, Өфө архивына барып, эҙләнеп, ике быуын олатаһының ҡушаматы икәнен белеүен әйтә.
Ата-әсәһе менән һуңғы тапҡыр бәйләнешкә 19 ноябрь сыға. Икенсе көнөнә, 20 ноябрь, Дарьино ауылы янында ҡаты яралана. Шул ваҡыттан алып Дамир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрһеҙ юғала. Ата-әсәһе махсус хәрби операция зонаһына барып та ҡайталар, социаль селтәрҙәр аша эҙләйҙәр, эҙәрмәндәр хәрәкәтенә лә хәбәр итәләр. Тик әлегә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ. Командирҙары ҡыйыу егетте үҙе юғалғандан һуң батырлыҡтары өсөн наградаға тәҡдим итәләр. Тап ошо награда - «Бурысына тоғролоҡ өсөн, Ватан даны өсөн» ордены Мансур ауылында үҙе табылғансы һаҡлар өсөн ата-әсәһенә тапшырылды.
-Улыбыҙ юғалғандан алып көндәр ҙә, төндәр ҙә бер төрлө, һоро төҫкә керҙе. Аш - аш, йоҡо йоҡо түгел. Өмөт кенә йәшәтә. Уның тере икәнлегенә ысын күңелдән ышанабыҙ, көтәбеҙ. Иң мөһиме - иҫән-һау булһын. Махсус чаттарҙа бығаса бер-береһен бөтөнләй белмәгән кешеләр яҡынайып бөттөк. Мәғлүмәт менән алмашабыҙ, бер беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, гуманитар ярҙам оҙатыу юлдарын барлайбыҙ һәм башҡалар. Ни тиклем эргәмдә яҡшы кешеләр күп икәнлегенә инандым. Яҡындарҙан тыш, хеҙмәттәштәр, дуҫтар, таныштар һәм бөтөнләй таныш булмаған кешеләр төрлөсә ярҙам күрһәтте һәм күрһәтә. Һәр саҡ шылтыраталар, хәл белешәләр, - тип уй-кисерештәре менән бүлеште Вәлимә Рәфҡәт ҡыҙы.
Ғариповтар ғаиләһенә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәрен, өмөттәрен өҙмәүҙәрен теләйбеҙ, сөнки Дамир ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир! Тап шундайҙар ғына беҙҙе еңеүгә алып киләсәк.