Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Апрель 2025, 09:10

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНДА - БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА БАШҠОРТ ТӨРКӨМӨ

 Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында "Ромашка" балалар баҡсаһында яңы башҡорт төркөмө асылды.

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНДА - БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА БАШҠОРТ ТӨРКӨМӨМӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНДА - БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА БАШҠОРТ ТӨРКӨМӨ
МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНДА - БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА БАШҠОРТ ТӨРКӨМӨ

 Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында "Ромашка" балалар баҡсаһында яңы башҡорт төркөмө асылды.

Сарала район хакимиәт башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин һәм Өфө ҡалаһынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты һәм баланы милли рухта тәрбиәләү эше сабый тыуғансы уҡ башланырға тейеш, тип билдәләне. Район хакимиәте яңы төркөмгә тирмә бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина район балаларын яңы төркөм асылыу менән ихлас тәбрикләне. Ул шулай уҡ балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙе киң йәйелдереү йәһәтенән район матур эштәр атҡарыуын билдәләне.
Тантаналы рәүештә киләһе эстафета Оло Ыҡтамаҡ ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына тапшырылды.

Сара барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының мәғариф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү бүлегең баш белгесе Аҙнабаева Ләйсән Хәсән ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығынан
Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге белгесе Фәйрүзова Лена Вәкил ҡыҙы сығыш яһаны.
Урында балалар баҡсаһында башҡорт телен тәрән өйрәнеү буйынса уңышлы эш алып барылыуы хаҡында билдәләп үтелде.
"Ромашка" балалар баҡсаһы мөдире Ғибәҙуллина Ирина Леонид ҡыҙы эш һөҙөмтәләре, уңыштары менән таныштырып үтте. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлиуллина Зәлифә Фәрүәз ҡыҙы балалар баҡсаһына йәмәғәт ойошмаһы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

 

Килгән ҡунаҡтарға балалар матур тамаша әҙерләгән: халыҡ йолаларын сәхнәләштереп, таҡмаҡтар әйтешеп, бейеп, йырлап үҙ һәләттәрен күрһәтте. Һәр бала Лариса Хашим ҡыҙы ҡулынан сағыу һүрәтле "Аҡбуҙат" журналын алып ҡыуанды.

 

Шулай уҡ "Аиша" хәйриә фонды етәксеһе Айнур Зәбихуллин малай-ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырып үтте, үҙенең фекерҙәрен, теләктәрен еткерҙе.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас