Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Апрель 2025, 09:00

Ришат кеүек ир-егеттәр барында Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Иҙелбәк ауылынан Ришат Бикташев махсус хәрби операция башланғас та, үҙ теләге менән унда юлланырға теләй.

Ришат кеүек ир-егеттәр барында Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!Ришат кеүек ир-егеттәр барында Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Ришат кеүек ир-егеттәр барында Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Башҡорт ирҙәре борондан һуғышсан, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ булған. Үҙ ерҙәрен һаҡлау, халҡын йәберләүгә юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләгәндәр, хатта йәндәрен аямағандар. Ошо батырлыҡ сифаттары, һуғышсан рух быуындан-быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Беҙ һис шикләнмәй әйтә алабыҙ: ул үлемһеҙ. Һуңғы өс йылдағы тынысһыҙ осор быны тағы ла бер иҫбатланы. Башҡорт егеттәре махсус хәрби операцияла үҙҙәрен ысын ир-егет, батыр итеп күрһәтә, дошманды тар-мар итеү өсөн үҙен аямай көрәшә.

Иҙелбәк ауылынан Ришат Бикташев махсус хәрби операция башланғас та, үҙ теләге менән унда юлланырға теләй. Әммә уны кәләшенең йөклө булыуы туҡтата. Ҡыҙы тыуып, уға йәш ярым булғас та Ришат алдына алғанын эшләй: контракт төҙөп, тейешле әҙерлек үткәндән һуң Доставалов батальоны составында алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Илһөйәрлек рухы һәм һәләк булған дуҫтары Марсель Ҡәҙербәков, Фәнис Юламанов өсөн үс алыу теләге бар нимәнән дә көслөрәк булып сыға.
Апрель башынан алғы һыҙыҡта булыусы “Гриша” сентябрь башында, тиҙҙән буласаҡ отпускыһын көтөп йөрөгәндә, ҡаты яралана... Дрондан төшкән граната егеттең ғаиләһен күреү, улар менән бергә булыу хыялын селпәрәмә килтерә...

Артабан – операциялар, оҙайлы реабилитация.
– Аяҡҡа баҫа алмаған ваҡытымда, әгәр артабанғы хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тапһалар, бармаҫмын да ҡуйырмын, тип уйлай торғайным. Аяҡҡа баҫҡайным ғына, кире барыу теләге уянды һәм ул бик көслө ине. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр көн һайын шылтыратып хәлде белә торғайнылар, уларҙың эргәһенә нисек бармайым инде? Реабилитация ваҡыты үткәс тә, йәғни февраль уртаһында кире юлландым. Ысынында, мин артабанғы хеҙмәттән баш тарта ала инем, – ти Ришат.

Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың шундай илһөйәрлек сифаттарына эйә булыуына уның тамырҙарынан аҡҡан ата-бабалары ҡаны сәбәпселер, моғайын. Ҡарт ҡартаһы Хәмзә Назаров Бөйөк Ватан һуғышында 112-се атлы кавалерия дивизияһы составында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 275-се кавалерия полкында уҡсы булған) ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Разведчик Назаров күп тапҡыр дошман тылына разведкаға йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 1944 йылдың 15 декабрендә төнгө разведка ваҡытында хәбәрһеҙ юғала. Хәмзә Әфләтүн улы һуғышҡа тиклем китапханасы, уҡытыусы булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгә тиклем уның тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.

Ришатҡа – ҡыйыу Ейәнсура егетенә ныҡлыҡ, түҙемлек, дошманды еңеп тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Һинең кеүек ир-егеттәр барында Оло Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Беҙ был бәхетле, яҡты көндө көтәбеҙ һәм барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ!

Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура

Автор:Алия Даутова
Читайте нас