Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайында туған телебеҙҙе балалар баҡсаларынан яҡшылап өйрәтә башлау кәрәклеге тураһында күп әйтелде. Шөкөр, һүҙ булып ҡына ҡалмай. Һәм был әһәмиәтленән-әһәмиәтле бурысты үтәүҙә учалылар ҙа әүҙем ҡатнаша.
"Өфө фән һәм технологиялар унив ерситетында"полилингваль йүнәлештәге һәм башҡорт телен балаларға өйрәтеүгә йүнәлтелгән балалар баҡсалары араһында III Республика семинары үтте . «Республика семинарында Учалы районы һәм ҡалаһы тәрбиәселәре лә әүҙем ҡатнашты . Ҡаланың 18-се балалар баҡсаһынан методик берекмә етәксеһе Рима Хаммат ҡыҙы Арсланова йыл буйы башҡарған эштәрҙе барлап, методик берекмәнең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Роза Рәмил ҡыҙы Исмәғилева "Йомаҡтар ярҙамында кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү" юлдары менән уртаҡлашты. Учалы ҡалаһының 3-сө балалар баҡсаһынан Гөлнара Камса ҡыҙы Хәсәнованың "Йола белгән-юғалмаҫ"тип аталған, йолаларҙы нисек ҡулланыу тәртибе хаҡындағы сығышы, 9-сы һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Зөлфәр ҡыҙы Юнысованың "Тылсымлы шаҡмаҡтар" ярҙамында телде һаҡлап ҡалыуға һәм уны үҫтереүгә арналған дидактик уйыны барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Учалы ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Айгөл Алсын ҡыҙы Камалетдинова "Тиҙәйткестәр һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу" ысулдарына асыҡлау индерһә, Гөлнур Камил ҡыҙы Әхмәҙиева балаларҙың яратҡан уйындары "Тирмә", "Йәшерәм яулыҡ" уйындарын уйнатып- бейетеп семинарҙы йәнләндереп ебәрҙе. Айһылыу Ким ҡыҙы Бирғәлина менән Зәмилә Ансар ҡыҙы Ғайсина ла семинарҙың практик өлөшөндә әүҙемлек күрһәтте . Ҡатнашыусылар барыһы ла сертификат һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде Уларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ . Афарин, тәрбиәселәр! Ошондай тәрбиәселәр бар саҡта телебеҙ сәскә атыр,киләсәк быуын рухлы булыр!” – тип хәбәр иттеләр район мәғариф бүлегенән.
Бик хуп. Туған тел ниңә “әсә теле” тип тә атала тип уйлағанығыҙ юҡмы? Эйе, әсә кеүек яҡын һәм берҙән-бер. Әммә икенсе сәбәп тә бар буғай – донъяға яңы килгән сабый төп ваҡытын әсәй кеше менән үткәрә һәм фәҡәт әсәйҙән отоп ала, ниндәйҙер булһа телдә һөйләшергә өйрәнә. ....заман ҡатындарының үҙ балаларын әсә телендә һөйләшергә өйрәтергә ваҡыттары юҡ икән, исмаһам , балалар баҡсаларының рухлы тәрбиәселәре был ҡайтышлыҡты тигеҙләр, тип өмөт итергә ҡала.