Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2025, 15:12

Ҡау үләнде яндырма!

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, эҙемтәләрен бөтөрөү Һәм янғын хәүефһеҙлеге именлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһы ултырышы үтте. Мөһимлеге аңлашыла инде -  ут сығыу йәһәтенән бигерәк тә ҡурҡыныс мәл әле. Йәшел үлән күтәрелгәс тә, йәйҙең  ҡоро килеүе лә бик  ихтимал. Былай ҙа йыл башынан Учалы районында   43 янғын теркәлгән, кеше ҡорбандары ла бар.

Ҡау үләнде яндырма!
Ҡау үләнде яндырма!

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, эҙемтәләрен бөтөрөү Һәм янғын хәүефһеҙлеге именлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһы ултырышы үтте. Мөһимлеге аңлашыла инде -  ут сығыу йәһәтенән бигерәк тә ҡурҡыныс мәл әле. Йәшел үлән күтәрелгәс тә, йәйҙең  ҡоро килеүе лә бик  ихтимал. Былай ҙа йыл башынан Учалы районында   43 янғын теркәлгән, кеше ҡорбандары ла бар. Башҡаһынан тыш, ике ландшафт (тәбиғәт) янғыны булды. Янғын дәүләт надзоры бүлеге начальнигы Сергей Чекушкиндың һүҙенән, Ахун яҡтарында баҫыуҙарында  ҡамыл һәм ҡау үлән янған гражданға штраф һалынған, Ҡунаҡбай  тирәһендәге осраҡ буйынса әле тикшереү бара.

 Кем ерҙе биләй, шул уның янғын тәңгәлендә имен булыуына ла яуаплы. Урман биләмәләре менән тоташҡан икән, сиктәрен һөрөп сығырға йә киң һыҙатты яныусан материалдарҙан таҙартырға бурыслы. Был талап ултыраҡтарға ла ҡағыла, беҙҙең районда ундайҙар сифатында Учалы ҡалаһы һәм Өргән ауылы билдәләнгән. Учалы ауыл Советында,  Өргөн менән сикләнмәй, Барвиха һәм Йәштәр биҫтәләре тирәләй һыҙаттар һөрәләр. Нисәлер йыл элек фәҡәт ҡау үлән янып килеп, саҡ ҡына бар ауылды ялмаманы бит. Тик бына минераллашҡан һыҙаттарҙы көҙҙән үк һөрөү отошло тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды – әле техника үтә алһын өсөн ер кипкәнен көтөр кәрәк һәм ошо арала ут сыҡмаҫ тип бер кем дә гарантия бирә алмай.

...Булды бит заманалар,  унар-ун бишәр сутый ер биләп тә, минең өлөшкә  бер аҙым  кергәнһең тип, күршеләр талашты;   өй артындағы майҙан ғына етмәйенсә, халыҡ колхоз баҫыуҙарынан урын алып та картуф ултыртты.  Хәҙер ни, ауылдарыбыҙҙа байтаҡ бәрәңге ерҙәре кире сиҙәмләштерелә,  ҡара урман булып сүп үләндәре - дегәнәк, кесерткән, алабута баҫа. Ерҙе файҙаланыу йә буш ятҡырыу хужаның үҙ иркендә булһа,  әҙәм үтә алмаҫлыҡ джунгли урмандарын хәтерләткән  ҡоро сағыр-соғор янғын йәһәтенән дә бик ҡурҡыныс. Ел иҫкәндә ут тоҡана икән, эҙемтәләрен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс!

Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы  Руслан  Ғиләзетдинов ауыл хакимиәтттәренә ҡаты талап ҡуйҙы: ҡау баҫҡан бөтә  участка эйәләрен яҙма рәүештә иҫкәртергә, ҡолаҡ һалмайҙар икән – яуапҡа тарттырыуыҙы юлларға. Юғиһә, ошо арҡала оло бәлә сыға икән, “бурыстарға һалҡын ҡараш” (халатность) өсөн вазифалы иптәштәрҙең үҙҙәре лә хөкөмгә тарттырылыуҙары мөмкин. Бәрәңге баҡсаларында бар ауылдарҙа  ла хәл бер кимәлдәрәк, ҡайҙа күпме  иҫкәртеү ебәрелеү, протокол төҙөлөүгә ҡарап,  урындағы власть органдарында кемдең нисек эшләгәне бик асыҡ күренәсәк.

Ултыраҡтарҙа  сүп-сар, ҡау үлән яндырыуға һис тә юл ҡуйырға ярамай. БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 6.22-се статьяһы буйынса  бының  өсөн  генә лә  граждандарға 2 мең һумға тиклем штраф һалына.  Бөтә яза шуның менән сикләнә тип яңылышмағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн РФ  Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексы буйынса күпкә ҡатыраҡ язалар ҙа ҡаралған.

Һәм, әлбиттә, урмандарҙы янғындан һаҡлау тураһында күп әйтелде. Шул иҫәптән, Руслан Ғәлийән улы, район биләмәләрендәге урмандарҙы 100 тирәһендә ҡуртымсы биләй, ә янғын һүндереүҙә  хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ни бары 25 арендатор менән төҙөлөүгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.  Урман янғындары ғәҙәттә халыҡ күпләп тәбиғәткә сыҡҡан ял көндәрендә башлана торған, ут шашҡанға тиклем шундуҡ һүндереү өсөн кинәт кеше табыуы үтә ҡыйынға төшә торған.  “Ҡуртым килешеүенә ҡул ҡуйған эшҡыуарҙар үҙҙәре генә лә ниндәй ҙур команда  булдыра  алыр ине!” – тип тә ярым етди, ярым мәрәкә  рәүештә телгә алынды. Былай, Учалы урмандарының төп өлөшөн биләгән иң эре арендатор – Өфө фанера-плита комбинаты вәкиле Александр Козлов, килешеү буйынса өҫтөбөҙгә алған бар йөкләмәләрҙе теүәл үтәргә әҙербеҙ, тип ышандырҙы.

3 апрелдән алып көҙгө даими ямғырҙар башланғанға тиклем дәүер  урмандарҙа янғын яғынан хәүефле осор иғлан ителде. Был осорҙа урмандарҙа  асыҡ ут менән файҙаланыу,  ут тиҙ тоҡаныусан материалдар, быяла ҡалдырып китеү, усаҡ яғыу һәм башҡа тыйыла.

.Әленән үк урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен  күҙәтмәгән өсөн штрафтар юғары  (РФ Административ кодексының 8.32-се статьяһы):  граждандарға – 30 меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә – 50 меңгә тиклем , юридик берәмектәргә – 400 меңгә тиклем һум.

Ә 18 апрелдән (икенсе сығанаҡтар буйынса - май башынан) урмандарҙа янғындарға ҡаршы айырым режим индерелеүе көтөлә. Был осраҡта кешеләргә урманға барыу ҙа тыйыласаҡ, һаҡланыу саралары тағын да көсәйтеләсәк. Ҡарар ҡабул ителһә, өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ.

Айырым режим индерелгән осраҡта урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтмәгән өсөн штрафтар ҡырҡа арта :  граждандарға – 40-50 мең, вазифалы кешеләргә – 60-90 мең, юридик берәмектәргә – 600 мең – 1 миллион һум. Әгәр ҙә был тәртипһеҙлек урман янғыны сығыуға килтерә икән (ауыр эҙемтәләргә килтермәгән осраҡта): граждандарға – 50 -60 мең, вазифалы кешеләргә – 100-110 мең, юридик берәмектәргә – 1-2 миллион һум.

Ә ут бәләһендә кеше сәләмтлегенә ауыр дәрәжәлә зыян яһалһа, әһәмиәтле майҙанда урман юҡ ителһә – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәүсе енәйәт яуаплылығына ла тарттырыла. Һәм үрҙә яҙғанға өҫтәп  урман хужалығына килтерелгән зыянды, янғын һүндереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау ҙа  йөкмәтелә. Бәләһенән баш-аяҡ, урмандарға бөтөнләй сыҡмай тороу хәйерлерәк булыр!

 

  Урман янғындары тураһында,  ҡәҙимге 101, 112 йә  20-112 (Учалы районының  Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте) номерҙарынан тыш, БР Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә -  8 (347) 218-14-14, йә Урман һағының берҙәм номерына - 8 (800) 100-94-00 шылтыратыу һорала.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас