Башҡорт шиғриәтендә сәсәнлек рухын юллаусы шағирә Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина исеме күтәрелеп сыҡты. Бер шиғри әйтемендә:
“... Фәнүзә булыр атым,
Нәбиулла батыр затым.
Тыуған ерем – Учалы,
Тыуған ауылым – Рысай,
Ҡәбиләм булыр – Табын,
Ә ырыуым –Аҡ Табын...” – тип үҙе менән таныштыра ул.
“Әйтер һүҙем” шиғырында:
“Бар минең әйтер һүҙем:
Башҡорт ҡыҙы мин үҙем,
Тарихым бай шул тиклем,
Һүҙгә бай туған телем...” тигәненән илһөйәрлек, данлы тарих, туған тел һәм дә атайсалының оло ихтирам тойғолары ярылып ята.
Әлбиттә, шағирә һәм сәсәниә дәрәжәһенә етеү һәр кем өлөшө түгел. Ә бына, «Яйыҡбикә һүҙ һорай” китабының беренсе биттәренән алып һуңғы шиғри әйтештәренә тиклем әҙибәнең күңел сафлығы, йәшәгән еренә, туғандарына, ауылдаштарына һәм хозур тәбиғәтенә шиғри мөрәжәғәт үҙе бер илаһи донъя, арҙаҡлы сәсәндәргә, тыуған яғының Ватаныбыҙҙы һаҡлаған батыр улдарына, гүзәл заттарына дан йырлау – шағирәнең ижади маһирлығын бермә-бер юғары күтәрә.
“Ныҡлы нигеҙ” шиғырында:
“...Бурысыбыҙ бик яуаплы
Ватан алдында –
Киләсәккә ғаиләлә
Нигеҙ һалына!...”
Был юлдарҙа нәҫел ҡалдырыу, милләтебеҙҙең артабанғы үҫешенә һәр кемдең, һәр ғаиләнең тотошлы берҙәмлеге илебеҙҙең тыныс тормошло киләсәгенә юл икәне матур теләктә бирелә.
Фәнүзә Зөлҡәрнәева, үрҙә әйтелеүенсә, шиғриәте тематик йәһәттән бай мәғлүмәтле, тема төрлөлөгө, системалы рәүештә бер-береһенә тығыҙ бәйләнеп, выжданы саҡырыуын юллап, бер бөтөн, ҙур маҡсатлы идеялар синтезын ойоштора алған. Мәҫәлән, иң тәүҙә ата-әсә йорто, бала саҡ, ағай-эне ҡәҙере, уратып алған Рысай ауылы тәбиғәте, ер кендеге Ирәмәл, сарсаған-һыуһаған мәлдә услап һыуын ауыҙ иткән Яйығы, өйҙәрендәге “Мейес йылыһы”, “Арба юлы”, “Бишек йырын көйләй ҡыҙым”, “Эй бәхет, эй сәғәҙәт”, “Беҙҙең усаҡ” шиғырҙарында тәрән һағыш, изге хәтер, ҡәҙер хис-тойғоларында күңелде елбеҙәлләндерә.
“Башҡорт теле” шиғырында, мәҫәлән ҡайһылай илһөйәрлек символы!
“...Телде һаҡлау – көрәш бит ул,
Телде һаҡлау – ҙур һынау.
Халҡым, булайыҡ уяу!...” – тигәнендә һәр кемдең был көндәлек тормошондағы мөһим, улай ғына түгел, йәшәү проблемаһы икәненә баҫым яһала.
Шағирә үҙе яҙғанса “Сәсәндәр мәктәбе” ҡайһылай илаһи күңел теләге, күңел асыҡлығы, рух асҡысы булып яңғырай.
“...Сәсәндәр мәктәбенең
Беренсе синыфында
Мин дә һабаҡ аламын
Илһамлылыр сафында.
Был мәктәптең остаздары –
Тарих, Ижад, Рухиәт...” ти Ф.Зөлҡәрнәева. Ошо көслө яңғыраған, формалаша барған буласаҡ сәсәниәнең бөгөнгө актив ижадын, киләсәктә лә сәсәндәр бәйгеһенең уртаһында ҡайнауына ғәҙел генә ишара бит. “Уяныу” шиғыры ла сәсәндәр әйтеше нигеҙендә, уларҙың ижад ҡомарына әйләнгән аҡыл эйәләре сығышына тиңләп яҙылған. Был шиғри юлдар Башҡорт иленең йымһүриәте, бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышын хәстәрләү өсөн оран булып яңғырай.
Мәҫәлән, Фәнүзә һеңлекәш үҙе һәр саҡ сәсәндәр ярышында актив ҡатнашыусы булараҡ, үҙенең ижади тәжрибәһен “Айҙар Байыҡ сәсән” ярышы йыйынында еңеүсе (III-сө урын Диплом”ы менән бүләкләнгәнен дә республика халҡы белде.
“... Эй туғандар, онотмайыҡ
Сәсәнебеҙ Байыҡты.
Байыҡ сәсәнле илемдең
Алдағы көнө яҡты! – тип йөпләп, изге оран һалғайны беҙҙең сәсәнебеҙ-шағирәбеҙ. Үҙенең әйтер һүҙен шағирә “Кем ул сәсән?” шиғри әйтемендә тағы ла теманы тәрәнәйтеп бирә.
“... Ғәҙеллекте яратҡан,
“Азатлыҡ!” – тип йән атҡан –
Ана шул булыр сәсән!
Ай, ана шул булыр сәсән!..”
Ошо юлдарҙы уҡығас, әлбиттә, үҙебеҙҙең данлы ла, ҡанлы ла тарихыбыҙҙа бөйөк Ҡобағош, Ҡарас, Ишмөхәмәт кеүек арҙаҡлы сәсәндәр, егерме-егерме беренсе быуат йылъяҙмаһына ингән Розалиә Солтангәрәева, Мәүлит Ямалетдинов, Ғүмәр Ғайсин, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Фларис Ғайсин, Рәмил Хәсәнов, Фәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбикә), һәм дә үҙе Фәнүзә Зөлҡәрнәева (Нәбиуллина) ларҙы күҙ алдына килтерәбеҙ шәт!
Ер-Әсәне ҡурсалаусы һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар, батырҙарса һәләк булған яҡташтарға арналған “Юҡ, улар юғалманылар...”, “Һәйкәлдә – атай һыны” хәтер әйтеше (сәсәниә һағышы) бөгөнгө Украина ерҙәрендә барған һуғыш сатҡыларына ла бәйләнеп китә. “Тиҙерәк һуғыш тамамланһын, уландарыбыҙ Еңеү менән иҫән-һау илдәренә ҡайтһын!” – тигән оло теләк – үҙе бер өмөт – хыял булып күңелдә ҡала.
Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның ҡобайырҙар ижад итеү ҡомары китаптың артабан уҡымлы булыуына ыңғай ишара.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында Һабрау сәсәндең әйткәне – Гүзәл Үлмәҫҡолова көйөнә нигеҙләнеп яҙылған “Яйыҡ китһә, яй китер” шиғри әйтешендә “Яйыҡ китһә, юл китер” көслө ауыртыу оранында тарихи хәтер һәм бөгөнгө проблема – тыуған төйәкте күҙ алмаһындай һаҡлау идеяһы. Был һүҙҙәрҙә яһалмалыҡ юҡ, әлеге көнитмештең иң ауыр, хәл ителеп бөтмәгән, йәшәү сығанағының бөгөнгөһө-киләсәге хаҡында тәрән уйланыу ҙа, һаҡланыу сараларының мөмкинлеге хаҡында.
“... Яйыҡһыҙ, ай, ҡот ҡунмаҫ,
Яйыҡһыҙ башҡорт булмаҫ!
Һай, Яйыҡһыҙ башҡорт булмаҫ!
Һай, Яйыҡһыҙ башҡорт булмаҫ!..”
Тигәненән был орандың һәр ауыл, район, республика, уның ситтәрендәге йәғни, күренекле яҙыусы – әҙибә Лира Яҡшыбаева үҙенең “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесындағы ил проблемаһы, улай ғына ла түгел, планетаны һаҡлап ҡалыу проблемаһы менән барып тоташа. Шағирә-сәсәниә, эйе, шиғриәте, әйтеше менән илебеҙҙе һәр яҡлап һаҡлау, ҡәҙерләү, тыуа торған балалар киләсәгенә ҡуш ҡуллап, ҡәҙерләп тапшырыуҙа һәммәбеҙгә мөҡәддәс бурыс итеп йөкмәтә белгән, афарин!
Быға тиклем дә шиғриәттә тик йәшлек, ысын мөхәббәт тик шәхси тематик мөнәсәбәттәргә күп осраҡта иғтибар булһа, ә Ф.Зөлҡәрнәева был мөхәббәт төшөнсәһен атайсал, ил, Ер шары кешеләренең әхлаҡи-этик әҙерлегенә, выжданы ҡушҡанса Ватансылыҡ, илһөйәрлек бейеклегенә күтәреп сыҡҡан! Был инде авторҙың сәсәндәр бәйгеһендә тик еңеү яулауына аҡыллығы ишара бит.
“Башҡорт ере һәм ире” әйтешендә
“...Ҡаны сәсрәп торһа ла,
Дошманы ҡоторһа ла,
Тыуған ерен һаҡлаған,
Ир намыҫын һатмаған...”
...Ер һәм ир ул – бер төптән,
Ир һәм ирек – бер бөтөн...”
Ошонан да көслө итеп әйтергә, әйтер һүҙе булған шағирә-сәсәниә генә әйтер булыр тиеүем.
“Яйыҡбикә һүҙ һорай”китабына ингән әҫәрҙәрҙең һәр береһенә ҡарата фекер йөрөтөүҙә беҙ маҡсатыбыҙ итеп ҡуйманыҡ, ә беҙҙең ҡарашҡа үтә лә бөгөн кәрәкле, актуаль темаларға арналған ижади маһирлығын уҡыусыға еткереү теләге ине.
Әҙибә үҙенең бағышлауҙарында ауылдашы иртәрәк киткән тарихсы – ғалим Әлим Барый улы Зарипов хаҡында “Әлим Зариф бәйете”, урындағы һөйләшеүгә таянған “Ҡунаҡ һыйлау”, балалар өсөн изге теләкле шиғырҙары, нәсихәттәре, арнауҙары, мәҫәлән “Бер тигәс тә, ни яҡшы?”, “Бер тигәс тә, ни яман?”, “Өләсәйемдең һүҙҙәре”, Фәүзиә-Алтынбикә апаһына арналған “Ҡотло булһын дипломығыҙ”, “Ғүмәр ағай Ғайсинға – Аҡһаҡ Кейеккә”, дини рухта яҙылған шиғри шәлкемдәре, мәҫәлән, “Ҡәҙер кисе”, “Әсәйҙең күмәстәре”, “Салауат ерен сәләмләү” шиғри-әйтештәре һ.б. Ф.Зөлҡәрнәеваның иман нурына ҡойонған шиғриәтенә маһирлыҡ, илһамлы ижад дәрте өҫтәй. Уның күңеленең пак булыуын, гел изгелек ҡылырға атлығып торған бөгөн замандың актив йәмәғәт эшмәкәре һәм үҙ-үҙенә талапсан, һәләтле, халҡым – телем – ғаиләм – ҡәлғәм тип янып-көйөп ижад итеүсе шағирә – сәсәниә дәрәжәһенә күтәрә килә. Һәр йәһәттән уңған, журналистика жанрында үҙ һүҙен әйтеп “Изге хәтер” исемле (икеһе бергә) китап нәшерләп өлгөргән тормош иптәше Тәүфиҡ Әбделҡадир улы Зөлҡәрнәев уҙаман менән уңған ул-ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарып, матур итеп донъя көтөп, китаптар яҙып йәшәп яталар!
Ф.С.Зөлҡәрнәева ижады бөгөнгө көндә һис шикһеҙ Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге район хакимиәте премияһына лайыҡ тип тулы фекергә киләм!
Белешмә. Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы Зөлҡәрнәева 1960 йылдың 13 апрелендә тыуған. 1967 йылда Рысай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. 1975-1977 йылдарҙа Сәфәр мәктәбендә урта белем ала. 1979 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст медицина училищеһын тамамлай.Хеҙмәт юлын Силәбе ҡалаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Әлеге көндә Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында йәшәй. Балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
2016 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. “Беҙҙең усаҡ” (2016), “Арба юлы” (2018), “Яйыҡбикә һүҙ һорай” ( 2019), “Икмәк булһа, йыр ҙа була” (2023, авторһаш), “Изге хәтер” (2024, авторҙаш), “Рухи асылыбыҙ – ырыуҙар тарихында” (2024, авторҙаш) исемле китаптарҙың авторы. Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыусы (2018, 3-сө дәрәжәләге диплом), Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашыусы (Өфө, 2018), “Салауат йыйыны” фольклор байрамының сәсәндәр әйтешендә 1-се урын яулаусы (2019), Беренсе төбәк-ара сәсәндәр әйтешендә Гран-при яулаусы (2021, Әбйәлил районы), Ғафури районының “Сәсәндәр мәктәбе” шиғри конкурсында 2-се дәрәжәләге диплом эйәһе (2021), БР Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән бойомға ашырылған Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы проекты сиктәрендә ойошторолған “Башҡорт теле – туған телем” Төбәк-ара шиғри конкурсында 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнә (2025) һәм башҡа шиғри бәйгеләрҙә ҡатнашыусы, дәрәжәле урындарҙы алыусы.
Ижады һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Ф.Зөлҡәрнәеваға 2022 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Шиғырҙары төрлө баҫмаларҙа, бер нисә авторҙың китаптарында донъя күрҙе. Өс тиҫтәнән ашыу шиғыры төрлө композиторҙар тарафынан йырға һалынған.
Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙының һөнәри эшмәкәрлеге Силәбе өлкәһе Мәғариф һәм фән министрлығының Хөрмәт грамотаһы һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Рәүеф Шаһиев,
филология фәндәре кандидаты.
СӘСӘНИӘ
Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллинаның
«Яйыҡбикә һүҙ һорай» китабын уҡығандан һуң
Ҡулдарыма алдым, хазиналай,
Сәсәниә яҙған китапты.
Күңелемде биләп уятты ул,
Күңелемде имләп илатты.
Һәр бер юлы уның, һәр бер һүҙе
Алтын-гәүһәрҙәргә бәрәбәр.
Милләт заңын, милләт зарын йыйған
Табаҡ-табаҡ теҙмә әҫәрҙәр.
Китап биттәрендә баҙлап тора
Ҡобайырҙар, йырҙар, йомаҡтар,
Нәсихәттәр, бәйет, мөнәжәттәр,
Бағышлауҙар, арнау, таҡмаҡтар.
Туған телебеҙҙең гүзәллеген
Бөркә ошо аҫыл шиғриәт.
Ижад емештәрен татыр булһаң,
Иңдәр тоя рухи
көс-ғәйрәт.
Сәсәниә – Яйыҡбикә заты,
Яйыҡ буйҙарынан – сығышы,
Был замандың ябай ҡатын-ҡыҙы,
Эш-һөнәре – шәфҡәт туташы.
Ҡыҙ сағынан бирле сит төбәктә,
Сит мөхиттә үтә ғүмере.
Ә шулай ҙа башҡорт ғәме менән
Яна ғүмер буйы йөрәге.
Йөрәк тамырында Салауаттар,
Аҡмуллалар ҡаны урғыла.
Ижадының шишмә-даръялары,
Яйыҡ һыуы һымаҡ, мул аға.
Туташ-сәсәниә… Ул дауалай
Кешеләрҙең тәнен һәм йәнен.
Тәнгә осло энә ҡаҙағандай,
Йәнгә ҡаҙай үткер ҡәләмен.
Башҡорт имен, һау-сәләмәт булыр,
Йортон-илен биләр ҡот-ырыҫ –
Бөгөнгөләй, килер замандарҙа
Тыуһын халҡын имләр ҡатын-ҡыҙ!
Мөнир Иҡсанов