

Байтаҡ ҡына яугир-яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың яуҙаштары быйылғы Ураҙа-байрамды шартына тура килтереп билдәләй алдылар.
Илсе ауылы фермеры, МХО зонаһына хәҙер инде биш-алты тапҡыр барып ҡайтҡан Айнур Хәйҙәр улы Моратов һәм Ҡунаҡбай ауылындағы “Илъяс” мәсетенең имам-хатибы Урал Камил улы Шөғәйепов Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә ҡорбан салдылар, табындар ойошторҙолар.
Әйткәндәй, ике егет тә быйыл ғинуар айында ғына унда булып килгәндәр икән.
-Класташым, “Глаз” позывнойы йөрөткән Ҡалуй ауылы егете телефондан һөйләшкәндә саҡырғайны, тәүәкәлләргә булдым. Ә Айнур Хәйҙәр улы бик тә тәжрибәле ирекмән булып бөткән, беҙ уның менән мәсеттә танышҡайныҡ, - тип һөйләй Урал Камил улы. -Медикаменттар, башҡа күстәнәс тейәп алып барҙыҡ. Башҡортостанда ғинуар ҡыш, ә унда - еүеш, батҡаҡ. Ярар ҙа, исмаһам, беҙ барғанда саҡ ҡына туңырып алды.Фронттан 30-40 километрға яҡыныраҡ ебәрмәнеләр. Башбаштаҡлы рәүештә теләгән ереңә йөрөп булмай бит унда, һәр маршрутты килешергә кәрәк. Разведка ротаһының хәрби заданиелар үтәү араһында ял итеү урынында туҡталдыҡ ике тапҡырҙа ла. Блиндаждары төҙөк, һалдаттар бер нәмәгә бәлә һалмай, әммә арығанлыҡтары һиҙелеп тора. Шуны ла билдәләр инем – азат ителгән территорияларҙа төҙөкләндереү, төҙөлөш эштәре киң йәйелеүе күңелгә нисектер кинәнес бирә.
Барыһы ла иҫән-һау булһын тип ялбарып доғалар ҡылдыҡ, ҡорбан ғәйеттәре ойошторҙоҡ. Тәү сәфәр ҡылғанда бер һарыҡты Бөйҙөнән Әлфиә-апай биргәйне, үҙебеҙҙә үк һуйып, ит көйөнсә алып барҙыҡ. Ә ике һарыҡты унда ғына һатып алдыҡ. Беҙҙән ҡиммәтерәк, тере ауырлығының килоһы 400 һум иҫәбе менән урындағы кешеләр һатты.
Ә икенсе тапҡырында, шул уҡ Айнур-туған менән Ураҙа ғәйетенә тура килтереп барҙыҡ. Был тапҡырында иһә ике һарыҡты ла унда барғас һатып алдыҡ. Ҙур табынға йыйылып ултырыу килеп сыҡмай инде унда, бер ерҙә күмәкләп өймәкләшергә рөхсәт ителмәй, сәбәбен үҙегеҙ ҙә аңлап торағыҙҙыр инде. Былау бешереп һыйланыҡ.Ҡорбан итенең байтаҡ өлөшөн санитар подразделениеға тапшырҙыҡ, яралыларға сихәт булыр!
Егеттәр, әлбиттә, шатланды. Үҙебеҙҙең яҡташтарҙан тыш, башҡа мосолмандар ҙа байтаҡ унда – үзбәктәр, тажиктар. Мосолман тиһәм дә, дин буйынса айырыу бер кемдең башына ла килмәй – барыһы ла унда хәрби туғандар, Рәсәйҙең тоғро һәм ҡыйыу уландары. Әйткәндәй, православие дине руханийы отец Михаил да беҙҙе күреүгә ҡыуанды, “мосолман-туғандар” тип, Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотланы. Ул үҙе унда 2022 йылдан алып йөрөй. Элек мулла ла булған был частә, әммә яраланып ҡайтырға мәжбүр булған. Снаряд ярсыҡтары – һалдатмы, дин әһелемә был, тип ҡарап тормай.
-Күстәнәстәрҙе мул ғына алып барғанһығыҙ буғай, ылау туплауҙа кемдәр ҡатнашты?
-Илсе, Мансур, Ҡунаҡбай, Абҙаҡ ауылдары халҡы, “Юлдаш”, “Карано-Александровское” йәмғиәттәре һәм башҡа күп, барыһын да иҫәпләп сығырлыҡ та түгелдер, ойштороу эштәрен Учалы районындағы М.Шайморатов исемендәге штаб алып бара торған. Сығымдар күп, бер еңел автомобилгә бензин хаҡы ғына ла 20-25 мең һум тирәһе йыйылып китә. Әммә егеттәрҙең яҡтырып киткән йөҙҙөрен күреү семтем дә шөбһә ҡалдырмай – бер сығым да артыҡ түгел!
-Шөкөр, бар халҡыбыҙ МХО яугирҙәренә ярҙам итергә тырыша. Был ғәмәл дин ҡарашында сауаплы буламы икән?
-Эйе, сауап икәнлегенә иманым камил. Кемдер йөҙәр –йөҙәр мең һум аҡсаһын йәлләмәй, кемдер 50 һумын күсерә, берәүҙәр көнө-төнө маскировка селтәрҙәре үрә, икенселәр гуманитар ылау туплағанда ғына хәленән килгәнсә күстәнәс һала. Ошоға бәйле Ислам динендәге бер фәһемле риүәйәтте иҫкә төшөрәһе килә. Яуыз бәндәләр Ибраһим пәйғәмбәрҙе (ғәләйһис-сәләм) яндырып үлтермәксе була. Шул саҡ бер бәләкәй генә ҡырмыҫҡа ауыҙына һыу уртлап, дөрләп янған ялҡынға һирпергә тотона. “Шул тиклем ҙур утты һин һипкән генә һыу менән һүндереп булмаясағын аңламайһыңмы ни?” – тип һорағастары, “ Һүндерә алмаһам да, Аллаһы Тәғәлә алдында яуабым буласаҡ – хәлемдән килгән барыһын да эшләнем!” Беҙҙә лә шул уҡ хәл! “Әл-Ғимран” сүрәһендә иман килтергән кешеләргә сабыр итергә, дошман алдында әҙерлекле һәм уяу булырға, сиктәрҙе һаҡларға бойоролған. Бынан башҡа ла аят-хәҙистәрҙе иҫкә төшөрөргә мөмкин. МХО һалдаттары илебеҙ именлеге, тыныс тормош өсөн ҡан түгә, мәрхүм булғандары шәһит дәрәжәһенә күтәрелә, тип уйлайым һәм уларға булышлыҡ итеү барыбыҙҙың да рухи бурысыбыҙ.
-Ни генә тимә, беренсе тапҡыр МХО зонаһына барыу ҡурҡынысыраҡтыр, өс тиҫтә саҡрым заман артиллеряһы-ракеталары өсөн ара ла түгел. Моғайын да хәүеф янау арҡаһында күңел һиҙгерләнгән мәлдә эстән уҡынып йөрөгәнегеҙҙер? Ниндәй доғалар йышыраҡ иҫкә килде?
-“Аятел-Көрси” (“Әл-Бәҡара” сүрәһенең 255-се аяты) һәм бик йыш салауат әйтелде (һуңғыһы - Мөхәммәд пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) доға тигәнде аңлата).
-Яугирҙәрҙең үҙҙәренән “Окоптарҙа динһеҙҙәр юҡ!” тигәндәрен йыш ишетергә тура килде. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
-Әлбиттә, ҡурҡыныс янағанда, һәр кемебеҙ Аллаһы Тәғәләгә ялбара башлай. Ҡәрьәндең 17-се сүрәһенең (“Исра. Төнгө күсерелеш”) 67-се аятындә ла әйтелгән бит: «Диңгеҙҙә йөҙгән сағығыҙҙа башығыҙға афәт төшһә, Аллаһтан башҡаға табынғандарығыҙ юҡ була. Ул (Аллаһ) һеҙҙе ҡоро ергә сығарып, ҡотҡарып ҡалғас, йөҙ сөйөрәһегеҙ. Кешеләр һис шөкөр итмәҫ». Егеттәребеҙ, иҫән-һау йөрөп килһендәр ҙә, күңелдәрендә иманды һаҡлаһын, тип теләр инем. Эйе, барыбыҙ алдында ла мөҡәддәс бурыс тора – һуғыш тамамланып, егеттәребеҙ еңеү менән ҡайтҡас, уларға йәнә тыныс тормошҡа ылығып китергә ярҙамлашыу. Ҡәҙимге йәшәйештән кинәт ут өйөрө эсенә эләгеү улар өсөн оло стресс булды, фронт ауырлыҡтарынан һуң кире өйрәнеп китеү ҙә һынауға әйләнеүе мөмкин. Яңғыҙҙарын ҡалдырмау, күңел йылыһын йәлләмәү, ниндәй ҙә булһа шөғөлдәргә йәлеп итеү, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороу бик мөһим бындай мәлдә. Мосолмандар ошо тәңгәлдә бөтә дәүләт структуралары, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға әҙерҙәр.
...Йәмәғәт ойошмаһы тигәндән, Урал Камил улы Учалы районы башҡорттары ҡорлтайының ағзаһы, тәҡдим итәләр икән, киләсәктә ауыл Советы депутатына һайлауҙа ҡатнашырға ла ҡаршы түгел. Мосолман йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуы яҡшы, тигән фекерҙә ул. Хәләл ефете Луиза Альберт ҡыҙы Хажина ла – Ҡунаҡбай ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Әүҙем тормош позицияһы тәңгәлдә Учалы ҡалаһы һәм районының имам-мөхәсибе Дим хәҙрәт Закиров, район Советы депутаты, йәмәғәтсе һәм хужалыҡ эшмәкәре булараҡ үҙе өлгө бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды әңгәмәсебеҙ.
P.S. Урал Камил улы Шөғәйепов 1988 йыл Уральск ҡасабаһында донъяға килгән. Оҫта токарь булараҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында, Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә (УМПО) хеҙмәт итә, хатта, шахтер булып та эшләп өлгөргән. Бөгөнгө көндә Учалы РИВС машина төҙөү заводында токарь булып эшләй (имам-хатип булғас, эшкә ялланғанда уҡ, миңә йома намаҙҙары үткәрергә кәрәк, тип 4 көнлөк эш аҙнаһын шарт итеп ҡуя, предприятие етәкселеге ҡаршы сыҡмай). Тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр, өлкәне намаҙға ла баҫҡан.
-Иманға килгәндә яҡын кешеләрҙең өлгөһө ныҡ мөһим. Дингә мине башлап өләсәйем Мөһәлилә абыстай өйрәтте, Уральск мәктәбе уҡытыусыһы Динә Хатип ҡыҙы Кәримованы ла рәхмәт менән телгә алыр инем – “Тормош һабаҡтары” дәрестәрен уҡытҡанда, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән рәттән, Ислам нигеҙҙәренә төшөндөрө алды, күңелдәребеҙгә иман орлоҡтары һалды. Тәүҙә ошондай ҡеүәтле этәргес көстәр булғас, момолман кешеһе һуңғы һулышына тиклем аң-белем сарсырға тейеш, тип тырышам инде, - ти Урал хәҙрәт. Һәм бер шатлығы менән уртаҡлашты: “Ҡунаҡбай мәсетенә яҡшы ремонт үткәрелде. Бағыусыбыҙ Илдар Ғаяз улы Килдебаевҡа рәхмәттәр төшһөн, йөҙөр-йөҙәр мең һумын тотонғандыр, тип самалайым. Күпме икәнен теүәл генә әйтә алмайым, сөнки үҙем дә белмәйем – кеше алдында маҡтаныу-маһайыу өсөн түгел, тик Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өмөтләнеп тотондо бит”.