

Әүлиә шишмәһе Иҫке Байрамғол ауылынан йыраҡ түгел Әүештау итәгендә урынлашҡан. Унда йыл һайын районыбыҙҙан, Башҡортостандан ғына түгел, сит яҡтарҙан да күпләп халыҡ килә. Изге һыуын дауа өсөн алып ҡайталар.
Әүлиә шишмәһе һыуының һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын лаборатор тикшереүҙәр ҙә иҫбатлаған: унда минералдар һәм химик матдәләр бар. Элек был шишмә һыуын дарыу урынына ҡалаҡлап ҡына эскәндәр.
Әлеге ваҡытта шифалы һыулы инеш урғыла башлаған, тип хәбәр итә шишмә буйын таҙартып, тәртиптә тотоусы, ошо ауылда йәшәүсе уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Фәнүр Шаһиев.
Бындай иҫтәлекле урында үҙеңде нисек тоторға? Фәнүр Фәнит улы шишмәгә барыусы сәйәхәтселәрҙе иҫкәртергә онотмай:
"Шишмә ғәҙәттә өҫтән 25 көн самаһы аға, һуңынан 10-15 көн самаһы кәмей һәм ер аҫтына китә. Уртаса шишмә 40 көн самаһы аға (30 көндән 60 көнгә тиклем дә аҡҡаны бар). Быйыл май аҙаҡтарына тиклем шишмә һүрелмәҫ, тигән ниәттәбеҙ.
Автомобиль туҡталҡаһы һәм һыу алыу - бушлай. Теләге булғандар шишмә янында урынлаштырылған йәшниккә изге биләмәне тәртиптә тотоу, дежурлыҡ һәм төҙөкләндереү өсөн хәйер ҡалдырып китә ала.
Ял һәм байрам көндәрендә шишмә буйында оҙон сират күҙәтелә, халыҡ автобустар менән килә. Шуға ла һыу алыу өсөн кешеләр сәғәттәр буйы көтә. Пик сәғәте 11.00-17.00 сәғәттәр. Шуға күрә оҙон сираттарҙы кәметеү өсөн был ваҡыттарҙа һыуҙы һәр кешегә 5 литр самаһы ғына бирәсәкбеҙ. Насос урынлаштырылмаясаҡ. Кем сиратта торғоһо килмәй сәйәхәтегеҙҙе алдан планлаштырығыҙ, эш көндәрендә барырға тырышығыҙ. Айырыуса апрель аҙағына тиклем һыу өҫтән яҡшы аға. Иртәнсәк һәм кискеһен шишмә буйында халыҡ аҙ була.
Биләмәлә дежурҙа тороусыларҙың хеҙмәтен ихтирам итегеҙ.
Шишмә буйында һәм юлда видеокамералар урынлаштырылған.
Бәҙрәфтәрҙә таҙалыҡ күҙәтегеҙ, биләмәлә сүп-сар, шешәләр ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ менән алып ҡайтығыҙ.
Әүлиә шишмәһе - айыҡлыҡ биләмәһе. Бында алкоголле эсемлектәр эсеү тыйыла.
Шишмә буйы, Әүеш тауы талпандарға ҡаршы препараттар менән эшкәртелмәй. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙ менән махсус репеленттар килтерергә лә була.
Биләмәлә ут яғыу ҡәтғи тыйыла. Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күҙәтегеҙ.
Изге урында үҫкән сәскәләрҙе, үҫемлектәрҙе өҙмәгеҙ".
Иҫкәртмәнең төп талаптарын ғына тәҡдим иттек. Ғөмүмән, Әүлиә шишмәһе һәм тауы - ул элек-электән бәндәне һынау урыны һанала. Был урында доғалар ҡылып, теләктәр теләп, күңел менән таҙарынып йөрөп ҡайтырға насип булһын һәр кемебеҙгә.