

Хәҙер инде 3-сө тапҡыр Учалы районында “Буҙа байрамы” конкурс фестивале ойошторолдо.
Бөгөн, йәғни 18 апрель шаулап-гөрләп Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәҙәниәт йортонда үтте.
Ағинәйҙәр ойошмаһы, мәҙәниәт бүлеге һәм район башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән сағыу фольклор тамашаға әйләнде был сара. Милли костюм көнө менән тап килеүе иш янына ҡуш булғандыр: бик тә сағыу башҡортса кейенеп килгән ҡатындарҙың үҙҙәрен генә күреп тә күҙ ҡамашырлыҡ. Йыр-бейеү, шаян таҡмаҡтар яңғырап торҙо.
Һис көттмәгәндә беҙҙең үҙебеҙҙе лә “контрольная закупка” тип аталған бойондороҡһоҙ баһалау комиссияһы составына индерҙеләр. Яҡшы буҙа рәтен бәләкәй саҡтан беләбеҙ, әммә был осраҡта ҡойолоп та ҡалынды, сөнки 11 өлгөнөң һәр береһе үҙенсәлекле һәм татлы. Бының серҙәре тураһында ла төпсөнөп белештек. Берәүҙәр ҡымыҙ менән әсетә, икенселәр сәтләүек йә кипкән еләк өҫтәй икән! Был хаҡта гәзиттә ентекләп яҙып сығарырбыҙ. Еңеүселәрҙе лә күрһәтербеҙ, әммә жюри ағзаһы булараҡ иманыбыҙ камил – конкурста ҡатнашҡан һәр оҫтабикәне еңеүсе тип таныу бик тә хаҡ булыр ине. Учалы буҙаһы – дан!