2025 йылдың башынан Башҡортостанда 55 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, 679,4 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуының 55 осрағы теркәлгән.
Боронғолар был афәт тураһында юҡҡа ҡына шулай тимәгән – уны туҡтатып, ауыҙлыҡлап алыуы үтә ҡыйын эш. Быйыл янғын хәүефһеҙлеге осоро иртәрәк башланды: әгәр ҙә былтыр ул 24 апрелдән иҫкәртелһә, быйыл республика Хөкүмәте ултырышында ошо осорҙо 4 апрелдән тип иғлан иттеләр. Тәбиғи мөхиттә һәм торлаҡ майҙанында, етештереү биналарында янғын осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн республикала ниндәй саралар күрелә?
Былтыр тәбиғәт янғындары аҙыраҡ булды
2025 йылдың башынан Башҡортостанда 55 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә Благовар, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында дүрт ҡоро үлән яныу осрағы булған.
– Һауа температураһының күтәрелеүен, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуын иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, шулай уҡ 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ, — тип белдерҙе республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Министр Гидрометеорология буйынса федераль хеҙмәт һәм Авиация урман һағының яҡынса фараздарына нигеҙләнеп әйтеүенсә, республиканың айырым райондарында майҙан алып сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — төрлө хәлдәргә әҙер булыу. Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды, ул 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ландшафт янғындарын һүндереү өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника әҙер.
– Республика янғынға ҡаршы хеҙмәтенең беҙҙең ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы нигеҙендә йыл һайын оператив штаб ойошторола, уның бурысы — янғындарҙы һүндергәндә өҫтәмә техника, янғын һүндереү ҡорамалдары һәм ирекмәндәр менән тәьмин итеүҙе координациялау. Ошо эш барышында 55 муниципалитет ландшафт янғындарын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөнө. Бынан тыш, Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, уҙған миҙгелдәрҙә ул үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫланы, — тине Кирилл Первов.
Урмандарға инһәң, шырпыһыҙ ин
Тирә-яҡ өсөн иң ҙур хәүеф тыуҙырғаны урман янғындары. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралаығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар йәшен йәки башҡа сәбәп буйынса тәбиғи рәүештә лә тоҡанып китергә мөмкин. Былтыр республикала 266 тәбиғи янғын сыҡҡан, ул бөтәһе 211,5 гектар майҙанды ялмаған. Янғын хәүефе осоро башланғас та 16 урман янғыны сығанағы барлыҡҡа килгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа аҙыраҡ – 2023 йылда 165 урман янғыны теркәлгәйне.
Урман янғындары былтыр түбәндәге муниципаль берәмектәрҙә теркәлгән:
Белорет районында – дүрт янғын;
Йылайыр районында – өс янғын;
Әбйәлил районында – ике янғын;
Күгәрсен районында – ике янғын;
Баймаҡ районында – ике янғын;
Учалы, Әлшәй, Дыуан райондарында берешәр янғын.
Алдан иҫкәртеү бәләнән ҡотҡарыр
Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай, Шишмә, Благовар райондары, Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәләрендә йыл башынан 679,4 гектар майҙанда 55 ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән, Ғафури, Баймаҡ райондарында, Күмертауҙа – ике, Әлшәй, Өфө райондарында, Сибай, Ағиҙел һәм Дәүләкән ҡалаларында – өс, Ишембай районында – дүрт, Хәйбулла районында – алты, Әбйәлил районы биләмәһендә ун янғын сыҡҡан. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, янғындар һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.
Мәрхүм сабыйҙар, булдыҡһыҙ әсә...
Ут афәтендә сабый балаларҙың һәләк булыуы – иң аяныслыһы. Быйыл мартта, мәҫәлән, Дәүләкән районындағы янғында биш баланың һәләк булыуы бөтә республика халҡын тетрәндергәйне. “Әсәнең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Тейешенсә ярҙам күрһәтербеҙ. Барығыҙҙан да үтенеп һорайым: үҙегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Асыҡланыуынса, әсә кеше был ваҡытта төнгө сменала булған, ул подъезға инеү менән янғын еҫен һиҙгән һәм фатирға йүгереп ингән. Дүрт сабый ҡатындың өйҙәш ире менән бергә диванда үле килеш табылған. Ә бер бала уянып, диван аҫтына йәшенгән булған. Әммә ағыулы төтөндән ҡотола алмаған... Был хаҡта «Честно говоря» телеграм-каналына янғында сабыйҙарын юғалтҡан ҡатындың апаһы һөйләйгән.
Баҡтиһәң, мәрхүм сабыйҙарҙың әсәһе 2025 йылдың ғинуарынан балалар пособиеһы алмаған. Документтарҙы ваҡытында тапшырмаған. Ғаилә хеҙмәте белгесе яңыраҡ документтар йыйырға һәм тапшырырға ярҙамлашҡан, мартта түләүҙәр күсергә тейеш булған.
Йәш ғаилә 2021 йылдан алып профилактик иҫәптә торған, ә әсә үҙе наркодиспансерҙа иҫәптә булған. Опека органдары бер нисә тапҡыр балаларҙы тартып алып, махсус учреждениеларға урынлаштырған. Әммә 2024 йылда ҡатын, дауаханала реабилитация үткәндән һуң, сабыйҙарын кире ҡайтарып алған.
Буяу склады ҡурҡыныс булып янды
Былтыр иң ҙур янғындар араһында Өфөләге “Буяуҙар азбукаһы” йәмғиәте складындағы осраҡты күрһәтергә булалыр. Ноябрь аҙағында башҡаланың Ауыл кисеүе урамында төтөн күтәрелеүе тураһында хәбәр алынғас, янғын һүндереүселәр шунда ашыҡты. Майҙаны бер мең квадрат метрҙан ашыу булған был бинала, асыҡланыуынса, ут электр ҡаҙанының тейешенсә тоташтырылмауы арҡаһында сыҡҡан. Тиҙ яныусан буяу материалдары, кәрәсин һәм башҡа яғыулыҡ янғындың үтә тиҙ таралыуына сәбәпсе булған.
– Янғын киң ҡоласлы һәм асыҡ шарттарҙа булһа ла, беҙҙең шәхси состав уны һүндереүҙә әүҙемлек күрһәтте, ығы-зығы булманы, – ти Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралағы етәксеһенең беренсе урынбаҫары, эске хеҙмәт полковнигы Эдуард Иҙрисов. – Бер мәл янғын күрше бинаға күсеү хәүеф тыуҙырҙы, барыһын да бер нисә минут хәл итә ине, ошондай шарттарҙа беҙҙең команда оператив һәм грамоталы эшләне, янғындың таралыуына юл ҡуйманы. Янғын һүндереүселәр һәм граждандар араһында зыян күреүселәр булманы.
Уяу булайыҡ
Быйыл, йылы көндәр иртәрәк башланыуы сәбәпле, Өфө, Ишембай, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Дәүләкән һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа бөтәһе 17 урында ҡоро үлән тоҡанып киткән осраҡтар теркәлде. Был сығанаҡтар барыһы ла һүндерелде, әммә 25,5 гектар ер янып өлгөрҙө.
Урманға барырға йәки шәхси йорто тирәһен таҙартырға йыйынғандарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
– ҡоро үләнде яндырма, айырыуса тышта ел булғанда;
– яндырылған шырпы һәм тәмәке төпсөктәрен үләнгә ташлама;
– усаҡ өсөн урын махсус һайлап алынған ерҙә булһын.
Урман янғындары буйынса хәл быйыл ҡатмарлыраҡ булырға оҡшай: йыл башынан алып ошондай хәүефле ваҡиғалар 51 урында теркәлгән һәм улар 71,55 гектар ергә зыян килтергән. Барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.
Тәбиғәт һәм урман янғындарын һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан территориаль системаһы (уға кешеләр һәм техника ла, ирекмәндәр ҙә һәм хатта вайымһыҙ булмаған барлыҡ граждандар ҙа ҡарай) йәлеп ителде. Күмәк көс менән янғын юлында бураҙналар эшләнде, минерал һыҙаттар һалынды.
Ҡоро үлән – хәүеф сығанағы
Күп тапҡырҙар иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ауылдарҙа һәм баҡсасылар йәмғиәттәрендә яҙын ҡоро үләнде яндырыу осраҡтары кәмемәй. Быйыл апрелдә, мәҫәлән, Сибай ҡалаһы янындағы 13-сө баҡсасылыҡ ширҡәтендә кемдер ҡоро үләнгә ут төрткән, көслө ел уны тиҙ арала тирә-яҡҡа тарата ла һалған. Янғынды һүндерергә 42 кеше һәм 17 берәмек техника йәлеп ителде. Бәхеткә ҡаршы, зыян күреүселәр юҡ. Ошондай уҡ хәл Туймазы ҡалаһының Примакин урамында ла булды, бында күҙ асып йомған арала өс гектар ер янды. Шулай ҙа уның эргәләге торлаҡ йорттарға күсеп өлгөрөүенә юл ҡуйылманы. Сәбәбе бында ла шул уҡ – ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр белгестәре төрлө биналарҙы бер-береһенә яҡын итеп төҙөмәҫкә, йорт янында һәр саҡ ут һүндергес тоторға кәңәш итә.
Күҙәтеү һәм контроль дауам итә
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре янғын сығыу ихтималын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактика сараларын даими рәүештә үткәрә. Шулай ҙа торлаҡ йорттарҙа янғын сығыу осраҡтары йыш була әле. Янғын күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, халыҡты йыйып, хәүефһеҙлек талаптарын аңлата, һорауҙарға яуап бирә. Шулай уҡ йорт яны майҙандарын тиҙ тоҡаныусан әйберҙәрҙән, сүп-сарҙан таҙартыу кәрәклеген йыш иҫкә төшөрәләр, ҡоро үләнде яндырыу һәм хәүефле режим шарттарында усаҡ яғыуҙың тыйылыуын белдерәләр.
Профилактика рейдтары барышында көнкүрештәге янғын хәүефһеҙлеге, электр приборҙарын, мейес һәм газ ҡоролмаларын нисек файҙаланыра кәрәклеге тураһында әйтәләр. Ата-әсәләргә балаларына янғын хәүефе һәм ут менән шаярырға ярамағанлығын төшөндөрөп торорға кәңәш ителә.
Өфө районында ауылдар ҙа, баҡсасылыҡ ширҡәттәре лә күп. Шуға күрә бында патруль төркөмдәренең рейдтар үткәрелеүенә айырым иғтибар бирелә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус төркөмдәр менән дә тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. Был төркөмдәр ауылдарҙа ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырылмауын да тәүлек әйләнәһенә контролдә тота. Тәбиғәттә ял иткәндәр хәүефле шарттарҙа һәм урында усаҡ яҡмаһын өсөн дә күҙәтеү даими алып барыла. Ундай хәлдәр асыҡлана ҡалһа, ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыла.
Эш күҙетеү менән генә бөтмәй, әлбиттә, янғын һүндереүселәрҙең тәбиғи афәткә ҡаршы тороуға әҙерлеге лә һәр мәлдә юғары кимәлдә булырға тейешле. Шуны иҫәпкә алып, быйыл 18 марттан 20 мартҡа саҡлы ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәренең команда-штаб күнекмәләре уҙғарылды. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр көстәренең һәм уларға идара итеү органдарының янғын һүндереүгә әҙерлек кимәленең нисек булырға тейешлеге тикшерелде, торлаҡ йорттарҙы һәм иҡтисад объекттарын урман янғынынан һаҡлау саралары һынап ҡаралды.