

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Иманғол ауыл Советы биләмәләрендә донъяға килеп, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир уҙғарылды.
Төрлө ауылдарҙан һәм Учалы ҡалаһынан дүрт тиҫтәнән ашыу йәш көрәшселәр бил һынашты. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә чемпион булдылар: Вилдан Вәлиуллин, Ислам Вәлиуллин, Аслан Камалетдинов, Рим Ғәбиҙуллин, Ислам Фәррәхов, Илнур Хәсәнов, Рәдиф Ғәзизов, Рамаҙан Фәйзуллин,Рәүил Туҡтаметов, Фидан Баҡыев. Айырым номинациялар буйынса ла спортсылар билдәләнде: иң йәш көрәшсе – Наил Зыяитдинов; иң таҙа алып бәреүселәр – Рәдиф Ғәзизов, Вилдан Вәлиуллин; айырыуса ихтыяр көсө күрһәтеүселәр - Рияз Ҡоләмбәтов, Илнур Хәсәнов.
Командалар араһында беренсе урын – Иманғол, икенсе – Сәфәр, өсөнсө – Рәсүл ауылы вәкилдәре. Был турнирҙың абсолют батыры – Учалы ҡалаһындағы –се Башҡорт лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Фидан Баҡыев. Уға ярыштың спонсоры, Иманғол ауылынан Салауат Лотфуллин тәкә бүләк итте. Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәр араһында шулай уҡ спорт мастерҙары Малик Минһажев, Ким Латиповтар. Әлбиттә, турнир үтеүҙә төп роль башҡарыусы – уҡытыусы һәм тренерыбыҙ, БР атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, РФ мәғариф һәм тәрбиә отличнигы Рәмил Ғәли улы Әхмәтйәнов. Шулай уҡ Иманғол ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Гөлнара Радиҡ ҡыҙы Хәмбәлиеваға, сағыу һәм дәртле патриотик тәрбиә сараһы үтеүгә ҡағылышлы бөтә иптәштәргә рәхмәт әйтке килө! ....Баштарын МХО яуы ҡырында һалған Иманғол ауыл Советы ауылдары яугирҙәрен иҫкә алайыҡ: Закиров Айгиз Радик улы, Йәнтүрин Айҙар Жәүҙәт улы, Ибраһимов Юнир Рәмүз улы, Сибәғәтуллин Фәнил Фәрит улы, Дәүләтшин Азамат Урал улы, Муллайәнов Марат Урал улы, Рәүилов Ришат Әүәл улы.
Айҙар Әхмәтйәнов, Иманғол ауылы