Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Апрель 2025, 11:30

Халыҡ менән бергә

Алина Мөхтәр ҡыҙы 1982 йылда Яңы Байрамғол ауылында тыуған. 2000 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалына “Филология” факультетына уҡырға керә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Кирәбе мәктәбендә башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы булып башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң, 2007 йылда Учалы ауыл советына секретарь булып урынлаша. Әлеге көндә Учалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары вазифаһында.

Халыҡ менән бергәХалыҡ менән бергә
Халыҡ менән бергә

Рәсәй Президенты В. Путиндың 2012 йылдың 10 июнендәге Бойороғона ярашлы, илебеҙҙә 21 апрель - Урындағы үҙидара көнө булараҡ билдәләнә. Был дата осраҡлы һайланмаған. 1785 йылдың 21 апрелендә Екатерина II ҡалаларға Хоҡуҡ Грамотаһы булдырған. Ул урындағы үҙидара органдарына Рәсәй ҡануниәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән.

Урындағы үҙидара эшмәкәрлегенең әһәмите баһалап бөткөһөҙ. Районыбыҙ ауылдарын төҙөкләндереүҙә, социаль, торлаҡ-коммуналь тармаҡты үҫтереүҙә һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрҙе хәл итеү уларҙың тырышлығына бәйле. Халыҡтың тормош сифаты өсөн дә урындағы үҙидара органдары яуаплы.
Һөнәри байрамдары уңайынан халыҡ хәстәрен үҙ иңдәренә алған Учалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Алина Хисмәтуллина менән әңгәмәләштек.

Алина Мөхтәр ҡыҙы 1982 йылда Яңы Байрамғол ауылында тыуған. 2000 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалына “Филология” факультетына уҡырға керә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Кирәбе мәктәбендә башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы булып башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң, 2007 йылда Учалы ауыл советына секретарь булып урынлаша. Әлеге көндә Учалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары вазифаһында. Ошо ваҡыт эсендә ул Учалы ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың халҡын, уларҙың шөғөл-һөнәрҙәрен, йәшәү рәүешен, проблемаларын биш бармағы кеүек белеп бөткән. Алсаҡ, кеше хәстәренә битараф ҡала белмәгән белгес ауыл халҡының ышанысын күптән яулаған.

-Учалы ауыл советына дүрт ауыл ҡарай - Учалы, Һәйтәк, Ҡалҡан, Өргөн. 8152 кеше йәшәй. Биләмәбеҙҙә элек-элек тән тырыш һәм эшһөйәр, уңған, белемле, әүҙем, дәртле, һәр яҡлап талантлы халыҡ йәшәй. Ауыл халҡы мал үрсетә, ҡош-ҡорт үҫтерә. Быйыл республика кимәлендәге ярышта Учалы районы данын Өргөн ауылы яҡлай. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ҙур саралар уҙғарылды. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе, тәрбиә темаһына арналған күп фәһемле һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар, ярыштар, төрлө байрамдар ойошторолдо. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә күп кенә мәсьәләләрҙе хәл иттек, мәҫәлән, уҙған йылда Барвиха биҫтәһендә спорт майҙансығы сафҡа индерелде, быйыл Көнбайыш микрорайонында шундай уҡ майҙансыҡ төҙөләсәк, Көнсығыш микрорайонында ла киләсәктә буласаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам һәм аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ауыл советы биләмәһе халҡының барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Әлбиттә, башҡарылған һәм башҡараһы эштәр байтаҡ, уларҙың иҫәбе-һаны юҡ тиһәң дә була. Эш бик күп ваҡыт, көс, ял көндәрен ала. Көн һайын һиңә ярҙам һорап кешеләр килә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен асыҡларға, эскеселәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырырға, юлдарҙың торошо, ҡарауһыҙ мал, берәҙәк эттәр проблемаларын хәл итергә, субсидиялар юлларға ярҙам итергә тура килә, - тип һөйләй Алина Мөхтәр ҡыҙы эшенең ҡайһы бер нескәлектәре тураһында.

Алина тормош иптәше Зөфәр Ғәрифулла улы менән Айзилә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Айзилә туғыҙынсы класта белем ала, ғаилә башлығы - фермер.

 

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас