

Күмәк кеше тырышлығы менән хәҙер инде 3-сө тапҡыр Учалы районында “Буҙа байрамы” конкурс-фестивале ойошторолдо.
18 апрель шаулап-гөрләп Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәҙәниәт йортонда үтте сағыу һәм киң масштаблы фольклор тантанаһы. Милли костюм көнө менән тап килеүе иш янына ҡуш булғандыр: бик тә сағыу башҡортса кейенеп килгән ҡатындарҙың үҙҙәрен генә күреп тә күҙ ҡамашырлыҡ. Йыр-бейеү, шаян таҡмаҡтар яңғырап торҙо. Күргәҙмә, сауҙа ойошторолдо.
Розалия Абдрахманова етәкселегендәге “Наҙлыҡай” ансамбленең гөлдәй ҡыҙҙары бик тә килештереп бейегәс һәм Амангилде ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Айҙар Исламов ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп уңыштар теләгәс, конкурс үҙе башланды. Бөтә сараны яңғырауығлы тауыш менән оҫта рәүештә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлнара Исламова алып барҙы.
Шулай итеп, барлығы 11 команда ҡатнашты: Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Ҡолош, Иҫке Байрамғол, Ҡәйепҡол, Яңы Байрамғол, Иҫтамғол, Килмәк, Ғәлиәхмәр, Ишмәкәй, Мансур вәкилдәре.
Конкурс ике турҙа барҙы: буҙа буйынса танылған белгестәрҙең оҫталыҡ дәрестәре һәм иң тәмле буҙаны билдәләү, үҙ оҫтабикәләренә булышлыҡ иткән фольклор коллективтарҙың сығыштары ла баһаланды.
Тәүге турҙа 1-се урын яулаусы – Иҫке Байрамғолдан Әлфиә Балташева. Рәмилә Әбшәһитова менән икәүләп тотош тамаша ҡорҙо улар: игенде йыуыу, киптереү, ҡул тирмәне аша тарттырыу, буҙа ҡайнатыу, әсетеү тәртибе тураһында һөйләү генә түгел, күрһәтеп тә бирҙеләр. 2-се урын - Иҫтамғолдан Халиса Хилажева (“Әхирәттәр” төркөмө менән), 3-сө урын – Яңы Байрамғолдан Гөлнара Солтанова.
Иң тәмле буҙа конкурсында “алтын миҙал” – Рәмилә Мостафина (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол) һәм Рәшиҙә Мәғәсүмова (Ҡәйепҡол); “көмөш миҙал” – Хазина Ҡашапова (Килмәк) һәм Нурия Мансурова (Ишмәкәй); “бронза миҙал” – Рәүилә Маҡсютова (Ғәлиәхмәр) һәм Рәмилә Әбшәһитова (Иҫке Байрамғол).
Был һынауға үҙебеҙҙең тура ҡағылыш та булды: һис көтмәгәндә “контрольная закупка” тип шартлы аталған бойондороҡһоҙ баһалау комиссияһы составына индерҙеләр. Яҡшы буҙа рәтен бәләкәй саҡтан беләбеҙ, әммә бер аҙ ҡойолоп та ҡалынды, сөнки 11 өлгөнөң һәр береһе үҙенсәлекле һәм татлы! Тәү ҡарашҡа ябай ғына эсемлек ниңә төрлө оҫтабикәлә төрлөсә килеп сыға? Сәбәптәр күп.Әсетке ҡомалаҡтан айырым ҡайнатыла, йә элекке өлгөргән буҙа ҡулланыла, ҡымыҙ йә әсе ҡатыҡ һалыу осраҡтары бар, хатта, кипкән ҡара икмәк файҙаланыла икән.
Төп сеймал сифатында бойҙай, арыш, һоло оно алына, заманға яраҡлашып, күптәр хәҙер “Геркулес” ярмаһын ҡуллана. Ә бер оҫтабикә раҫлауынса – магазиндарҙа һатылған күп ярма ҡатнашмаларынан бик тә дан килеп сыға боронғо башҡорт эсемлеге. Ғәлиәхмәрҙән Рәмзилә Мағафурова әйтеүенсә – “Элеккене онотма, заманса йәшә!” Ул үҙе, мәҫәлән, буҙаһына сәтләүек онтағы өҫтәй, барыһына ли бик оҡшай. Бәғзеләр кипкән ер еләге, ҡарағат менән үҙенсәлекле тәм бирә.
Борон буҙаға туң май һалһалар, заман оҫтабикәләрә аҡ май, һары май, ҡаймаҡ менән һынап ҡарайҙар.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан Рәмилә Мостафина бик тә хаҡ әйтте: “Һәр кемдең үҙ сере, әммә бисмиллалап, күңел биреп тотонғанда ғына буҙа тәмле лә, сихәтле лә килеп сыға”.
Варианттар күп булғас, еңеүсене билдәләү бик ҡатмарлыға төштө. Жюри ағзаһы булараҡ иманыбыҙ камил – конкурста ҡатнашҡан һәр оҫтабикәне еңеүсе тип таныу бик тә хаҡ булыр ине. Учалы буҙаһы – дан, Учалы буҙаһына -дан!
Фольклор коллективтар араһында беренсе урынға Ғәлиәхмәрҙәр сыҡты (“Һылыуташ”), икенсе – Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдоң үҙешмәкәр артистары (“Әхирәттәр”), 3-сө урында – Ҡолош ауылы вәкилдәре (“Хәтирә”).
...Был конкурс рәсми рәүештә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына,Учалы районының 95 йыллыҡ юбилейына арналды. Әммә кәйеф-сафа ҡорған саҡтарҙа ла барыбыҙҙың күңелендә бер яра туҡтамайынса һыҡрай, күмерҙәй быҫҡып өтә. Тап әлеге мәл яугирҙарыбыҙ ут аҫтында йөрөй бит, даими рәүештә “ҡара хаттар” килә. Оҫтабикәләр ҙә был хаҡта онотмай. Сараны алып барыусы Гөлнара Айрат ҡыҙы МХО һалдаты Илдар Мирсәйетовҡа күстәнәс итеп тапшырыу өсөн уның әсәһе Флүзә Ғафур ҡыҙына буҙа тотторҙо, бар фестивалгә килеүселәр уның тиҙерәк һауығыуын, бар егеттәребеҙ тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне, амин!