Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
23 Апрель 2025, 09:22

Милләттәрҙең сағыу гөлләмәһе!

Һәм был байрам йылдың йылы үҙенә күберәк кеше йәлеп итә бара.  Бына, мәҫәлән, осраҡлы рәүештә һөйләшкән табип Фәнит Ғайсин күңел саҡырыуы буйынса тәүләп сыҡҡан: “Бынан алдағы сараны  ситтән генә ҡыҙығып  ҡарап үткәйнем. Ҡыҙым милли бүрек бүләк иткәс, мин дә ҡатнашырға баҙнат иттем”. Бик тә килешеп тора бүреге!  

Милләттәрҙең  сағыу  гөлләмәһе!Милләттәрҙең  сағыу  гөлләмәһе!
Милләттәрҙең сағыу гөлләмәһе!

18 апрелдә Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде. Был байрам 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә килә.

Учалы ҡалаһында  тантана йөҙөр-йөҙәр ҡатнашыусы һәм тамашасыны бергә тупланы. Төбәгебеҙҙең бар тараф вәкилдәре район үҙәгенә ашыҡты. Көн тәртибе буйынса барыһы ла филармония алдында йыйылырға тейештәр ине. Сафтарға теҙелә башлаусылар менән бер-аҙ һөйләшергә форсат табылды. “ Беренсе тапҡыр сығыуым. Көн һалҡыныраҡ булһа ла, оҡшай, күңелле бит! Ә матур кейемдәрҙе ауыл мәҙәниәт йортонан алып торҙоҡ”, -ти Сәфәр мәктәбе китапханасыһы Рәғиҙә Ғәббәсова. “Эйе, ир-атҡа еңелерәк, беҙҙең кейем дә ҡалын, башта – төлкө бүрек”, - тип йылмайып әңгәмәгә ҡушылды Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы хеҙмәткәре, район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Александр Шумков.  Үҙе лә баһадир кәүҙәле, ә ҡулында ян тотҡас, уға һоҡланыусы, хатта, ҡул менән ҡапшап ҡараусы балалар табылып торҙо. “Ә ниңә уғың юҡ, нисек атырға?”- тип төпсөнә башлағастары, Александр Александровичҡа хәйләләргә тура килде – йәнәһе лә, күҙгә күренмәгән “лазер уҡ” менән атасаҡ. Сабыйҙар ҡәнәғәт ҡалды. Ысынында иһә, студенттар менән “Урал батыр” эпосына бәйле дефиле тәҡдим иттеләр: бар донъяла билдәлелек алған «Һомай» клибы музыкаһы аҫтында («Әй Йола» төркөмө ) милли кейемдәребеҙҙең күркәмлеге менән һоҡландырҙылар. Дан стелаһы янындағы майҙан алҡыштарҡа күмелде. Эйе, бик матур килеп сыҡты!

Ҡурайсылар артынан ғорур үткән сафтарҙа башҡорттоҡонан тыш, рус, татар, сыуаш, марый һәм башҡа милләт кейемдәре күҙҙең яуын алды, ғүйә, бер гөлләмәгә үрелгән береһенән-береһе матур ялан сәкәләре.  Иң колоритлы ҡатнашыусылар аталы-уллы Зәйет һәм Фәһим Шакировтар булғандыр. Зәйет Шакир улы – Башҡортостандың, ә бәлки, бөтә Рәсәйҙең иң оло уғатары бит -94 йәшкә яҡынлашып килә!  Милли уғатарлыҡ ярыштарында йыш ҡатнашҡастары , сын яһау боронғо башҡортса йәтеш ҡиәфәттә улар.  Ҡулдарында Учалы уҡсыларының байрағы елберҙәй, уҡ-һаҙаҡ та алғандар. Икеһенең дә кәйефтәре бик көр. Беҙҙең менән һөйләшеп төп колоннанан бер аҙ артта ҡалғас, аҡһаҡал-уҡсы йүгерә-атлай ҡалғандар артынан ашығыуын күреп, собханаллаһ, күҙ теймәһен, тип теләндек – бындай дәрт-дарман байтаҡ йәштәрҙә юҡ хәҙер!

Күңелле үтте байрам. Сафта атлау, сәхнәләге сығыштарҙы ҡарау менән генә сикләнмәй, байрамға йыйылған бар халыҡ үҙҙәре лә әйлән-бәйлән бейенеләр.  Гөр килде оло майҙан.

 Һәм был байрам йылдың йылы үҙенә күберәк кеше йәлеп итә бара.  Бына, мәҫәлән, осраҡлы рәүештә һөйләшкән табип Фәнит Ғайсин күңел саҡырыуы буйынса тәүләп сыҡҡан: “Бынан алдағы сараны  ситтән генә ҡыҙығып  ҡарап үткәйнем. Ҡыҙым милли бүрек бүләк иткәс, мин дә ҡатнашырға баҙнат иттем”. Бик тә килешеп тора бүреге!   Ир-ат, хатта оло йәштәгеләр ҡыштарын  спорт ҡалпаҡтары   кейеүгә күстек хәҙер. Ошондай саралар үтә торһа, бәлки, боронғо  мода тергеҙелеп, исмаһам, милли бүрек-малахайҙарҙы йәнә кейә башларбыҙ? Күпкә матурыраҡ, олпатыраҡ һәм йылыраҡ бит!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас