Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Апрель 2025, 08:12

Изге ерҙә дендропарк йәйеләсәк

Төп мәғәнәһе – ғәжәйеп Әүлиә  шишмәһенә  Рәсәйҙең төрлө остарынан, хатта, икенсе илдәрҙән килгән кешеләр үҙҙәре менән ағас үҫентеләре килтереп, бында ултырта аласаҡ.

Изге ерҙә дендропарк йәйеләсәкИзге ерҙә дендропарк йәйеләсәк
Изге ерҙә дендропарк йәйеләсәк

Бик күркәм эш башҡарыла  әлеге мәл Иҫке Байрамғол ауылында. Район башҡорттары ҡоролтайы   ниәте һәм көсө менән  Әүлиә шишмәһенә барған юлдың ҡырында  ялан кәртәләнә.  Ҡоролтай рәйесе Мозафар Ҡадиров төҙөлөш материалдары менән үҙенең крәҫтиән хужалығынан тәьмин итте. Ҡасандыр киң йәйеләсәк дендропарктың  беренсе “күҙәнәге” булдырылды шулай итеп. Төп мәғәнәһе – ғәжәйеп  шишмәгә  Рәсәйҙең төрлө остарынан, хатта, икенсе илдәрҙән килгән кешеләр үҙҙәре менән ағас үҫентеләре килтереп, бында ултырта аласаҡ.  Изге урында үҙҙәренең, яҡындарының  яҡшы исемдәрен ҡалдырырға теләүселәр байтаҡ икән. Әлбиттә, урындағы кешеләр ҙә үҙҙәренә “йәшел һәйкәл” ҡуя ала. Был хаҡта гәзиттең киләһе һанында тулы күләмдә яҙырбыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас