Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Апрель 2025, 11:11

Ҡомартҡы янына ҡомартҡы

Әүлиә шишмәһе – тәбиғәт  һәм рух  ҡомартҡыбыҙ. Был дендропарк та, иш янына ҡуш булып, айырым ҡомартҡыға әйләнерҙер.   Экология мәғрифәте тәңгәлендә бик файҙалы. Юғиһә, мәҫәлән, сәйәхәтселәр  Үзбәкстандан килтерәсәк ағастарҙы ғына түгел, үҙебеҙҙә күптән үҫкәндәрҙе ла байтаҡ кешеләр  айырмай бит. Бына, мәҫәлән, Учалы ҡалаһын йәшелләндергән ҡарама, йүкә  йә ракитаны (кәзә талы) таныйһығыҙмы, ә нисә төр саған үҫә район үҙәгендә? 

Ҡомартҡы янына ҡомартҡыҠомартҡы янына ҡомартҡы
Ҡомартҡы янына ҡомартҡы

Бик күркәм эш башҡарылды  Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендә. Район башҡорттары ҡоролтайы   ниәте һәм көсө менән  Әүлиә шишмәһенә барған юлдың ҡырында  ялан кәртәләнде.

Шулай итеп, яҡын киләсәктә  киң йәйеләсәк дендропарктың  беренсе “күҙәнәге” булдырылды, ҙурлығы 16-ға 28 метр.  Дендропарк – мөмкин тиклем күберәк төр ағас-ҡыуаҡ коллекцияһы тупланған  сквер. Беҙҙең осраҡта төп мәғәнәһе – ғәжәйеп  шишмәгә  Рәсәйҙең төрлө остарынан, хатта, икенсе илдәрҙән килгән кешеләр үҙҙәре менән ағас үҫентеләре килтереп, бында ултырта аласаҡ.  Изге урында үҙҙәренең, яҡындарының  яҡшы исемдәрен ҡалдырырға теләүселәр байтаҡ икән. Әлбиттә, урындағы кешеләр ҙә үҙҙәренә “йәшел һәйкәл” ҡуя ала.  Ағас янына кемдән икәнлеген билдәләгән заманса QR-код (һанлы знак, смартфон аша ҡараһаң, текст мәғлүмәттәре пәйҙә була)  йә ябай алтаҡта ҡуйылыу күҙ уңында тотола. “Хоҙай барыһын  үҙе лә күрә”, - тип бының менән булышмағанда ла мөмкин, шулай ҙа, исем-шәриф, йыл теркәлеү ҡомартҡыға үҙенсәлек, өҫтәмә йәм бирерҙер.

Был майҙан ултырытылып бөткәс, дендропаркты Әүлиә шишмәһенә илткән юл  буйлап һыҙат менән һуҙырға мөмкинлек бар, тип самалай  шишмәне ҡараусы уҡытыусы һәм йәмәғәтсе Фәнүр Шаһиев.

Өмә “бисмиллалап” башланды, Һөйөндөк ауылы мәсете башлығы Алмас хәҙрәт Рәхмәтуллин матур итеп доға ҡылды, Аллаһ бойорһа, был урынға килеп, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ гүзәллеккә һоҡланыр, беҙҙе рәхмәт менән иҫкә алыр, тип өмөт белдерҙе.  Иҫке Байрамғол мәсетенең имам-хатибы Эрик хәҙрәт Ғәбитов та, Исламда ағас ултыртыу, йәшәгән урындарыңды төҙөкләндереү бик тә сауаплы ғәмәл  икнәлеген телгә алды. Ҡоролтай рәйесе Мозафар Ҡадиров айырым рәүештә билдәләне  – был скверҙа “Урал –батыр” эпосынан алынған өғөт-нәсихәттәр, киләһе быуындарға бирелгән рухи васыят алтаҡтарға яҙып эленә.  Ҡыҫҡаһы, үҙенә күрә милли-тәбиғи ғибәҙәтхана кеүек була инде.

Мозафар Харис улы  төҙөлөш материалдары менән үҙенең крәҫтиән хужалығынан тәьмин итте.  Рәйесебеҙ тән яғынан да ғәйрәтле икән – баған аҫтына соҡорҙар быраулау ҡоролмаһы менән уйнағандай ғына эш итеүенә һоҡланып та торҙоҡ. Был механизмды үҙ ҡулдары менән  һынап ҡарамаған кеше еңел шөғөл икән тип тә алданырлыҡ.  Туңғатар ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Алмас Ғиззәтулин  да ауыр бағаналарҙы бик еңел күтәреп йөрөтә, йөҙөнән киң йылмайыу ҙа төшмәй бит әле.  Ғөмүмәмән, барыһына ла афарин, барыһына ла эш етте был көндә. Марс ағай Камалов, рәхмәт төшкөрө, бик тәмле буҙа менән дә һыйланы, “тәпән төбө” бик тиҙ ялтыратылды.

 Зариф Ғарипов – йәмәғәт эше буйынса  башҡорттар ҡоролтайы ағзаһы, ә вазифа буйынса – район Советы секретары. Шуға ла,  был өмә тураһында ғына түгел, бөтә төбәгебеҙҙә йәшелләндереү, төҙөкләндереү эштәре тураһында фекер алышырға форсат табырға тырыштыҡ.

-Минең “зәңгәр хыялым” – райондағы  бөтә юлдарҙың эргәһендә өсәр рәтлек урман һыҙаттары булдырыу.  Аҡ шыршы (пихта), муйыл, мышар, алма, энәлек, гөлйемеш һәм башҡанан, - ти Зариф Ғадинан улы. -  Төп өлөштә һатып алырға ла кәрәкмәй бит, урманда йәш үҫентеләр быуа быуырлыҡ. Элекке сүплек урындарын, сәнәғәт майҙансыҡтарын  ҡаплау өсөн пирамидаль тирәктәр бик яҡшы вариант буғай. Кемдер килер  ҙә эшләр тип көтәһе юҡ инде, кем үҙ төбәген ярата, тыуған яғы  менән ғоруланғы килә – шул тота ла эшләй.  Район башҡорттары ҡоролтайы кеүек. Иманым камил, һәр ауыл янында парк йә сквер булырға тейеш. Тик бына хужаһыҙ икән, ҡарауһыҙ ҡаласаҡ, мотлаҡ юҡҡа сығарыласаҡ (Наурыҙҙа йүкәне күп ултыртып ҡараныҡ инде....), шуға ла минең ҡарамаҡҡа  иң ышаныслыһы – “ырыу ағастары” ултыртыу. Зат-зәүер исеменән йә берәй ата-бабаң исеменән  махсус тәғәйен урында ағас ултыртаң да, ҡарау-тәрбиәләү эштәрен дә үҙең башҡараң.  “Шәжәрә ағасы” ысын  тере ағаста ла  кәүҙәләнеү кеүек инде.  Халыҡ  был тәҡдимде хуплап күтәреп алһа,  Учалының бик тә күркәм үҙенсәлегенә әйләндерегә мөмкинлек бар. Йәнә бер, заманса әйткәндә “ноу-хау”.  Күп ауылдар янындағы тау битләүҙәренә таштан ниндәйҙер яҙыуҙар өйөлә. Һәр ауылда тотонһалар, килешкән һәм матур һүҙҙәр тапһалар,  ҡалай яҡшы буласаҡ! Һәм бер мөһим момент: таш өйөлөп, эзбиз менән аҡлана икән, күпмелер ваҡыттан ситтән йүнләп күренмәй башлай.  Ә хәрефтәр оҙонлоғо буйына канауҙар соҡоп, эсенә карьерҙарыбыҙҙа сыҡҡан “аҡ таш” һалғанда, мәңге булмаһа ла, беҙҙең быуат үткәнсе тирә-йүнгә йәм биреп торасаҡ.

P.S.Әүлиә шишмәһе – тәбиғәт  һәм рух  ҡомартҡыбыҙ. Был дендропарк та, иш янына ҡуш булып, айырым ҡомартҡыға әйләнерҙер.   Экология мәғрифәте тәңгәлендә бик файҙалы. Юғиһә, мәҫәлән, сәйәхәтселәр  Үзбәкстандан килтерәсәк ағастарҙы ғына түгел, үҙебеҙҙә күптән үҫкәндәрҙе ла байтаҡ кешеләр  айырмай бит. Бына, мәҫәлән, Учалы ҡалаһын йәшелләндергән ҡарама, йүкә  йә ракитаны (кәзә талы) таныйһығыҙмы, ә нисә төр саған үҫә район үҙәгендә? 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас