Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Апрель 2025, 04:56

Ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланырлыҡ!

Эльвина  II дәрәжә лауреаты булһа, Йәзилә Үҙәнбаева менән Варвара Рябцовалар “Ҡыҫтырмалы туҡыусылыҡта традицион техника һаҡлаған өсөн” номинацияһында дипломдар, сертификаттар  менән бүләкләнә.

Ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланырлыҡ!Ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланырлыҡ!
Ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланырлыҡ!

“Ҡыҫтырмалы туҡыусылыҡ” (“закладное ткачество”) техникаһы ни икәнен тасуирлап яҙыу беҙҙең өсөн ҡатмарлыраҡ,  аңлауыбыҙса, был алым менән эш иткәндә туҡыманың ике яғына ла сығарып орнаменттар яһарға мөмкин. Тиҙлеккә фәҡәт “ҡыҫтырғыс туҡыусылыҡ” техникаһында яҡташыбыҙ Эльвина Солтанова Башҡортостанда 2-се урын алған.

  Әлшәй районында хәҙер инде 8-се тапҡыр “Быуындарҙы бәйләүсе еп” тип аталған башҡорт балаҫының фестиваль-конкурсы үтте. Әйткәндәй, быйыл был киң масштаблы  сара, “Башҡорт балаҫы” төшөнсәһе  Башҡортостандың региональ бренды булараҡ  та теркәлгән.

Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәгендә, Динара Мәжәүирова һәм Дина Мөхәмәтоваларҙа  шөғөлләнгән ҡыҙҙар ярайһы уңыштарға өлгәште. Эльвина  II дәрәжә лауреаты булһа, Йәзилә Үҙәнбаева менән Варвара Рябцовалар “Ҡыҫтырмалы туҡыусылыҡта традицион техника һаҡлаған өсөн” номинацияһында дипломдар, сертификаттар  менән бүләкләнә.

-Билдәләнгән ваҡытта жюри комиссияһы биргән өлгө буйынса  “аҫалы балаҫ” һүрәтен туҡыу йөкмәтелде, үҙебеҙ әҙерләгән һарыҡ йөнөнән. Барыһы ла уңышлы сығыш яһаны, ҡыҙҙарыбыҙ ғорурланырлыҡ! -ти үҙәк директоры, хәҙер инде нисәмә йыл һәм төрлө рәүештәрҙә туҡыусылыҡ оҫталығын тергеҙеү, үҫештереү өҫтөндә  арыу-талыу белмәйенсә эшләгән  Динара Рәис ҡыҙы. – Ҡыҙҙарға  наградаларҙы Архангель районынан киң танылған оҫтабикә Фәнисә ханым Гольцова тапшырҙы.  Фәнисә Фәрит ҡыҙы гел генә кәңәштәре менән дә, дәртләндереү һүҙҙәре менән дә ярҙам итеп тора. Һәр кәсептә быуындар бәйләнеше ошолай барлыҡҡа килә инде. Фестиваль ойоштороусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас