Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2025, 07:05

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын ҡаршылап

12-13 майҙа Өфөлә ҙур ҙур сара ойошторола - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтәсәк. Мәртәбәле йыйында Учалы районын ун ике делегат вәкилләйәсәк.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын ҡаршылапII Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын ҡаршылап
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын ҡаршылап

12-13 майҙа Өфөлә ҙур ҙур сара ойошторола - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтәсәк. Мәртәбәле йыйында Учалы районын ун ике делегат вәкилләйәсәк.

Беренсе съезд 2019 йылда уҙа. Ул саҡта Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Бүрәт, Татарстан Республикаларынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан уҡытыусылар йыйыла, хатта Германиянан да ҡунаҡтар килә. Унда Рәсәй Федерацияһы төбәгендә һәм субъекттарында туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә. Делегаттар Өфөнөң алдынғы башҡорт белем биреү учреждениеларында булып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Сессияларҙа башҡорт телен өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү юлдары, уҡыу материалдары менән тәьмин ителеш тикшерелә. Пленар өлөштә фекер алышыусылар телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен барлай, концепцияға тәҡдимдәр индерелә.

Билдәләүебеҙсә, II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ҡатнашыу өсөн районыбыҙҙан ун ике делегат һайланған. Улар - мәғариф бүлеге начальнигы Оксана Ниғмәтуллина, мәғариф бүлегенең баш белгес-методисы Зилә Шәрәфетдинова, ҡала-район мәктәптәре уҡытыусылары, инновацион мәктәп директорҙары һәм уларҙың урынбаҫарҙары.

- Биш йыл элек беренсе съезда ҡатнашҡайным. Радий Фәрит улының беҙгә башҡорт телендә мөрәжәғәт итеүе барыһын да шатландырҙы. Шул ваҡыттан алып күп проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, полилингваль мәктәптәр төҙөү шул сараның емештәре булып тора. Мәғарифты үҫтереү институты ҡарамағында ресурс үҙәге барлыҡҡа килә. Уның хеҙмәткәрҙәре беҙҙе төрлө конференцияларға йыйып ҡына ҡалмай, беҙ яңы технологиялар өйрәнәбеҙ, белгестәр райондарға килеп тә тәжрибә уртаҡлаша, өйрәтә. Ваҡыт алға бара һәм беҙ өлгәшкән һөҙөмтәләр менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, эш һәм балаларҙың белем сифатын күтәреү өсөн даими тырышабыҙ, үҫешәбеҙ. Башҡорт теле уҡытыусылары заман менән бергә атлай, яңы алымдар файҙалана, өйрәнә, даими рәүештә тәжрибә уртаҡлаша.

Был юлы ҡала һәм райондан 10 уҡытыусы, 2 директор съезға барасаҡ. Улар яңы белем, яңы технологик алымдар туплап ҡайтыр, тип ышанам. Беренсе съездың ҡарарҙары тормошҡа ашырылған кеүек, икенсе съездың да ҡарарҙары күп ҡырлы булыр, башҡорт телен үҫтереүгә яңы һулыш өрөр, тип ышанам. Быйыл 9 майҙансыҡ эшләйәсәк, һәр береһенең үҙ йүнәлеше, маҡсатлы эш алып барыла һәм уларҙың һәр береһе үҙ емештәрен бирәсәгенә шигем юҡ, - ти мәғариф бүлегенең баш белгес-методисы Зилә Шәрәфетдинова. 

 

Фотола: I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ҡатнашыусы Учалы делегаттары, 2019 йыл.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас