Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2025, 04:46

Ҡолоштар менән ғорурланам

Ауылда эштән ҡурҡмайҙар, таҙалыҡ һәм йынаҡлыҡты яраталар

Ҡолоштар менән ғорурланамҠолоштар менән ғорурланам
Ҡолоштар менән ғорурланам

Беҙ, ситтә йәшәгәндәр, ауылға йыш ҡайтып йөрөй алмайбыҙ,әммә килгән  һайын Ҡолошобоҙҙоң  киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә инанып,ҡыуанып,тыуған ерҙән рухи аҙыҡ алып ҡайтабыҙ.Әммә шуны ла билдәләмәй булмай - етемһерәп, буш торған өйҙәр ҙә күп.Улар эргәһенән үткән һайын йөрәк һыҙлай.Бында бит беҙҙең иң бәхетле,вайымһыҙ, ата-инәй ҡулында иркәләнеп, алтын бала-сағыбыҙ үткән.Улар беҙгә ҡәҙерле.Үпкәләгән һымаҡ ултыралар бит...
Бына быйыл да экологик субботниктар үткәргәнһегеҙ. Буш, етемһерәп ултырған өйҙәрҙе лә мәхрүм итмәгәнһегеҙ,тирә - яҡтарын таҙалап ҡуйғанһығыҙ. Ир-егеттәрҙе әйҙәләп, ойоштороп йөрөүсе, ауыл старостаһы Хәҙис Сафиуллинға, егеттәргә, ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт.Сауаптары насип булһын.
Хәҙерге көндә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнәһегеҙ.Әҙерәк беҙҙән дә, ауылды матурлау, ҡул ярҙамы тейһен өсөн  ҡыҙым һәм ейәнсәрем менән өйөбөҙҙе ( беҙҙеке түгел инде хәҙер) матурлап китерғә булдыҡ. Вәзир ағай менән Гөлнәзирә туғаным упкәләмәһендәр инде.
Бөтә халыҡ эштә, буш кеше юҡ. Хөсәйенов Рафиҡ ҡусты ҡилеп сығып ярҙам итте, рәхмәт.
Айырыуса рәхмәтемде ауылдың клуб мөдире, " Хәтирә" фольклор төркөмө етәксеһе  Рима Сәғит ҡыҙы Минһажева  һәм уның уң ҡулы  Нурия Вәрис ҡыҙы Кәримоваға рәхмәтемде еткерәһе килә. Был көндө улар фольклор менән Зәйнәкәй ауылына " Буҙа " байрамына барып 3 - сө урын яулап ҡайтҡан ине. Ҡотлайбыҙ. Арып ҡайтыуҙарына ҡарамай шундуҡ беҙғә ярҙамға килделәр. Бик матур, эшсән ҡыҙҙар, бар ергә лә өлгө рҙәр, башҡаларҙы ла берләштереп ауыл өсөн янып йөрөйҙәр. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе шул көндө уҡ тамамлап ҡайтып киттек.
Шундай ойоштороп йөрөүселәре булыуы менән ауылыбыҙ бәхетле, киләсәге яҡты.
Ауылыбыҙҙа һәйкәл ҡуйырлыҡ Мәруә еңғайебеҙ бар. 4 балаһын яңғыҙ үҫтереп, бергә ғүмер итҡән ҡәйнәһен ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙҙатты. Әле лә" ҡыҙҙыр" шикелле йүгереп йөрөй ул ( күҙ теймәһен). Һәр саҡ ишеғе асыҡ, йөҙө яҡты . Һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Эшләгандә лә беҙҙең эргәһенән китмәй ярҙамлашып йөрөне. Рәхмәт!
Мәңгелек йортобоҙ - зыяратыбыҙ ҙа ҡараулы, ауылыбыҙҙың тирә-яғы ла таҙа, балалар өсөн уйын майҙансығы ла, мәҙәни усағы ла ғөрләп тора, ситтән килгәндәрҙең күҙен ҡыҙҙырып республикаға билдәле музейы ла эшләп тора.Бөтә был уңыштар һеҙҙең тырышлығығыҙ , берҙәмлелегеҙ, татыулығығыҙ һөҙөмтәһе. Артабан да һеҙгә уңыштар, һаулыҡ, именлек, балалар бәхете теләйем. Донъяларыбыҙ тыныс булһын.

                                 Римма Вәлиулла ҡыҙы Рәхмәтуллина, Сибай ҡалаһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас