

Ниндәй генә өлкәне алма, ысын белгес булыу өсөн уҡып сығыу ғына етмәй. Мотлаҡ тәжрибә кәрәк. Һәм үҙеңдең генә түгел, алдағы быуындарҙың коллектив тәжрибәһе айырыуса әһәмиәтле роль уйнай. “Совет мәктәбе” тураһында кем ни генә әйтмәһен, илебеҙ тарихында иң оло ҡаҙаныштар фәҡәт ошо системаға нигеҙләнде инде.
Әхмәтйәнов Уразбек Хәбибйән улы сығышы менән Салауат районынан, әммә 1970 – 1986 йылдарҙа Комсомольск урта мәктәбе директоры булып хеҙмәт итә. Бик яҡшы кеше һәм педагог булды, тип хәтерләй уны белгәндәр. Ғаилә хәлдәре буйынса икенсе яҡтарға күсеп киткәс тә уҡытыусылыҡ эшен дауам итә, партком итеп тә һайлана, ә ғүмеренең һуңғы йылдарында Баймаҡ районының Һаҡмар ауылы мәсетендә имам-хатиб булып иман орлоҡтары сәсә (2017 йыл баҡыйлыҡҡа күскән). Ҡатыны, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Ғилметдин ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр, университеттарҙа уҡытып сығаралар. Барыһы ла бөгөнгө көндә абруй ҡаҙанған ипле һәм әҙәпле кешеләр.
-1976 йыл педагогия училищеһын тамамлағас, тап Комсомольск мәктәбенә машиноведение уҡытырға ебәрҙеләр мине. Аңлашыла, ул ваҡытта дәртем ташып торһа ла, педагог тәжрибәм бөтөнләй юҡ. Шөкөр, Уразбек Хәбибйән улы урыны менән еңелсә шелтәләп, ә күберәген маҡтап-хуплап эш рәтенә, балалар менән хеҙмәттәшлек итеү серҙәренә төшөндөрҙө. Коллективта йылы, бер-береңә ярҙам итергә әҙер генә тороу мөхите хөкөм һөрҙө, уҡытыусыларҙың камиллашырға ынтылышы хупланды, яңылыҡтар күп индерелде..Һөнәри йәһәттә һуңынан нимәгәлер өлгәшкән булһам, барыһы ла бергә биш йыл эшләү бәхете тейгән тәүге директорымдың аҡыллы кәңәштәренән, өгөт-нәсихәттәренән башланды, - ти Урал Байғусҡаров. Ә Урал Махиян улы кем икәнлеге барыһына ла мәғлүм инде – Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР һәм РФ мәғариф отличнигы, 1998 йыл Рәсәй Федерацияһының “Йыл директоры”, 2007 йыл “РФ-тың иң яҡшы директоры” исемдәрен яулаусы хөрмәтле педагог (бындай дәрәжәләр районда ғына түгел, Башҡортостанда бик һирәк).
Тормош юлдары айырылғас, Уразбек Хәбибйән улы менән телефон аша булһа ла аралашып торалар. Былтыр Урал Махиян улы Һаҡмар ауылына барып, тәүге һөнәри остазының әрүәхына аяттар уҡытып килә. Һәм бына ошо арала мәрхүмдең бер аманатын үтәне: ул алдан әйтеп ҡуйған була икән – үлә ҡалһам, минең өсөн ҡәҙерле Комсомольск мәктәбенә барып, коллективҡа рухи васыятымды еткер.
Шуға ла Урал Махиян улы коллектив менән осрашты, Уразбек Хәбибйән улы әйтеп ҡалғандарҙы түкмәй-сәсмәй еткерә. Осрашыуҙан, уҡытыусылар менән аралашыуҙан ҡәнәғәт килгән: “ Директор Гөлшат Закирйән ҡыҙы Вилданова үҙ урынын биләгән кеше, мәктәп, коллектив бик тә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы ” , -ти.
Ә рухи васыят был мәктәп уҡытыусыларына ғына түгел, бөтә педагогтарға фәһемле аҡыл тигән фекерҙәбеҙ, шуға ла яҙып китәйек. 5 төп принциптан тора был ҡомартҡы:
Уразбек Хәбибйән улы белеме буйынса тарихсы булараҡ, фәлсәфәүи рәүештә лә фекер йөрөтә белгән икән. Һәм был кәңәштәренә һәр уҡытыусы ҡолаҡ һалһын, һәр ата-әсә ишетһен ине!