

“Бер кем дә донъяла яңғыҙ түгел”.
Учалы район гәзите "Яйыҡ" Зәйнулла ишан мәсетенең имамы Риф хәҙрәт Мөхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙо.
Ҡатмарлы заманаларҙа йәшәйбеҙ. Дин һәм тормош тураһында төп мәсетебеҙ имамы – Риф хәҙрәт Мөхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Риф Мират улы – 1970 йылғы, сығышы менән Сораман ауылынан. Башҡа урындарҙа ла уҡыған, ә бөгөнгө көндә Троицк мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра.
-Хәҙрәт, башта төбәгебеҙ мосолмандарының ни рәүештә ойошоуы буйынса асыҡлыҡ индереү ҡамасауламаҫ ине.
- Учалы районында 40 мәхәллә, Белоретта - 34 мәхәллә бер мөхтәсибәткә ҡарай. Имам-мөхтәсиб – Дим хәҙрәт Закиров. Мөхтәсибәт иһә БР Диниә назаратына инә. Дим Марат улы шулай уҡ мөхтәсибәттәге төп (соборный) - Зәйнулла ишан мәсетенең имам-хатибы. Имеш-мимештәргә урын ҡалмаһын өсөн шуны билдәләйек: бөтә мәсеттәр ҙә хәйер иҫәбенә генә эшмәкәрлек алып бара. Сер түгел – байтаҡ ауыл мәсеттәрендә коммуналь түләүҙәрҙе һәм башҡа сығымдарҙы ауыл имамдары үҙ пенсияһынан да ҡаплай. Хәҙер, коронавирус арҡаһында масса саралары кәмегәс, анһат түгел, тип кенә әйтәйем.....
-Пандемия тигәндәй, эшмәкәрлегегеҙгә ныҡ йоғонто яһанымы? Үҙегеҙ ауырынығыҙмы?
-Башта икенсе һорауға яуап бирәйем, эйе, сирләнем. Аллаһҡа шөкөр, еңел үткәрҙем, әммә тәүге симптомдар беленгәс тә, башҡа кеше менән аралашыуҙы туҡтаттым. Эйе,һәр кемебеҙгә инфекция йоғоу-йоҡмау Аллаһы Тәғәләнең ҡарамағында, шул уҡ ваҡытта Әҙәм балаһының иркендә “ниәт” тигән төшөнсә бар бит әле. Башҡа кешеләрҙе бәләнән араларға ниәт итәң икән – тап үҙеңә сауап була. Шуға ла, иманым камил, ковидтан һаҡланыу сараларын үтәргә ынтылыу мосолман кешеһе өсөн бик мөһим.
-Был вакцинацияға ла ҡағыламы?
-Дин әһеле булараҡ түгел, ҡәҙимге граждан булараҡ шулай фекер йөрөтәм: һәр эштә, һәр өлкәлә белгестәр бар. Махсус белем алған, ғәмәли эш менән тәжрибә туплаған кешеләр. Беҙ, ябай кешеләр, пилоттарға нисек самолет менән идара итергә өйрәтә башлаһаҡ, эш харап бит – буталсыҡ китәсәк, фетнә ҡубасаҡ. Шуға ла, медицина ғалимдары вакцинация кәрәк, ти икән, ышанырға ла ҡуйырға ғына ҡала. Ә һаулыҡты мотлаҡ ҡайғыртыр кәрәк. Беҙгә тәндәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә аманатҡа ғына, заманса әйткәндә ваҡытлыса “арендаға” биргән! Шуға ла, тәрбиләп, ҡәҙерләп һаҡларға бурыслыбыҙ. Мәҫәлән, харам ғәмәлдәр йәнгә генә түгел, тәнгә лә заралы бит ул, шул уҡ эскеселек, наркомания, аш-һыуҙа сама белмәү һәм башҡа.
-Үҙегеҙ ауырығанда бөтә медицина ҡушҡанды эшләнегеҙ инде?
-Һис шикһеҙ. Аҡылдары һай кешеләр генә дин менән фәнде ҡапма-ҡаршы ҡуйып маташа. Фән дә Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенең бер сағылышы. Әйткәндәй, быуаттар буйы һыналған халыҡ медицинаһын да инҡар итмәнем, бер аҡыллы абыстайҙың кәңәше менән әрем сәйнәп йөрөгәйнем, сирҙе өҙлөгөүһеҙ үткәрергә шул да булышлыҡ итте буғай! Ҡартлыҡтан ғына дауа юҡ, ә бөтә сирҙәр менән бер юлы дауалары ла булдырылған, тип юҡҡа әйтелмәгән.
-Пандемия сикләүҙәре ваҡытында дини йолаларҙы нисек үтәргә һуң? Мәҫәлән, фәлән-фәлән ерҙә аятҡа кеше йыйғандар ҙа, кемдер ковид йоҡторған кеүек имеш-мимештәр күп йөрөй.
-Баштан шуны һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: аят уҡытыу – ҡәтғи дин талабы түгел, быныһы беҙҙең милли йола. Күркәм милли йола! Әлеге ваҡытта бындай ҡорҙарға кешене аҙыраҡ йыйыу хәйерлерәктер. Ковидтан үлгәндәрҙе пластик тоҡтарҙа килтерәләр, мосолманса тәрбиәләп ерләй алманыҡ, тип хафаланыуҙарҙы йыш ишетәбеҙ. Беренсенән, был донъяла Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуынан тыш япраҡ та һелкенмәҫ, белгестәрҙең талабына буйһонорға кәрәктер. Икенсенән, өҫтәмә хаҡ түләп, Өфөлә үк мәйетте ерләүгә мосолмандарса әҙерләтергә була, тип ишеттем. Ысынында ла шулаймы, үҙем күрмәгәс, өҙә генә раҫлай алмайым. Иң мөһиме – ниәт,әгәр ҙә һеҙ кемгәлер ышанып ошо эште тапшыраһығыҙ һәм килешкәнсә тейешле хаҡын түләйһегеҙ икән, барлыҡ яуаплылыҡты ул үҙ өҫтөнә ала, ә нисек тормошҡа ашырылыуы кешенең үҙенән ҡалмай. Төптән ҡарағанда, мәрхүмдәрҙе яҡшы яҡтан йыш иҫкә алһаҡ, доға уҡыһаҡ, улар биргән тәрбиәнән сығып изге ғәмәлдәр ҡылһаҡ – әрүәхтәр өсөн иң яҡшыһы шул. Мәсеттәрҙә иһә, бөтә һаҡланыу сараларын тулы күләмдә үтәргә тырышабыҙ.
-Күптәр донъяның ҡыҙығы китә, тип тә бәлә һала башланы.... Юҡҡа ғына ошо йыр популяр түгелдер бит: “Көйҙәрҙең дә моңо бөтөп бара, төҫтәрҙең дә төҫө юғала”. Ундайҙарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
-Башта шуға төшөнөр кәрәктер – бер кем дә донъяла яңғыҙ түгел, барыбыҙҙың да янында беҙҙе һәйгән, беҙгә яҡшылыҡ ҡына теләгән, беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгән Аллаһы Тәғәлә бар, әлхәмдүлилләһ! Кеше Уға яҡынлашыу ниәтендә бер аҙым яһаһа, Ул Әҙәм балаһына ун аҙым яһар, тиелә. Иманға килеү, намаҙға баҫыу шундуҡ тормошҡа йәм һәм мәғәнә бирә. Ғибәҙәттәребеҙ Аллаһы Тәғәләгә түгел, фәҡәт беҙҙең үҙебеҙ өсөн кәрәк бит ул.
-Өйрәнмәгән кешегә кинәттән намаҙға баҫыу ҡыйыныраҡтыр инде....
-Ниәт һәм ынтылыш булһа, үҙенән-үҙе ялғанып китә ул. Эйе, мин тәртибенә килтереп доғалар уҡымағас, мосолман буламмы-юҡмы, тип икеләнеүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Бар күңеленән, аңлы рәүештә:«Лә иләһә иллә Аллаһ, мухаммадур-расулуллаһ»кәлимәһен әйтеүсе шундуҡ мосолманға әйләнә. Кемдең иманы ни хәлдә, был хаҡта тик Аллаһы Тәғәлә генә баһа бирергә хаҡлы. Аллаһы Тәғәләне йөрәгең менән таныһаң, фарыз ғибәҙәттәрҙең ҡалған дүртен ҡылыу ҙа еңелләшә генә барыр (көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыу, Рамаҙан айында ураҙа тотоу,бай кешегә йыл һайын зәкәт биреү,мөмкинселеге бар кеше Хаж ҡылыу ). Ә донъяуи кимәлдә фекер йөрөтһәк, төшөнкөлөккә бирелеүселәрҙең байтағы үҙ-үҙенә йомолған кешеләр. Ғаилә ағзаларына, туған-тумасаға, ватандаш-милләттәштәргә, бөтә кешеләргә ҡарата һөйөү – Аллаһы Тәғәләне һөйөүҙең бер өлөшө икәнлеген иҫтә тоторға кәрәктер! Тимәк, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа ынтылыу һәр кеше өсөн зарур. Күптәребеҙгә көнсөллөк тә иркен йәшәргә ирек бирмәй. Юҡҡамы ни, Ислам тәғлимәте өйрәтә – үҙеңдән бай йәшәгәндәргә ҡарағанда, үҙеңдән хөрт хәлдәгеләргә лә күҙ һалырға онотма! Нәфсегә баш булмайынса ысын мәғәнәлә иманлы булыу мөмкин түгелдер, тип уйлайым.
-Ахыры заман етә башланымы, тигән һорауҙар йыш ишетелә....
-Эйе, билдәләре йышая бара, әммә ҡасан булыры Аллаһы Тәғәләнең үҙенә генә мәғлүм. Билдәләр йышая, тип ситтән битараф күҙәтергә һис тә кәрәкмәҫтер! Бына, “....Сәғәт яҡынлашҡанда ҡолбикә үҙенә хужа йә хужабикә табыр”, - тигән хәҙис киң мәғлүм. Борон быны падишаһтар күп һанлы йәриә (наложница) тотоуҙары менән аңлатһалар, заман тормошо икенсерәк фараздарға ла ирек бирә. Күреп торабыҙ бит, әлеге быуын ата-әсәләре балалары өсөн өҙөлөп-ҡалтырап торалар, уларға ел-ямғыр теймәһен өсөн үҙҙәре ҡол хәлендә хеҙмәт итергә әҙер. Әлбиттә, балаларыбыҙҙы яратыу, хәстәрләү – бик яҡшы, әммә был ыңғай ғәмәлдә лә сама үтергә ярамай, атай – атай, әсәй – әсәй, бала – бала урынында булырға тейеш. Дин талаптары һәр саҡ кешенең үҙенең файҙаһына ғына бит ул: үҙен хужа итеп тойоп үҫкән сабыйҙарға оло тормош башлағас бик ҡыйынға тура килеүе бар, ҡалған донъя айт тигәндәренә тайт тип тормаясаҡ бит! Исламда “фитра” тигән төшөнсә бар – кешенең был донъяға яратылғанда саф есеме. Ябайлаштырып әйткәндә “аҡ ҡағыҙ” тиерлектер - бала күңеленә ата-әсәһе ни һала, ул шундай төҫ һәм ҡиәфәт аласаҡ. Иҫ киткес яуаплылыҡ! Минең фекергә, балаға иң яҡшы тәрбиә – ата-әсәләренең үҙҙәренең тормош рәүеше, бәләкәй кеше көн дә күргән өлгөләре. “Сөсөлдәмәй”, шул уҡ ваҡытта янамайынса, ирешмәйенсә, тыныс ҡына ололарҙың балалар менән аралашыуы, әңгәмә ҡороуҙары, тормошҡа өйрәтеүҙәре иң кәрәгелер тип уйлайым.
-Эйе, иң мөһиме – ғаилә эсендәге тәрбиә. Шулай ҙа, районыбыҙҙың дини мәхәлләләре лә был өлкәлә үҙ өлөштәрен индерә буғай?
-Әлбиттә! Ҡаланың Зәйәнулла ишан һәм “Нур” мәсеттәрендә йәкшәмбе һайын балаларға дин дәрестәре бирелә, экскурсиялар ойошторола – иртәгенән намаҙға баҫмаһалар ҙа, күңелдәре кескәйҙән саф иман нуры менән һуғарылһын, был орлоҡ ҡасандыр гүзәл үҫентеләр булып күтәрелерҙәр. Айырым көндәрҙә был уҡыуҙарға дүрт тиҫтәләп ҡыҙ-малайҙар йыйыла, собханаллаһ! Әйткәндәй, милләтенә, ата-әсәһенең дин конфессияһына ҡарамаҫтан, һәр бала мосолман булып тыуа, тимәк, мосолмандарҙың башҡа дин ҡәрҙәштәренә булған айырыуса йылы мөнәсәбәтенә һәр бала хаҡлы. Йыл һайын йәйге мәлдә махсус лагерҙар ойошторла.
Дин дәрестәренән тыш, күңелле уйындар,тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар ойошторола – тәбиғәттең матурлығы Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенең бер сағылышы бит ул, күрә белеп һоҡланыр, шөкәр әйтә белергә кәрәк.
-Спорт ярыштары ла ойоштораһығыҙ шикелле?
-Быныһы инде иман юлына баҫҡан тренерҙарҙың ҡаҙанышы. Беҙ хәлдән килгәнсә ойоштороу, бүләкләү мәсьәләләрендә булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Уғатарлыҡ, дзю-до буйынса турнирҙар яҡшы йолаға әйләнә башлағайны, һуңғы арала пандемия сикләүҙәре бер ни тиклем кәртә ҡуйҙы. Аллаһ бирһә, был турнирҙар мотлаҡ тергеҙелер, тип өмөт итәм. Иманым камил – йәштәрҙә рухһәм тән сәләмәтлеге ҡулға-ҡул тотоноп барырға тейештәр.
-Хәҙрәт, хәҙер Урал-батыр тап башҡорттарға ебәрелгән пәйғәмбәр булманы микән, тигән фараздар йышайҙы. Нимә уйлайһығыҙ?
-Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып донъяға бик күп Пәйғәмбәрҙәр ебәрелгән. Һәр милләткә ебәрелә.бер хәҙистә -124 мең тип тә әйтелә. Һуңғыһы (ахыры заманға тиклем) - Мөхәммәт (ғ.һ.с.) икәнлеге аныҡ билдәле, тимәк, тап уның әйткәндәре бар кешелек өсөн иң мөһиме әлеге дәүерҙә. Шул уҡ ваҡытты “Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ!»- -юлдары әйтелгән “Урал-батыр” эпосы ла ябай әҙәби ҡомартҡы түгелдер! Шуны ғына өҙә билдәләй алам – Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был донъяға башҡорт итеп яратҡан икән, тап башҡорт сифатында Уға буйһонорға, мәдхиә-ғибәҙәттәр ҡылырға тейешбеҙҙер, иншааллаһ! Минең фекергә, Урал-батырға ла, танылған пәйғәмбәрҙәргә лә табынырға һис тә ярамай, шул уҡ ваҡытта эпосты яҡшы белеү, унда яҙылғандан фәһем алыу тик яҡшыға ғына.
-Дини экстремизм тураһында һорауҙы урап үтерлек түгел. Беҙҙең төбәк өсөн был проблема киҫкен түгелме?
- Юҡ, беҙҙә был ҡасафат көнүҙәк түел! Террорсылыҡ ниҙән башлана? Белемһеҙлектән, рәхимһеҙлектән! Сабырһыҙ, шундуҡ тормошто үҙгәртергә ашҡынған, ләкин дин белеменә, тормош тәжрибәһенә эйә булмаған йәштәрҙең ылығыуы бар. Хәҙер ни, йәштәр ҙә беҙҙә ныҡ белемле. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел: БР Диниә назараты рәйесе, яҡташыбыҙ Айнур хәҙрәт Бирғәлин 1989 йылғы. Учалыла ла байтаҡ йәштәр тәрән белемгә эйә, артабан камиллашыуға ынтылалар. Ә белемле кешегә көн кеүек асыҡ -һәр доға : “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим -Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән “, - тип башлаған хаҡ динебеҙҙә мәрхәмәтһеҙлеккә, рәхимһеҙлеккә семтемдәй генә лә урын юҡ! Ислам исеменә йәшеренеп золом ҡылыусылар –мосолман түгел, монафиҡтар, әстәгъфируллаһ!
Автор:Ильфат Янбаев