Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
15 Май 2025, 05:45

"Искра" ялға ҡайтҡан

"Икенсегә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Бергә хеҙмәт иткән яугирҙәр менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙербеҙ. Бында бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ берләштерә. Ауылдашым, күршем менән бер урынға эләктек, һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ. Уның да контракт төҙөгәнлеген белмәнем, барғас, осраҡлы ғына күреп ҡалдым",  - ти Хәйбулланың батыр яугире.

"Искра" ялға ҡайтҡан"Искра" ялға ҡайтҡан
"Искра" ялға ҡайтҡан

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда мөмкинлектән файҙаланып, улар менән күрешеп ҡалырға тырышабыҙ.  «Искра» позывнойлы  яугирҙең дә отпускыла булыуын белгәс, редакцияға осрашыуға саҡырҙыҡ.

-Украиналағы махсус хәрби операция башланғас, күп яҡташтарым, ҡаһарман,  илһөйәр  ир-егеттәр илебеҙ һағына баҫты. Тыуған илгә хәүеф янағас, мин дә ситтә ҡала алманым, - тип һүҙ башланы “Искра”. -  Әле Херсон йүнәлешендә механик-водитель булып хеҙмәт итәм, танкыла йөрөйөм. Унда ҡыш булмай, ямғыр күп яуа. Әле унда йәй тиһәң дә була. 

Икенсегә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Бергә хеҙмәт иткән яугирҙәр менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙербеҙ. Бында  бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ  берләштерә. Ауылдашым, күршем менән бер урынға эләктек, һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ. Уның да контракт төҙөгәнлеген белмәнем, барғас, осраҡлы ғына күреп ҡалдым. Яугир егеттәрҙең һәммәһе лә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙәре ҡыуаныслы. Айырыуса балалар яҙған хаттар кәйефте күтәрә, күңелде йылыта. Ирекмән Юлиә Ғәлиеваның беҙгә ярҙамы ҙур. Һәр бер мөрәжәғәтебеҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Беҙҙең заявкалар буйынса эшләп, гуманитар ярҙам ебәреп тора, уның менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе яҡташтарымдың һәммәһенә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәм.

Байғусҡар ауылы егете мәктәптән һуң Аҡъяр һөнәрселек училищеһында уҡый. Артабан бер йыл Омскиҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә шахтер булып эшләй. 2023 йылдың 22 сентябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

- Махсус хәрби операцияла “Башҡорт” позывнойлы бер туған ҡустым менән икәүләп ҡатнашабыҙ. Мин контаркт төҙөгәндән һуң, ҡустым да барырға ҡарар итте. Әле ул Авдеевкала хеҙмәт итә. Ғинуарҙа отпускыға ҡайтып китте. Ҡустым менән ике йыл күрешкәнебеҙ юҡ. Шулай уҡ ике туған ҡустым да махсус хәрби операция биләмәһендә. Кемдер Ватаныбыҙҙы һаҡларға тейеш бит. Әгәр беҙ бармаһаҡ, илебеҙҙе дошмандарҙан кем яҡлар? Илде һаҡлау — һәр ир-егеттең төп бурысы тип уйлайым. Ситтә йөрөһәң? тыуған яҡ, ата-әсәй  ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Бәләкәй генә бүләккә лә, йылы һүҙгә лә, иғтибарға ла ҡыуанаһың. 

Ике аҙна һайын алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Унан имен-һау ҡайтыу ҙур шатлыҡ. Атай-әсәйем менән телефондан даими һөйләшеп торабыҙ. Алғы һыҙыҡта булғанда ғына бәйләнешкә сығып булмай. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына иманым камил. Икенсе төрлө булыуы мөмкин дә түгел, - ти яугир.

“Искра” менән бергә атаһы Радик Яхъя улы ла килгәйне. Әңгәмә барышында Радик ағай улдары менән сикһеҙ ғорурланыуын билдәләп үтте. 

- Улдарымдың икеһе лә махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар иткәс, бындай ҡыйыу аҙымға барыр алдынан тағы бер тапҡыр уйларға кәңәш иттем. Әммә улдарым үҙ һүҙҙәрендә торҙо. Икеһен дә бер-бер артлы МХО-ға оҙатҡас, башта ҡыйын булды, көн һайын хәбәр көттөм. Икәүһен дә бәләкәйҙән үҙем менән бергә алып йөрөп эшкә өйрәттем. Әле улар эшкә өйрәткәнем өсөн рәхмәт белдерә. Әлбиттә, Тыуған илде һаҡларға кәрәк. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарыбыҙ еңеү менән ҡайтһын, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын. Етәр инде, күпме ҡан ҡойорға була,  - тине Радик Яхъя улы.

Хәйбулла егеттәре Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә, ә уларҙың ғаиләләре һәм туғандары имен-һау ҡайтыуҙарын көтә.  Шулай ғына була күрһен, һәр бер яугирға ла яҡындары менән именлектә осрашырға яҙһын.

Авторы - Рәзилә Байғусҡарова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-04-28/iskra-yal-a-ayt-an-4215087
Автор:Алия Даутова
Читайте нас