Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Май 2025, 05:50

Республикала Асылыкүл ярын таҙарталар

Ирекмәндәрҙе йыйыу 16 майҙа 08:45 сәғәттә башлана. Осрашыу урыны: Башҡортостан, Дәүләкән районы, Яңы Тормош ауылы, күҙәтеү майҙансығы.

Республикала Асылыкүл ярын таҙарталарРеспубликала Асылыкүл ярын таҙарталар
Республикала Асылыкүл ярын таҙарталар

16 майҙа Башҡортостандың Яңы Тормош ауылы янындағы “Асылыкүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) буйынса “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Атап әйткәндә, акция барышында республикалағы иң ҙур күл – Асылыкүл яры таҙартыласаҡ. Ул Дәүләкән ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сараға Башҡортостандың бөтә битараф булмаған кешеләре лә ҡушыла ала. Ҡатнашыусылар өсөн ойоштороусылар дәртле зарядка, бүләктәр һәм приздар менән экологик викторина, шулай уҡ иң яҡшы табышҡа конкурс үткәрәсәк.

Ярҙы йыйыштырыуҙа ҡатнашыусыларға асыҡ һауала эшләү өсөн уңайлы кейем һәм аяҡ кейеме кейергә кәңәш ителә. Бөтә кәрәкле инвентарь урында биреләсәк. Ирекмәндәрҙе йыйыу 16 майҙа 08:45 сәғәттә башлана. Осрашыу урыны: Башҡортостан, Дәүләкән районы, Яңы Тормош ауылы, күҙәтеү майҙансығы.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Алия Даутова
Читайте нас