

Ул үҙен полиция хеҙмәткәре тип таныштырып, ҡатындың “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунты аферистарҙың ҡулына эләгеүен хәбәр иткән. Йәнәһе лә, мутлашыусылар пенсионерҙың иҫәбенән урланған аҡсаны сит ил иҫәбенә күсерергә маташа, тип алдағандар.
Быға юл ҡуймаҫ өсөн, “полиция хеҙмәткәре” тупланмаларҙы “хәүефһеҙ иҫәп“кә күсерергә ҡушҡан. Ҡорбанын ышандырыр өсөн, ул хатта махсус форма кейеп, видеошылтыратыу аша бәйләнешкә сыҡҡан һәм яһалма таныҡлығын да күрһәткән.
Һөйләшеү һигеҙ сәғәт дауам иткән. Ошо ваҡыт эсендә мутлашыусы пенсионерға тиҙерәк эш итергә һәм был хәл тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә тигән. Ҡорбанына такси саҡыртҡан да, банкоматтан 500 мең һум аҡсаны алып, тиҙерәк “хәүефһеҙ иҫәп“кә күсерергә ҡушҡан.
Һөҙөмтәлә ҡатын банкоматҡа барған, тик ҡапыл ғына аҡсаһын сығарыуҙан баш тартҡан. Уны алдауҙарын аңлағас, шунда уҡ трубканы һалған. Мутлашыусы ҡорбанына шылтыратыуын дауам иткәс, пенсионер полицияға мөрәжәғәт иткән.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: үрҙәге тарих – мутлашыусыларҙың үҙ алымдарын даими камиллаштырыуы тураһында тағы бер иҫкәртеү. Үҙ аҡсағыҙҙы һаҡлауҙың берҙән-бер юлы – һаҡ булыу. Әгәр һеҙгә йәки яҡындарығыҙға ошондай шылтыратыуҙар килә икән, шунда уҡ полицияға хәбәр итегеҙ!
Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башинформ. Ксения Калинина.
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-05-07/sa-a-sa-ynan-ola-a-ma-an-4230044