

Линар Ғәлин тыуған яғы өсөн йән атып йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың береһе. Ҡотой ауылы егете әленән-әле яңы проекттарҙы тормошҡа ашырып райондаштарын һөйөндөрә.
"Атайсал - бәләкәй Ватан" проектында ла актив ҡатнаша Линар Рәжәп улы. Нәҡ ошо проект сиктәрендә ул биш проект ниәтләгән, уларҙың өсәүһен тормошҡа ашырған да инде.
Иң масштаблы проекттарының береһе - бөтә Рәсәйгә билдәле "Олотау йыйыны" турниры. Мини-футбол буйынса турнирҙа ауыл командалары ҡатнаша, Олотау тауы итәгендә йыл һайын уҙғарыла. Күләмле сара Ҡотой ауылынан Рәсәйҙең спорт мастеры, 4 тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты призеры Ғайсар Ғәлин иҫтәлегенә арнала. Әйткәндәй, Ғайсар Ғәлин да футбол яратҡан һәм уйнаған булған.
"Олотау йыйыны"нда теләгән һәр ауыл командаһы ҡатнаша ала, йәш буйынса айырмалыҡтар юҡ. Турнир уҙғарылғандан алып иң оло футболсыға - 62, ә иң йәшенә 13 йәш булған. Ярышта ҡатнашыусы команда ниндәй ауыл өсөн уйнай, шунда теркәлергә йәки шул ултыраҡта донъяға килгән булырға тейеш. Был тыуған ергә, бәләкәй Ватанға һөйөү тәрбиәләргә, халыҡта патриотизм тойғоларын үҫтерергә ярҙам итә.
Әйткәндәй, был ниәт Рәсәй футбол союзы һәм РФ-тың Спорт министрлығы ойошторған «Футбол буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында «Рәсәй – футбол иле» конкурсында иң яҡшыһы була. Бынан тыш, «Һин - уйында» Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсында «Беҙҙең спорт бында» номинацияһында еңеү яулай. Сара йыл һайын төрлө төбәктәрҙән меңәрләгән ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы йыя, был уны брендтарҙы үҫтереү һәм оҙайлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу өсөн уникаль майҙансыҡ итә. VI фестивалдә өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты, 100-ләп кеше йәшәгән ауыл өсөн был бик ҙур һөҙөмтә.
Линар Рәжәп улы үҙе кеүек тыуған еренә битараф булмаған активистар һәм ауыл халҡы менән бергә футбол майҙансығын да реконструкциялаған.
Шулай уҡ Линар Ғәлин Ҡотойҙа быуа булдырыу теләге менән дә яна. Ул бындай кәрәкле һәм мөһим эш өсөн бағыусылар табылыр тип өмөтләнә.
Ауылда үҙ ишектәрен асҡан иман йорто ла Линар Ғәлин башланғысы менән тормошҡа ашырылған изге ниәттәрҙең береһе. Ҡотой ауылы халҡын берләштереп, дәртләндереп, ниәтләп, ауылда үҙ аҡсаларына мәсет булдырҙы ҡотойҙар. Афарин!