Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
15 Май 2025, 04:15

Ҡунаҡтан ҡайтып барғанда аварияға осрағандар

9 майҙа төндә Бөрйән районында ҡунаҡтан ҡайтып барған ирле-ҡатынлы ҡайтып барған автомобиль юлдан ситкә сығып, тау аҫтына ауҙарылғандар. Рулдәге водитель тере ҡалған, ә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған ҡатыны ваҡиға урынында һәләк булған.

Ҡунаҡтан ҡайтып барғанда аварияға осрағандарҠунаҡтан ҡайтып барғанда аварияға осрағандар
Ҡунаҡтан ҡайтып барғанда аварияға осрағандар

 

9 майҙа төндә Бөрйән районында ҡунаҡтан ҡайтып барған ирле-ҡатынлы ҡайтып барған автомобиль юлдан ситкә сығып, тау аҫтына ауҙарылғандар. Рулдәге водитель тере ҡалған, ә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған ҡатыны ваҡиға урынында һәләк булған.

10 май иртәнсәк “Р-240” Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 164-се километрында, Салауат ҡалаһы биләмәһендә, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Опель Астра” автомобиле юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Мәғлүм булыуынса, уның водителе транспорт сараһына идара итә алмаған.

Авария һөҙөмтәһендә 20 йәшлек пассажир урында уҡ вафат булған, водитель һәм тағы ике пассажир дауаханаға оҙатылған.

11 майҙа Учалы районында иртәнге сәғәт 10 тирәһендә Комсомольск - Вознесенск автомобиль юлының 6-сы километрында “RACER” шәхси квадроциклы аварияға тарыған. Мәғлүм булыуынса, водитель транспортҡа идараны юғалтып, квадроциклдың түңкәрелеүенә юл ҡуя.

Авария һөҙөмтәһендә квадроциклдағы 61 йәшлек водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ вафат булған.

Фото: @bash_gibdd.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-05-13/una-tan-aytyp-bar-anda-avariya-a-osra-andar-4233384

Автор:Алия Даутова
Читайте нас