

Рәхмәт әйтер инем йөрәгемә,
Әйтер ваҡыт килеп еткәндер.
Бер туҡтауһыҙ тибеп күкрәгемдә,
Хәлдәрең дә, бәлки, бөткәндер.
Рәхмәт әйтер инем йөрәгемә,
Әйтер һүҙем бары бер генә.
Сабырлыҡтар бирһен Хоҙай һиңә,
Йөрәккәйем бер аҙ түҙ генә.
Рәхмәт әйтер инем йөрәгемә,
Ғүмер юлын бергә үткәнгә.
Һиңә лә бит ярҙам ҡулы тейҙе,
Тубыҡланыр хәлгә еткәндә.
Тынысландым инде, етәр, бәлки,
Күпме була донъя ҡыуырға.
Донъя ҡыуып алға барыуҙары
Йөрәгемә төшә ауырға.
Рәхмәт әйтер инем йөрәгемә
Әйтер ваҡыт килеп еткән бит.
Әйтеү кәрәк бары йылы һүҙҙәр,
Йылы һүҙҙәр йән аҙығы бит.
Гәрәй ӘЛТӘПОВ,
Иҫтамғол ауылы.