Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
21 Мая 2025, 08:45

Мәләүездәр йыл башынан Конгоға 160 тоннанан ашыу күркә итен экспортлаған

Мәләүез ҡалаһы ҡошсолоҡ предприятиеһы Конго Демократик Республикаһына 27 тонна туңдырылған күркә итенән ярымфабрикаттар экспортлаған, тип хәбәр иттеләр республиканың ауыл хужалығы министрлығынан. 

Мәләүездәр йыл башынан Конгоға 160 тоннанан ашыу күркә итен экспортлағанМәләүездәр йыл башынан Конгоға 160 тоннанан ашыу күркә итен экспортлаған
Мәләүездәр йыл башынан Конгоға 160 тоннанан ашыу күркә итен экспортлаған

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Партияны Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре тикшергән. Йыл башынан, идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы Африка континентына алтынсы тапҡыр ит продукцияһы оҙатҡан. Конгола һатылған ит продукцияһының дөйөм ауырлығы 162 тонна тәшкил итә.

Туңдырылған ярымфабрикаттарҙың экспорт продукцияһының бөтә партиялары «ВНИИЗЖ» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының аккредитацияланған лабораторияһында лаборатор һынауҙар үтте һәм импортлаусы ил талаптарына тулыһынса тап килә, тип хәбәр иттеләр "Россельхознадзор"ҙан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһын донъяның 41 иленә экспортлай. Бөгөн традицион партнерҙар менән эш алып барыла, шулай уҡ экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә.

Иҫкә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: https://agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/722421/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас