Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Май 2025, 06:15

Телде белеү, өйрәнеү, һаҡлау ғаиләнән башлана

Өфөлә күптән түгел II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы уҙҙы. Унда барлығы 550 делегат ҡатнаша, шул иҫәптән Учалы районынан да 14 уҡытыусы.

Өфөлә күптән түгел II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы уҙҙы. Унда барлығы 550 делегат ҡатнаша, шул иҫәптән Учалы районынан да 14 уҡытыусы.

Йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша. Республика Башлығы ла мәртәбәле саранан ситтә ҡалмай.

Съезда алған тәьҫораттар, билдәләнгән маҡсаттар менән таныштырыуҙы һорап, Учалы делегацияһы составында ҡатнашҡан уҡытыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Зөлфиә Әминева, Мулдаҡай урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:

- Быйыл миңә башҡорт теле уҡытыусыларының II съезында ҡатнашырға насип булды. Башҡорт телен хәҙерге заман шарттарында артабан үҫтереү тураһында уҡытыусылар туғыҙ тематик майҙансыҡта фекер алышты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оло йыйында ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Съезд башынан аҙағына тиклем "Урал батыр" эпосы идеялары менән һуғарылды.  Майҙансыҡтарҙың исемдәре генә лә был турала әйтеп тора: "Аҡбуҙат" (балалар баҡсаһында башҡорт теле), "Урал батыр" (патриотизм, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү), "Һомай" (интерактив башҡорт теле), "Шүлгән" (тарих, мәҙәниәт), "Гөлөстан" (башҡорт телен уҡытыу методикаһы), "Иҙел" (йәш белгестәр менән эш, остазлыҡ), "Йәншишмә" (дәүләт тел сәйәсәте), "Самрау" (башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү), "Аҫылташ" (полилингваль белем биреү).

Әйтергә кәрәк, башҡорт телен популярлаштырыу буйынса республикала байтаҡ эштәр эшләнгән.“Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы өҫтөндә әүҙем эш алып барыла (https://basic.bashlang.ru/). Башҡорт телендә һөйләшкән "Һомай"  аҡыллы колонкаһы сафҡа индерелде. Башҡорт теле Google компанияһының тәржемә сервистарында бар, йәғни теләһә ниндәй телдән башҡорт теленә һәм киреһенә тәржемә эшләргә мөмкин. Башҡортса аудиокитаптар яҙҙырыу өҫтөндә эш бара. Республикала телде үҫтереү буйынса ла күп эштәр эшләнә. Шуларҙың береһе – полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асыу.

"Бөгөн иң ҙур проблема– ата-әсәләрҙең балалары менән үҙ туған телендә түгел, ә рус телендә аралашыуы. Бала ғаиләлә башҡортса һөйләшергә тейеш. Телде белеү, өйрәнеү, һаҡлау тап ғаиләнән башлана икәнлеген оноторға ярамай", - тинеләр педагогтар.

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү проблемалары ла күтәрелде. Башҡорт балалар баҡсаларын, башҡорт төркөмдәрен күпләп асыу, уларҙа кескәйҙәрҙе башҡорт мөхитендә тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Был өлкәлә алдынғы тәрбиәселәр эш башлаған да  инде. Мәҫәлән, Өфөләге биш балалар баҡсаһы "Аҡбуҙат" белем биреү проекты менән эшләй. Башҡорт телендә балалар өсөн сағыу китаптар сығарылһын, телебеҙ башҡорт теле дәресендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла яңғыраһын, киң ҡулланылһын ине, тигән фекерҙәр яңғыраны.

Байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр әйтелде. Мәҫәлән, бөгөн балаларҙы Урал батыр тәғлимәтенә, халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиәләү иң отошло алым буласаҡ, тигән һығымтаға килде педагогтар. Башҡортостан Башлығы ла был фекер менән килеште һәм йыл һайын июнь айында "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк, тип ҡыуандырҙы.

Ә инде "Тормош һабаҡтары" дәреслектәренең, "Йәйләү" балалар лагеры проекты,  "Урал батыр мәктәбе" проектының авторы Мәрйәм Бураҡаеваға "Халыҡ уҡытыусыһы" исемен биреүҙе уҡытыүсылар аяҡ өҫтө тороп алҡышланы.

Алға ҡуйылған пландар, күтәрелгән мәсьәләләр киләсәктә ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ.

Елена Шахурина, 1-се Башҡорт лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы:

- II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында мин "Һомай" майҙансығына ҡатнаштым. Беҙҙең майҙансыҡта башҡорт телен популярлаштырыу, башҡортса контент булдырыу, заманса уйындар аша балаларҙы туған телгә йәлеп итеү юлдары менән таныштырҙылар.

IT-белгес Айгиз Ҡунафин башҡорт телен һанлаштырыуҙағы заманса ысулдар хаҡында бәйән итте. Мәҫәлән, "Һомай" башҡорт телендәге беренсе аҡыллы колонка быға асыҡ миҫал булып тора. Яһалма интиллект ярҙамында башҡорт телен өйрәнеү сараларын уҡытыусылар ҡыҙыҡһынып өйрәнде. "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина балалар өсөн тағы ла ниндәй саралар уҙғарырға кәрәк, тип ҡыҙыҡһынды, тәҡдимдәр ҡабул итте. Уҡытыусыларҙы булған проекттар менән яҡындан таныштырҙы.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре Гүзәлиә Ишморат ҡыҙы Исхаҡова башҡорт телендәге өҫтәл уйындарының тел өйрәнеүҙә әһәмиәте хаҡында һөйләне, уларҙы ҡулланырға саҡырып, барлыҡ ҡатнашыусыларға "Әлләсе" уйынын бүләк итте.

Сарала төрлө райондарҙан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла тәжрибә уртаҡлашты. Башҡорт телендә блок алып барыу, кешенең шәхси бренды тураһында Иҙел Хәкимов һөйләп үтте. Дөйөм алғанда, ойоштороу кимәле шул тиклем уйланылған, ентекле, ҙур әҙерлек менән эшләнгән ине. Ғәмәли дәрестәр һәм уйындар күңелгә ятты. Сара бик уңышлы килеп сыҡты һәм бик фәһемле булды. Съезда киләһе алты йылға алынасаҡ йөкләмәләр, бурыстар, маҡсаттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән уртаға һалып һөйләшелде.

Әлфиә Шәғәлина, Ә.Ғ. Хөснөтдинов исемендәге Учалы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:

- II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында ҡатнашыу бәхете миңә лә йылмайҙы. Мин ҡатнашҡан "Иҙел" майҙансығы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙҙы. Йәш белгестәр өсөн ойошторолған эш майҙансығы йәш уҡытыусыларҙың сығыштары, оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, унда миңә лә сығыш яһарға тура килде. Һүҙҙе районыбыҙҙағы йәш педагогтар менән эшләүсе мәктәп ("Йәш педагог мәктәбе") тураһында алып барҙым. Остазлыҡты үҫтереү кәрәклегәнә һәм йәштәрҙе бер урынға тупларлыҡ эшлекле форумдар үткәреү зарурлығына баҫым яһаным. Башҡорт телен уҡытыуҙағы проблемалар, педагогтарға улар менән нисек көрәшергә һәм туған тел белгесен борсоған башҡа актуаль мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын тәҡдим итеп, уҡытыусылар съезд резолюцияһына аныҡ тәҡдимдәр индерҙе. 

Шулай уҡ "Иҙел" майҙансығында ҡатнашыусылар балаларҙы туған телгә йәлеп итеү буйынса йәштәр проекттарын, йәш педагогтар өсөн дәүләт ярҙамы саралары комплексын һәм үҙ-үҙеңде профессиональ тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Француз яулыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе иһә йәш уҡытыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы шаулап-гөрләп үтеп китте. Тәүгеһе кеүек был йыйын да һөҙөмтәле булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙиндың ошо көндәрҙә хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙа башҡорт телен өйрәнеүсе уҡыусылар һанының арта бара, тип белдереүе лә күңелгә май булып яғыла, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Уның һүҙҙәренсә, быйылғы уҡыу йылында 409 меңдән ашыу уҡыусы башҡорт телен республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы ойошторолған 2019 йыл менән сағыштырғанда, башҡорт телен өйрәнергә теләк белдергән балалар 67 проценттан алып 79 процентҡа тиклем артҡан.

«Шулай уҡ беҙ полилингваль гимназиялар селтәрен булдырыуҙы дауам итәбеҙ, әле улар туғыҙ. Быйыл тағы ла өс мәктәп асырға йыйынабыҙ», - ти министр.

Шулай, йәмәғәт, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү юҫығында аныҡ эштәр эшләнә. Телде модаға индереү, полилинваль мәктәптәр булдырыу, башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу, балалар баҡсаларында башҡорт телендә уҡытыу - былар барыһы ла, шөкөр, ғәмәлдә. Әммә беҙ милләт булараҡ артабан да үҫешергә, үаңыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас