Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
28 Мая 2025, 04:35

Учалыны оҡшаттым һәм ҡалырға булдым

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема - кадрҙар мәсьәләһе. Йәш белгестәрҙе төбәккә йәлеп итеү өсөн дауахана етәкселеге генә түгел, муниципалитет, хатта дәүләт кимәлендә махсус программалар эшләй. Учалы район дауаханаһында үҙебеҙҙекеләр генә түгел, сит төбәктәрҙән эшкә килгән белгестәр ҙә байтаҡ. Ә бөгөн хикәйәбеҙ геройы республикабыҙҙы икенсе тыуған иле итеп һайлаған табип-терапевт Амирхон Ниязов.

Учалыны оҡшаттым һәм ҡалырға булдымУчалыны оҡшаттым һәм ҡалырға булдым
Учалыны оҡшаттым һәм ҡалырға булдым

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема - кадрҙар мәсьәләһе. Йәш белгестәрҙе төбәккә йәлеп итеү өсөн дауахана етәкселеге генә түгел, муниципалитет, хатта дәүләт кимәлендә махсус программалар эшләй. Учалы район дауаханаһында үҙебеҙҙекеләр генә түгел, сит төбәктәрҙән эшкә килгән белгестәр ҙә байтаҡ. Ә бөгөн хикәйәбеҙ геройы республикабыҙҙы икенсе тыуған иле итеп һайлаған табип-терапевт Амирхон Ниязов.

- Тажикстандың Худжан ҡалаһынан килдем. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Был һөнәрҙе һайлауым бер ҙә осраҡлы түгел. Мин табиптар династияһынан, әсәйем – терапевт, атайым – невролог, олатайым ғүмер буйы оталоринголог булып эшләне. Ата-әсәйем әле лә эшләп йөрөйҙәр, улар Тажикстанда йәшәй. Бала саҡтан улар кеүек табип булырға хыялландым. Яҡындарым да теләгемә ҡаршы килмәнеләр, ҡыуанып риза булдылар үҙҙәренең юлынан китеүемә. Ғаиләлә ике балабыҙ, һеңлем табип түгел, ул бухгалтер. Мәктәптән һуң 2013 йылда атайым Сыуаш республикаһына, Чебоксар дәүләт университетына уҡырға ебәрҙе. Медицина факультетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамланым.

-Уҡыуы ауыр булдымы, телде өйрәнеүе?

-Медицина факультетында уҡыу - табип булырға ҡарар иткән һәр кем өсөн еңел эш түгел. Әлбиттә, башҡа илдәрҙән килгәндәргә белем алыу ауырыраҡ, сөнки тел барьерын үтергә тура килә. Шулай ҙа тажикстанда рус теле инглиз йәки немец теле кеүек сит тел тип һанала. Мин уҡыған мәктәптә уны аҙнаһына ике тапҡыр ғына уҡыталар. Шуға күрә, килгәс, тәүҙә ауырлыҡтар кисерҙем. Мин барыһын да бик яҡшы аңлай инем, әммә аралашыу тәжрибәһе булмағас, рус телендә һөйләшеү, үҙ фекереңде белдереү ҡыйыныраҡ булды.  Әммә әкренләп, барыһы ла яҡшырҙы, курстарға йөрөп телде лә өйрәндем. Беҙҙең уҡытыусылар талапсан ине, әммә шул уҡ ваҡытта беҙгә һәр ваҡыт аңлап ҡаранылар. Мин бер тапҡыр ҙа университетта уҡығаныма үкенмәнем, һәм әле лә университетҡа ҙур рәхмәт менән ҡарайым.

-Өйҙәгеләр ҙә сит илгә ебәргән улдары өсөн борсолғандарҙыр моғайын?

-Әлбиттә, ата-әсәйем менән көн һайын бәйләнештә булдыҡ. Улар миңә финанс һәм әхлаҡи яҡтан ярҙам итте, уҡыған еремә килеп тә ҡайттылар.

- Амирхон, Учалыға һеҙҙе ниндәй елдәр ташланы?

-2022 йылда Учалыға килдем, дауаханала ул ваҡытта минең яҡташтарым эшләй ине, улар саҡырҙы. Пандемия ул ваҡытта тамамланмаған ине әле, “ҡыҙыл зона”ла ултырырға тура килде, иртәнән кискә тиклем киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм коронавирус билдәләре булған кешеләрҙе ҡабул иттем. Башҡа коллегаларым кеүек, мин дә һаулығым тураһында уйламаным, бөтә көсөбөҙ менән пациенттарыбыҙға ярҙам итергә тырыштыҡ.

-Шулай ҙа ни өсөн Учалыла ҡалырға ҡарар иттегеҙ? Күп йәштәр хәҙер мегаполистарға китергә тырыша.

-Мине эшкә саҡырған коллегаларым күптән ҙур ҡалаларға китте. Мин иһә Учалыны тәү күреүҙән уҡ оҡшаттым һәм ҡалырға булдым, һис үкенмәйем. Тыныс, матур ҡала, минең кеүек йәштәргә йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Дөрөҫөн әйткәндә, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң бында бер аҙ тәжрибә туплап, ҙур ҡалаға китергә уй бар ине. Әммә мине коллегаларым, ойошма етәкселеге йылы ҡабул итте. Йәшәү һәм эш өсөн бөтә шарттар ҙа булғанда, коллектив та шундай яҡшы, ни өсөн тағы ла ҡайҙалыр барырға. Эшемде яратам. Киләсәктә ординатураға уҡырға инергә уйлайым, хыялым олатайым кеүек оталоринголог булыу. Яҡын арала ошо теләгемде бойомға ашырырға кәрәк. Әлегә ҡайҙа уҡырға барырға икәнлеген аныҡ билдәләмәгәнмен. Бәлки Калининградҡа юлланырмын, тип уйлайым, унда саҡыралар.

- Һеҙҙең графигығыҙ бөгөн дә көсөргәнешлелер, моғайын. Ғаиләгә ваҡыт ҡаламы?

-Бөгөнгө көндә терапевт булараҡ поликлиникала ҡабул итеүҙә ултырам. Былтыр өйләндем, кәләшем дә Тажикстандан – Манижа исемле. Ул да минең менән күсеп килде. Манижа һөнәре буйынса инглиз теле уҡытыусыһы, ваҡытлыса эшләмәй, өйҙә хужабикә. Минең эштән ҡайтҡанымды көтөп ала. Өйҙә һине көткән кешең булыуы бигерәк тә яҡшы минең өсөн, арығанлыҡ һиҙелмәй ҙә. Беҙҙең график тығыҙ, табиптар тешмәгәнлектән дежурстволарға даими сығырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөргә тырышам. 

-Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ, тик эш кенә тип йәшәп булмай бит.

- Эштән буш ваҡытта ҡатыным менән бергә йөрөргә яратабыҙ, сәйәхәткә сығабыҙ. Айырыуса Ҡалҡан күленә сығырға яратабыҙ. Тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеп, дщәрт-дарман алып ҡайтабыҙ. Дауаханала эшләгән яҡташ коллегаларым менән осрашабыҙ, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Улар мин килгәндә уҡ бында эшләйҙәр ине, төрлө ҡалаларҙан булһаҡ та, яҡташтар менән осрашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер.

-Ҡабул итеүгә кеше күп киләме?

-Халыҡ ауырымай тормай, ике участканы алып барам, яҡынса дүрт меңгә яҡын кеше килеп сыға. Көнөнә 25-30 ауырыуҙы ҡабул итәм.

-Кешеләр ниндәй ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итә һеҙгә?

-Төрлөһө бар, ҡан баҫымы, неврология, йөрәк менән килеүселәр күп. Ололар ни тиһәң дә һаулығына етди ҡарай, ә бына йәштәр дауаханаға йөрөргә яратмайҙар. Сирҙәре аҙғас ҡына киләләр. Диспансеризация үтеүгә лә илке-һалҡы ҡарайҙар. Шылтыратып, өгөтләргә тура килә. Кешеләргә һаулыҡтарына битараф булмаһындар, даими тикшерелеп торһондар ине, тип еткерәһе килә.

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас