

Күмәк халыҡ яу ҡайтара
Беҙҙең Муса ауылында эш булмаһа ла, халыҡ ҡалаға йөрөп эшләй, мал аҫрап, матур итеп донъя көтә.
Ауылыбыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, клуб эшләмәй, медпункт та юҡ. Хәҙер инде бер йыл магазин да ябыҡ тора. Шуға ҡарамаҫтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, матур итеп донъя көтә ауылыбыҙ халҡы. Йәштәр ситкә йәшәргә китеп бөтһә лә, хаҡлы ялға сығыу менән кире ауылға ҡайталар, күркәм йорттар һалып керәләр.
Межгорье ҡалаһында эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайып төпләнгән Рим Шакировҡа халыҡ ышаныс белдереп, староста итеп һайланы һәм яңылышманы.
2022 йылда зыяраттың ярты яғы яңыртылы, ҡалғаны тороп ҡалды, мал кереп ҡәбер өҫтөнән йөрөп ҡаңғыртты. Быйыл старостабыҙҙың тырышлығы менән зыяратты тулыһынса ҡамап алыу буйынса күләмле эш башҡарылды. Халыҡтан аҡса йыйыу тураһында белдереү булғас та, әүҙем рәүештә күсерә башланылар. Ауылда йәшәмәгән, ләкин зыяратта туғандары, ата-әсәләре ерләнгәндәрҙең яҡындары ныҡ ярҙам итте. Кәрәкле сумма тупланғас, Белореттан тимер селтәр, тимер бағаналар, прожилиналар килтереп, 17 май көнө күләмле өмә уҙҙы. Күмәк халыҡ яу ҡайтара, тигәндәй, иртәнге сәғәт туғыҙҙа башланған эш, киске бишкә тиклем дауам итте. Йосоп Нәбиуллин, Илнур Шакиров, Юлай Ғирфанов үҙ техникалары менән ярҙам иттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар тәмле итеп аш әҙерләнеләр. Изге эш эшләгәнгә көн шундай матур торҙо. Ауыл халҡы, ситтә йәшәгән ауылдаштар берҙәм булып, сауаплы эш башҡарҙылар. Өмәнән һуң аят уҡып, сәй эсеп, рәхмәттәр әйтеп таралышты халыҡ.
Күңелдәре күтәрелгән ауыл халҡы артабан да матур ғәмәлдәрен дауам итергә тип һүҙ ҡуйышты. Был юлы Муса ауылы янында ағып ятҡан Ояндар шишмәһен тәртипкә килтерергә, таҙартырға тип һөйләштеләр. Был шишмә тирә-яҡ халыҡҡа яҡшы таныш, һыуын яратып эсәләр.
Зилә ШАҺИЕВА,
Муса ауылы.