

31 май Ҡолош ауылында Сик һаҡсылары көнөнә һәм яугир- пограничник, махсус хәрби операцияла батырҙарса башын һалған Нәбиуллин Юлай Салауат улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап, милли уғатарлыҡ буйынса ярыш үткәрелде.
Ойоштороусылар - Учалы уҡсылары, Пограничниктар берләшмәләре. Шәхси эшҡыуар Артур Баҡиев бағыусы ролен башҡара.
Юлай Салауат улы Нәбиуллин 1979 йыл Иманғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте Межозерный мәктәбендә тамамлай. 1997-1999 йылдарҙа Сик һаҡсылары ғәскәрҙәрендә өлгөлө хеҙмәт итә. 2022 йыл хәрби хеҙмәткә мобилизациялана. 2024 йылдың 5 октябрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Көслө, киң күңелле, көләс йөҙлө булып ҡалды ул яҡташтарының хәтерендә. Ҡолош ауылында ерләнгән.
-Юлай башланғыс класта уҡыганында, күпмелер ваҡыт миндә көрәш менән дә шөғөлләнде. Берҙе ярышҡа ҡалаға барҙыҡ, Юлай призлы урын аламаһа ла (турнирҙа иң бәләкәс ине), шул тиклем сая алышҡас “Еңеүгә ихтыяр өсөн” тигән айырым приз менән бүләкләнде, - тип иҫкә алды уны турнирҙың баш судьяһы, көрәштән тыш милли уғатарлыҡ менән дә шөғөлләнгән Фәһим Шакиров. МХО яуында ла еңеү өсөн тән көсөн дә, ихтыяр көсөн дә һуңғы тамсыһына тиклем һалды инде, йәне йәннәттә булһын!
Турнир бик тә ҡыҙыу, сәмле бара.
12 йәшкә тиклем малайҙар араһында еңеүселәр: 1-се урын -Замир Солтанов, 2-се урын – Имил Ибәтуллин, 3-сө урын Иҙел Сибаев.
12 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында: София Бәхтиәрова, Лина Ғилмейәрова, Лиана Зәйнетдинова.
12 йәштән өлкәнерәк үҫмерҙәр араһында: Иҙел Ибәтуллин, Иҙел Ишембәтов, Нургиҙ Муллағәләмов.
12 йәштән өлкәнерәк ҡыҙҙар араһында: Анастасия Барсова,Әмира Тазитова, Анжелина Шәйхисламова.
Ололар араһында алтын миҙалды Юнир Исламов яуланы, көмөш миҙал -Фәнил Ишбулдинда, бронза – Азамат Юнысовта.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр – Дина Вәлиева, Нилә Исламова, Рәмзиә Ибәтуллина.
Барыһы ла миҙалдар, грамоталар, приздар менән бүләкләнде. Ойоштороусыларға ла, ҡатнашыусыларға ла – афарин!