Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Июнь 2025, 10:00

«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн”

Бәлә аяҡ аҫтында һәм һыу төбәндә, яҡташтар, иҫән-һау булайыҡ!

«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн”«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн”
«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн”

Учалы районы хакимиәте майҙансығында ойошторолоп, Башҡортостандың ҡалған ҡала-райондары видеоконференция режимында ҡатнашып,  V «Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн” республика форумы  үтте.

БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һыу инеү миҙгелендә ҡорбандарға юл ҡуймау, туризм инфраструктураһын үҫештереү, сәйәхәтселәрҙең, ял итеүселәрҙең именлеген тәьмин итеү  һорауҙары буйынса ентекле сығыш яһаны.

-Һыуҙа бәләгә тарыу осраҡтары бик күп осраҡтарҙа хәмер эсеүгә бәйле була, шуға ла халыҡ ял итеү урындарында иҫеректәр булмауҙы хәстәрләр кәрәк, шул иҫәптән полиция ярҙамында, - тип ҡәтғи билдәләне ул.

Эйе, һыу инеү миҙгеле асылып ҡына тора, ә Башҡортостанда быйыл 10 батып үлеүсе иҫәпләнә, шул иҫәптән ике сабый...

Республикала 124  пляж аттестация аша үткән.  Тап унда ғына һыу төшөү рөхсәт ителә. Аңлашыла, халыҡ беҙҙә тәртип күҙәтергә күнекмәгән, ҡайҙа уңайлыраҡ, ҡайҙа яҡыныраҡ, шунда йәйге селләнән арынырға ынтыла. Ә пляждарҙы закон талап иткәнсә йыһазландырыу, рәсмиләштереү – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Шуға ла  БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комиеты рәйесе  Кирилл Первов түбәндәге алымды тәҡдим итте – һыу ятҡылығы янындағы һәр ултыраҡта пляж булмаһа ла, исмаһам, “хәүефһеҙ ял итеү урындары” булдырыу.  Башҡортостанда барлығы 936 бындай ауыл-ҡала иҫәпләнә икән. Бының өсөн 3 шарт үтәлеүе талап ителә.

Беренсенән, һыу ятҡылығы төбө тикшерелгән булырға тейеш. Икенсенән, махсус щит ҡуйылһын. Унда ял итеү ҡағиҙәләре яҙыла, ҡотҡарыу түңәрәге һәм  “Александровтың ҡотҡарыу осо” ( батмаһын өсөн ҡалҡыуыстар ҡуйылған, осонда элмәкләнгән  30 метрлыҡ арҡан) ҡуйыла.

Өсөнсөнән, ҡотҡарыусы дежурҙа торорға тейеш. Һыу инеү миҙгеле беҙҙә күп тигәндә 2-3 ай, ваҡытлыса эшкә кеше табыу һәм әҙерләү әллә ни ҡатмарлы эш түгел. Сығыш яһаусы бындай урындарҙы видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән дә тәьмин итергә өндәне: үрҙә әйткән щиттарҙы берәйһе талар булып китһә йә башҡаса тәртип боҙһа, яуапҡа тарттырыу еңеләйәсәк.

Шулай уҡ халыҡ күпләп ҡырағай рәүештә ял иткән, әммә пляждар йыһазландырылмаған урындарға мобиль ҡотҡарыу пункттары ебәреп тороласаҡ. Быныһы беҙҙең районға ҡағылмай тип аңланыҡ, Башҡортостанда былтыр 5 ошондай күсмә пункт ойошторола, быйыл йәнә 13  заявка бирелгән.

Бәләкәй суднолар буйынса  дәүләт инспекцияһы үҙәге начальнигы Александр Серовтың сығышынан мәғлүм булыуынса, республикала 18 мең тирәһе ошондай һыу транспорты иҫәпләнә. Тик бына теркәү һәм техник тикшертеү йәһәтенән эйәләре бер ҙә ашҡынып тормай, ти.  Александр Серовтың бер хәбәре беҙҙең өсөн дә бик актуаль: кәмәгә ултырған һайын ҡотҡарыу жилеты кейегеҙ. Кәмә-һалдарҙан батҡандарҙың  төп өлөшө ошо талапты үтәмәгән була.  Һәм талап ителгәнсә бөтә ҡайыштарҙы эләктереү шарт. Юғиһә, күрше Белорет районында йылға буйлап һалда йөҙгәндә бер кеше йығылып төшә, жилет та, каска ла кейгән була, тик нишләптер ҡайыштарын тарттырмай. Мәйетен табып сығарғанда, һыу ағымы бөтә ҡотҡарыу яйланмаларын һалдырып алып киткән була....

 Форум барышында баларға хәүефһеҙлек сараларын төшөндөрөү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирелде. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, бөтә уҡыусыларҙы, 100 проценты менән физкультура дәрестәрендә йөҙөргә өйрәтергә ине, теләк булғанда, һәр төбәктә лә бассейндар табырға мөмкин. Эйе, халыҡ әйтеменә ҡарағанда, йөҙә белмәгәндәр түгел, яҡшы йөҙгәндәр һыуға батып үлә торған. Шулай ҙа, йөҙә белеү һәм тәртипһеҙлек, көсөңдө самалай белмәү – икеһе ике мәсьәлә икәнлеге көн кеүек асыҡ!

“Хәүефһеҙлек мәктәбе”

«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн” республика форумы менән бер рәттән   Ҡалҡан күле ярҙарында  “Хәүефһеҙлек мәктәбе” РФ конкурсының республика этабы үтте. Башҡортостандың төрлө тәбәктәренән 25 команда көс һынаша, 12-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары. Учалы командаһы ҡалабыҙҙың Туризм үҙәгендә шөғөлләнгән балаларҙан тупланды, педагогтары – Рәйлә Фәхретдинова.

Ҡотлау һүҙҙәре менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комиеты рәйесе  Кирилл Первов,  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының начальник урынбаҫары полковник Илдар Сәйетгәрәев, Учалы районы хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдиновтар сығыш яһаны. Алик Ғәбделбарыуй улы: “ Ярыш һөҙөмтәләре нисек кенә булмаһын, бында килгән егет-ҡыҙҙар араһында еңелеүселәр булмаясаҡ, сөнки барығыҙ ҙа кәрәкленән-кәрәкле оҫталыҡ – кеше ҡотҡарыу, имен йәшәйеш  серҙәренә ныҡлап  төшөнә”, - тип  бик хаҡ рәүештә билдәләне.

Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн ярыш башланыр алдынан оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар ойошторолдо. Ҡотҡарыусылар янғын ҡупҡанда, юл-транспорт һәләкәтендә, һыу объекттарында бәлә сыҡҡанда ни рәүештә тотоноу рәтен күрһәтте. Бик күңелле булды. Мәҫәлән, янғын һүндереү автомобиленән урғылған һыу менән ситтә махсус ҡоролмаға ҡуйылған тупты бәреп төшөрөү. Көн эҫе ине, шуға ла, әллә яңылыш, әллә ирмәк өсөн үҙҙәренең  өҫтәренә лә  һыу ҡойолоуҙы тамашасылар сыр-сыу килеп, бик шаталанып ҡабул иттеләр.  Төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтеүселәр “ҡотҡарыусы браслеты” (оҙон бауға йәһәт һүтеп булған беләҙек), бейсболкалар менән бүләкләнеү сараны ныҡ йәнләндерҙе.

“Хәүефһеҙлек мәктәбе” ярыштары сиктәрендә уҡыусылар “иҫән ҡалыу маршруты” (“маршруты выживания”), “ҡаршылыҡтар һыҙаты” кеүек һынауҙарҙы, эстафета үтеп, янғын һүндереү, ҡотҡарыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәп ярышасаҡ. Баш судья – БР атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы,  Белорет эҙләү-ҡотҡарыу подразделениеһы начальнигы Игорь Оскользин.

Учалыла еңеүселәр Мордовия республикаһында төбәк-ара этапта Башҡортостанды вәкилләйәсәктәр.

-Башҡортостанда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” ярыштары яҡшы йолаға әйләнде. Меңәрләгән-меңәрләгән ҡыҙ-егеттәр имен йәшәйеш, ҡотҡарыу нескәлектәренә яҡындан ныҡлап төшөндө. Ә кемдәрҙер профессиональ ҡотҡарыусы ла булып китте. Әлеге йәштәрҙе лә үҙ сафтарыбыҙға саҡырабыҙ!- тип билдәләне Кирилл Первов.

  Әһәмиәтле сараға ситтән бик күп кеше йыйылды. Һәм бик күп кешенән юғары кимәлдә әҙерләнгән, ихлас ҡабул иткән учалыларға рәхмәт һүҙҙәре ишеттек. Тик бына ярышҡа йыйылған йәштәрҙе  тәбиғәт үҙе лә һынап ҡарарға булды ахыры. Кесе йомаға ҡарата төндә көслө ямғырҙар башланды. Ярар, сыныҡҡан халыҡ, палаткаларҙа ҡунып та бирешмәҫтәр!

 

  Әйтеп кит!

Форум һәм ярыш сиктәрендә тематик видеоматериалдар байтаҡ күрһәтелде. Һәр кемебеҙгә кәрәк булыуы мөмкин берәүһе тураһында ентекләберәк яҙып китәйек.

Урманда аҙашыусыларҙың барыһы ла “...юлды яҡшы беләм дә инде!” –тип яңылыша, аҙағынан терһәк тешләү генә түгел, терһәк кимереү дәрәжәһенә етеп интегә һәм үкенә. Шуға ла, таныш урында, яҡын арала урманға сыҡһағыҙ ҙа, түбәндәге талаптарҙы күҙәтегеҙ.

Төп шарт – ҡайҙа сығыуығыҙ, ҡасан килеүегеҙ тураһында яҡындарығыҙға әйтергә онотмағыҙ! Ориентирҙарҙы аныҡ күҙ алдына килтерегеҙ – ҡайһы яҡта ниндәй тау йә урман төпкөлө, йылға ниндәй йүнәлештә аға һәм башҡа.  Һәр кем смартфонындағы карта аша төҫмөрләй ала. Компас алыу артыҡ түгел. Әлбиттә, кеҫә телефоны, йыраҡҡа сыҡҡанда өҫтәмә энергия сығанағы булырға тейеш. Шырпы, фонарик, бысаҡ (бәке), һыҙғыртҡыс артыҡ түгел. Һуңғыһы айырыуса мөһим, сөнки аҙашыусы ярҙам саҡырып ҡысҡырыуҙан тиҙ ҡарлыға икән, ә һыҙғыртыуға күп хәл кәрәкмәй. Урманға сыҡҡанда күптәребеҙ “хаки”, йәғни йәшкелт-һоронан кейенә торған, әйтерһең дә партизан йә дошман тылына йүнәлгән разведчик. Ундай кейемдә аҙашҡан кешене ситтән күреп табыу ҡатмарлы, шуға ла сағыу төҫтәргә өҫтөнләк биреү хәйерлерәк. Һыу, бер-аҙ булһа ла ризыҡ, даими дарыу ҡулланыусыларға үҙ препараттарын һалып алыр кәрәк һәм башҡа.

Үрҙәге талаптар яҡын һәм яңғыҙ йөрөгәндәргә ҡағыла.  Ә туристик төркөмдәр мотлаҡ рәүештә теркәлергә тейеш! Юғиһә шундай хәлдәр ҙә булғылай – кемдер тороп ҡала ла, ҡалғандар кем икәнен, ҡайҙа булғанын да белмәй! ....Бер олоғая башлаған ҡатын тәүлек буйына Ирәмәл янында, ҡышҡы урманда ошолай йөрөй, мөғжизә менән генә иҫән ҡала.

 

«Бергәләп хәүефһеҙлек өсөн” форумы башлыса һыуҙағы именлек проблемаһына ҡағылды. Был мәсьәләлә өс төп шартты күҙәтеү айырыуса мөһим тигән һығымта яһаныҡ:

-һыу буйында балаларҙы бер осраҡта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;

-бер осраҡта ла эскән килеш һыуға инмәҫкә;

-яҡшы йөҙә белгән осраҡта ла ҡалғандар алдында маҡтанып йә  “үҙеңде һынап ҡарау өсөн” тәрәнгә йөҙөп бармаҫҡа.

  Бәлә аяҡ аҫтында һәм һыу төбәндә, яҡташтар, иҫән-һау булайыҡ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас