Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Июнь 2025, 09:35

Ике беренсе урын

Өфөлә “Байыҡ-2025” телеконкурсының Гала-концерты үтте

Ике беренсе урынИке беренсе урын
Ике беренсе урын

“Беҙ лайыҡмы "Байыҡ"ҡа?
Беҙ "Байыҡ"ҡа бик лайыҡ -
"Байыҡ"тан ҡайттыҡ байып !”

Ошо юлдар яҙылды Уральск Ижад үҙәгенең сәхифәһендә. 1 июнь, Балаларҙы яҡлау көнөдә Өфөлә “Байыҡ-2025” телеконкурсының Гала-концерты үтте. “Ирәмәл”өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең кесе ҡыҙҙар составы ике 1-се урынға лайыҡ булды! Тулы булмаған ансамбль номинацияһында һәм “соло” буйынса Зәлиә Мөхәмәҙиева шәхсән рәүештә.

Педагогтары  - Фәнис Фәсих улы Кәримов, Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы Кәримова. Бик тә әһәмиәтле һәм гүзәл еңеү, күҙ генә теймәһен йәш һылыуҡайҙарыбыҙға!

П.С.  Кисәнге Ҡалҡан күле ярҙарында  “Хәүефһеҙлек мәктәбе” РФ конкурсының республика этабы башланды. Уральск ҡасабаһынан “Ирәмәл” өлгөлө бейеү ансамбле сығышы унда йыйылған йөҙәрләгән-йөҙәрләгән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.  “Яйыҡ буйында осрашыу” матур, әммә күреп өйрәнелгән башҡорт бейеүе булһа, “Осрашыу” флот бейеүе таң ҡалдырҙы – бейеүселәребеҙ цирктағы акробаттарҙан кәм түгел – сальто ла әйләнәләр, орсоҡ кеүек өйөрөләләр,  бер-беренең өҫтөнә баҫып та йүгерәләр. Афарин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас