

Кейеҙ урындыҡҡа түшәү йә быйма баҫыу өсөн ифрат уңайлы материал ғына түгел, кейеҙ – ысын ижад менән шөғөлләнеү, сәнғәт ҡомартҡылары булдырыу өсөн дә ҡулай.
Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәгенең “Нәфис бәйләм һәм ынйы (бисер) үреү” бүлексәһендә шөғөлләнгән йәш оҫтабикәләр хәҙер икенсе йыл “Йөндән мөғжизә – кейеҙҙә Бабич образы” республика конкурсында ҡатнаша.
Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге үткәрә. Быйылғы бәйгелә Йәзилә Үҙәнбаева, Варвара Рябцева һәм Эльвина Солтановалар финалға сығып, призер дәрәжәләрен яуланылар.
-Йәзилә менән Варя “еүеш кейеҙ баҫыу” техникаһында һүрәттәр яһаһа, Эльвина “ҡороға баҫыу” ысулы менән бөйөк шағирҙың портретын яһаны. Бик күп фантазия, ижади һәләт һәм ныҡышмалыҡ талап ителде барыһынан да. Әйткәндәй, кейеҙ баҫыу ҡул эштәренең төп программаһына инмәй, шуға был уңыш икеләтә ҡыуаныс. Конкурстың тормошҡа ашыуына күп көс һалған “Атайсал” үҙәгенең етәксеһе Зилә Лира призерҙарының эштәрен бер китапҡа тегәсәк, ысын шедевр, мәҙәниәт ҡомартҡыһы пәйҙә булыр, тип көтәбеҙ, - тип балаларҙың остазы Динә Мөхәмәтова. Афарин, барыһын да ҡотлайбыҙ!