Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
10 Июнь 2025, 09:35

Иглин район дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде

Хәҙер беҙ пациенттарыбыҙҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының торошон анығыраҡ билдәләй алабыҙ

Иглин үҙәк район дауаханаһы ЭКГ-ны һәм ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексын алды. Ҡорамалдар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) буйынса ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Был комплекс тәүлек буйына йөрәк торошон күҙәтергә ярҙам итә. Ул электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү табипҡа ғәҙәти ЭКГ-ға ҡарағанда йөрәк эше тураһында күберәк мәғлүмәт бирә.

“Хәҙер беҙ пациенттарыбыҙҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының торошон анығыраҡ билдәләй алабыҙ. Был комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин, улар стандарт тикшереүҙә һиҙелмәй ҡалырға мөмкин. Был дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙы дөрөҫ һайлау өсөн бик мөһим”, – тип һөйләне учреждениеның халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙам бүлеге мөдире Раилә Ғимазова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: health.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Алия Даутова
Читайте нас