

Аҡҡул – Рысай ауылынан төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә урынлашҡан һыу ятҡылығы. “Урал-Тау” дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләрендә урынлашҡан. Башҡорт телендә “аҡ” һүҙе “паҡ”, “таҙа” төшөнсәләренә ауаздаш. Аҡҡул буйҙары ысынында ла йыйнаҡ, сүп-сар әллә ни туҙып ятмай, ти. Күлдең фәҡәт гүзәллек менән бер рәттән паҡлығына әүрәп килгән туристар , үҙҙәренән һуң бысраҡ ҡалдырмайҙар икән, афарин. Әммә ҡояшта ла таптар бар, тигәндәй, даими йыйыштырып торғанда ғына бындай тәбиғи ғиффәтлек артабан да һаҡланыр
“Рәсәй һыуы” (“Вода России”) бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре бында өмә үткәрҙе. 772 метр яр һыҙатынан 1 кубометр сүп-сар йыйыла! Аҡкүлдең ҡиәфәте лә исеменә тап килтерелде.
-Тәбиғәткә, айырыуса һыу сығанаҡтары һәм ятҡылыҡтарына ныҡ һаҡсыл ҡарашта булыу һәр беребеҙҙең бурысы! Бар учалыларҙы беҙҙән үрнәк алырға, һис юғында – ял итергә сыҡҡанда артығыҙҙан йыйыштырып йөрөргә өндәйбеҙ! – ти “Ирәмәл” паркы етәксеһе Мирдар Дияров.