Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Июнь 2025, 08:55

Фермерҙар - ауылдың киләсәге

Яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ринат Раят улы Сабиров байрам алдынан Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.

Фермерҙар - ауылдың киләсәгеФермерҙар - ауылдың киләсәге
Фермерҙар - ауылдың киләсәге

Яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ринат Раят улы Сабиров байрам алдынан Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.

Шәхси эшҡыуар, Рысай ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ринат Сабиров - уңышлы йәш етәксе. 2019 йылда ул үҙенең фермерлыҡ хужалығын ойоштора һәм “Агростартап” программаһында ҡатнашып, грант ала. Грант аҡсаһына 45 баш “Лимузин” тоҡомло һыйыр малы һатып ала. Бөгөн фермер хужалығында 100 баштан ашыу мөгөҙлө эре мал, етерлек техника  - комбайндар, тракторҙар, сәсеү, ер эшкәртеү агрегаттары һ.б. бар. Дүрт кешегә даими эш урыны булдырылған.

“Атанан күргән - уҡ юнған”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Ринат та атаһы, барлыҡ хеҙмәт юлын “Аҡшишмә” крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереүгә арнаған Раят Булат улының юлын уңышлы дауам итә. Раят Булат улы ла утыҙ йылдан ашыу фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә.

Ринат 1988 йылда Рысай ауылында тыуған. 98-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған егет башҡа тиңдәштәре кеүек ҡалала ҡалырға тырышмай, ә тыуған төйәгендә төпләнергә ныҡлы ҡарар итә. Сөнки бәләкәйҙән атаһы менән бергә ауыл хужалығының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен күреп үҫкән малай әкренләп тармаҡ үҙенсәлектәрен төшөнә, үҫмер сағынан атаһының уң ҡулына әүерелә. Бәләкәйҙән атаһы ойошторған крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Ошо йылдар эсендә ул ярайһы тәжрибә туплай, фермерлыҡ нескәлектәрен үҙләштерә, производство менән етәкселек итергә өйрәнә. Бөгөн инде аталы-уллы бергәләп предприятиены үҫтереү өсөн бар көстәрен һала.

- Мин бер ҡасан да күсеп китеү хаҡында уйламаным, - ти ул. - Ҡала тормошо ҡыҙыҡһындырманы. Ауылға, тәбиғәткә, ергә яҡын булыу - бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?

Әле Сабировтарҙың фермер хужалығы яҙғы сәсеү эштәрен тамамлаған да инде. Мал да аҙ түгел, уны имен ҡыш сығарыу өсөн, билдәле, ныҡлы аҙыҡ базаһы талап ителә. Хәйер, был тәңгәлдә шикләнмәҫкә лә мөмкин - аҙыҡ етерлек. Хужалыҡтың сәсеү майҙандары 530 гектар тәшкил итә.

Киләсәккә пландары ҙур йәш фермерҙың. Крәҫтиән-фермер хужалығының күрһәткестәрен тағы ла күтәреү, хеҙмәттәшлек элемтәләрен киңәйтеү, тыуған еренең үҫешенә үҙ өлөшөн индереү - бына шундай яҡты уй-ниәттәр менән йәшәй Рысай ауылының булдыҡлы улы. Уларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға Хоҙай уға сәләмәтлек бирһен.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас