

Өфөлә “Тәбиғәттән файҙаланыу” институты ғилми-производство предприятиеһында белгес булып эшләгән райондашыбыҙ директор вазифаһына тиклем күтәрелә. Әммә уның тормошонда ҡырҡа үҙгәреш яһап, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә - ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға алына.
-Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң операция зонаһында уҡсы булып хеҙмәт иттем. Маскировка селтәрҙәре күп кәрәк. Дөйөм алғанда, боеприпастар етә, кейендерәләр, ашаталар, үҙебеҙ ҙә бешереп ашайбыҙ. Блиндаждарҙа уртаса 6-12 кеше йәшәйбеҙ, - ти яугир.
“Батыр” ярты йыл самаһы инде хәрби тәьминәттә һалдаттарҙы кейем-һалым, боеприпастар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, төрлө документация эштәрен алып бара.
Ул махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков, Генерал Шайморатов, 2-се дәрәжәле “Батырлыҡ”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Уларҙан тыш, полк исеменән бирелгән миҙалдары ла бихисап.
Батыр яҡташыбыҙға һәм илебеҙ тыныслығы өсөн Ватан һағына баҫҡан барлыҡ ир-егеттәргә имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
clck.ru/3MYXfP
Сығанаҡ: «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары